Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
18 Ғинуар 2021, 14:42

Ябай кешенең ябай булмаған яҙмышы

Арабыҙҙа ғүмер буйы ябай хеҙмәттә йөрөп, байлыҡҡа ҡыҙыҡмаған, ә эше менән оҙаҡ йылдар ауылдаштарын ҡыуандырған кешеләр күп. Бөгөнгө һүҙебеҙ ошондай яҡташыбыҙ Ғафар Дусмөхәмәтов хаҡында. Уның яҙмышындағы ғәҙәти булмаған боролоштар хаҡында китап яҙыр-ға мөмкин. Әммә был бик баҫалҡы ир-уҙаманы үҙ тормошон ҡағыҙ битенә төшөрөрлөк тип иҫәпләмәй. “Ябай крәҫтиән мин”, – ти ул үҙе хаҡында. Ләкин, уның тураһында ҙур булмаған хикәйәләүҙе гәзит уҡыусы үҙе хәл итһен.

Ғафар Ширмөхәмәт улы Һабанаҡ ауылында күп балалы ғаиләлә иң кесе – унынсы бала булып донъяға килә. Етенсе класҡа тиклем урындағы мәктәптә белем ала, унынсы класты күрше ауылдағы Ләмәҙтамаҡ мәктәбенә көн дә йәйәү йөрөп тамамлай.
Етенсе класта уҡығанда уҡ йәй буйына “Таң” колхозы баҫыу эштәрендә ҡатнаша, тағылмала эшләй. Мәктәпте тамамлағас, клуб мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Ул ваҡыттарҙа бар ерҙә радио үткәрелә. Боҙоҡлоҡ, ватылып китеүҙәр ҙә килеп сыға. Ғафар Ширмөхәмәт улына уларҙы төҙәтеү өсөн электр бағаналарына менергә лә тура килә.
Совет Армияһында өс йыл хеҙмәт иткәндән һуң, хеҙмәттәшенең кәңәше буйынса Күмертау брикет фабрикаһына юллана. Унда ул 10 йыл слесарь булып эшләй. Шул йылдарҙа өйләнеп, тормош ҡора, балалары тыуа. Уҡыуын дауам итеп, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Һуңынан ғаиләһе менән Яр Саллы ҡалаһына юллана, унда ул “КамАЗ” заводында иретеп йәбештереүсе булып эшләй.
Ҡайһы ваҡыт яҙмыш, кеше тормошон икенсе юлға бороп ебәреп, уны уйламаған тарафтарға илтә. Ғафар Дусмөхәмәтовты яҙмышы 1977 йылда Төньяҡ Себер тарафтарына – Лаптевтар диңгеҙ буйындағы Казаҡ портынан 360 саҡрымда ятҡан Ҡулар ҡасабаһына алып килә. Ул унда алтын эҙләү менән шөғөлләнә, старатель була.
– Йәшәү шарттары спартансылар-ҙыҡы һымаҡ булды, – тип хәтерләй ул. – Ике-өс кешегә мунсаға оҡшаш ҙур булмаған тәпәш торлаҡ бирәләр. Бер кем дә зарланманы, сөнки эш хаҡы яҡшы булды. Биш йылдан һуң сирләй башланым, мине дауаханаға ебәрҙеләр. Табип ҡарағандан һуң: “Сирҙең һине инвалид итеүе ихтимал”, – тип, тыуған яҡтарға ҡайтырға кәңәш итте.
Һуңынан бер-нисә йыл Ҡаҙағстанда эшләп, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. 1996 йылда хаҡлы ялға сыҡҡансы иретеп йәбештереүсе булып эшләй, кәрәк саҡта трактор йәиһә комбайнға ултыра. һүҙе менән генә түгел, эше менән дә ҙур ярҙам күрһәткән, һәр яҡтан оҫта кешегә ауылдаштары сикһеҙ рәхмәтле. Ауылдағы өйҙәргә һыу һәм газ үткәреүҙә лә уның өлөшө ҙур, сөнки бай эш тәжрибәһе һәм оҫталығына ышаналар. Үҙ эшенә һәр саҡ яуаплы ҡарай, шуға хаҡлы ялда ла үҙ һөнәре буйынса күп тапҡырҙар эшләргә тура килә.