Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
11 Ғинуар 2021, 11:35

Кәкүк ситеге

Гәзит уҡыусылар иғтибарына яҡташыбыҙ, Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Рәзит Сибәтовтың күп йылдарҙан һуң булған мөғжизәле осрашыу тураһында хикәйәһен ҡыҫҡартып тәҡдим итәбеҙ.

Уралда бар матур сәскә,
Исемдәре – кәкүк ситеге.
Ҡайтҡан һайын бер күрмәһәм,
Йәшәү йәме китә шикелле.
Фәниә эшенә һәр ваҡыттағыса бышлығып килеп инде. Уның кеүек йылы кейенергә яратыусыларҙан халыҡ “бышлыҡҡан, мейес башында ҡыш сыҡҡан” тип көлә. Ашығыуҙан хәле бөтөп, тамағы кибеп, курткаһын һалыуға йомшаҡ креслоһына ауҙы. Машина менән эшкә йөрөһә, был хәл көн һайын тиерлек ҡабатланмаҫ ине. Ярамай, фигура ҡәҙерлерәк. Өс саҡрымды иртән, көндөҙ ике һәм кис, аҙнаһына биш көн тәпәйләп уҙа. Район хакимиәте башлығы шәмбе көндө кәңәшмә уҙғарһа, тағы алты саҡрым өҫтәлә. Уның бит йөрөүе лә етәксе урында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы кеүек түгел – иртәнге һауымға ир ҡосағында йоҡлап ҡалған һыйыр һауыусы кеүек саба. Уға ҡарап халыҡ араһында, етәкселәр алдында дәрәжәһе кәмемәй. Район музейы директоры ғына тимә, исеме бөтөн республикаға билдәле. Музейын байытыу маҡсатында Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе һәм башҡа ҡалалар музейҙарына, архивтарына барып ҡайтыу уның өсөн күрше ауылға сәй эсергә барыу менән бер.
Кабинеттағы шымартып ялтыратҡан аш өҫтәле, компьютер, өйөп ҡуйылған күп һанлы папкалар, шкафтарҙағы, башҡа өҫтәлдәрҙәге китаптар, журналдар, халыҡтан йыйылған ҡулъяҙмалар, үҙ сиратын түҙемле генә көткән экспонаттар, значоктар һәм башҡа иҫке, боронғо заман бөркөлөп торған көнкүреш әйберҙәре хужаның үҙенә боролорға ла урын ҡалдырмаған.
Педагогия институтының филология факультетында уҡығанда киләсәк тормошон бары тик рус әҙәбиәте һәм теле уҡытыусыһы итеп күҙ алдына килтерҙе ул. Буласаҡ иренә үлеп ғашиҡ булмаһа ла, ауыл егете менән ауылда йәшәү перспективаһы уның тыйнаҡ нәфсеһен ҡәнәғәтләндереү өсөн етте. Тик һыйыр һауҙыртмаһын да, кәзә менән һарыҡ ҡаратмаһын. Бәхете бар икән интеллигенттар тормошо менән йәшәргә хыялланған ҡыҙҙың. Йәш ғаилә нәҡ ул теләгән шарттарҙа ауылса тиерлек йәшәй башланы. Районға кәңәшмәләргә, конференцияларға йөрөй торғас, беҙҙең Фәниәбеҙ күп кенә курс-таш ҡыҙҙарының, таныштарының бер нисә йылда үҙенән шаҡтай алға киткәндәрен күреп, уларҙан көнләшә башланы. Тегеләрҙең береһе лә ауыл мәктәбендә эшләмәй хәҙер. Һөнәрҙәрен алмаштырып булһа ла ҡалаға күсеп бөткәндәр. Кейенеүҙәре, үҙ-үҙҙәрен тотоуҙары, хатта һөйләшеүҙәре ҡаласа. Фәниә уларҙан ҡайһы ере менән кәм? Кешенән ҡалышмаҫҡа, бер генә бала булғанда район үҙәгенә күсергә (Ҡазан тураһында уйларға ла ҡурҡыныс – вокзалда ла ҡундырмайҙар хәҙер). Фәниә тышҡы яҡтан бик тыйнаҡ күренһә лә, башына уй төшһә, бик еңмеш ҡатын. Был мәсьәләлә мишәрҙән кәм түгел. Башында план өлгөрөүгә ирен йолҡҡолай башланы был. Райондағы таныштары аша крахмал заводында инженер кәрәклеген, ул заводтың үҙ кадрҙары өсөн йыл һайын бер-ике кирбес йорт һалыуын да белде. Ә уҡыу йылының дүртенсе сиреге башланыуға үҙенә урын эҙләргә кереште. Август башында тәки беренсе мәктәптән аҙнаға ун һигеҙ сәғәтлек эш тапты бит. Урыҫ балаларына рус телен һәм әҙәбиәтен өйрәтеүҙән дә ҡурҡманы. Нимәһенән ҡурҡырға? Фәнен яҡшы белә, эрудициялы. Һөйләшкәндә акцент бар икән, ул да ҡурҡыныс түгел. Урыҫтар үҙҙәре татарса беҙ улар телендә һөйләшкән ҡәҙәр һөйләшеп ҡараһындар!
Белемле, талапсан, шул уҡ ваҡытта яғымлы уҡытыусыны уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә тиҙ арала яратып өлгөрҙө. Ә ул етәкселек иткән класс мәктәптең көҙгөһөнә әүерелде. Шулай булмайса, Фәниә ҡайһы бер уҡытыусылар кеүек һуңғы дәрес ваҡытында балаларҙан иҙән йыу-ҙырып, дежурлыҡ ойоштороп йөрөмәй. Мәктәпкә директорҙан алда килә, иң һуңғы булып ҡайта. Ҡытай философы Конфуций ике мең ярым йыл элек белмәй әйтмәгән: “Яратҡан һөнәреңде һайлаһаң, ғүмереңдә бер көн дә эшләмәҫһең”.
Фәниә уҡыусыларҙы үҙ фәнен белеүҙән бигерәк өҫтәмә белем биреү менән яҡынайтты. Дәреслекте кем дә уҡый ала, ә бына уҡыусылар белмәгән ҡыҙыҡлы әҙәбиәт, тарихи сығанаҡтарҙан алған мәғлүмәттәр уларҙа ысын ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Шуға күрә, хатта юғары класс уҡыусылары ла уның дәрестәрен һағынып көтөп ала. Алға китеп бер миҫал килтереү, уның ни ҡәҙәр авторитетлы булыуын раҫлай: күп йылдар уҙғас та байрамдар менән ҡотлайҙар, юбилейҙарға саҡыралар, осрашҡанда эс серҙәре менән әсәләре кеүек яҡын күреп уртаҡлашалар. Уҡытыусы өсөн был ҙур бәхет.
Рус теле уҡытһа ла, тора бара яйы сыҡҡанда татар әҙәбиәте, татар милләте тарихы, күренекле татарҙар тураһында һөйләргә ғәҙәтләнеп китте. Урыҫтар үҙҙәре әйткәнсә, зов предков милли тойғоларын, ғорурлығын уятҡандыр инде. Мәктәптә татар уҡыусыларының артып китеүе лә быға йоғонто яһағандыр. “Татарочканың” был ҡыланышы ҡайһы бер ата-әсәләргә оҡшаманы. Завуч-ҡа, директорға шылтыратыуҙар башланды.
Мәктәп директоры Косырев Фәниәнең “ҡыланыштары” тураһында бер-нисә тапҡыр хәбәр алғас, бүлмәһенә саҡыртты:
– Сколько можно терпеть ваши выходки? Кто вас просил на уроке литературы об Александре Матросове рассказать?... Идите, и чтоб никаких посторонних разговоров на уроке.
Коммунистар властан киткәс тә татарҙарға ҡарата мөнәсәбәт һис үҙгәрмәүе бик тетрәндерҙе Фәниәне. Директор бүлмәһенән сығып китеү урынына ғариза яҙып, ҡасандыр Рязань өлкәһенән килгән килмешәктең өҫтәленә һалды.
Бер йыл ял иткәс, бер аҙ тынысланғас, Фәниә район үҙәгендәге китапханаға эшкә урынлашты. Хеҙмәт хаҡы, үҙегеҙ беләһегеҙ, иҙән йыуыусынан аҙ ғына артыҡ. Иң ғәжәбе башҡа: китапхана ойошторолғандан бирле, йөҙ йыл самаһы, бында бер генә тапҡыр ҙа татар эшләмәгән. Әллә яҙмышы шул райондағы иң оло китапхананың, әллә район үҙәгендә нигеҙҙә урыҫтар йәшәү сәбәпле, 1941 йылға тиклем, мәҫәлән, элекке өйәҙ ҡалаһында ике генә татар ғаиләһе йәшәгән. Ә бит уға мең йыл элек татар нигеҙ һалған. Әммә 1552 йылда яуыз Иван Ҡазанды алғас, ерле халыҡты ҡыуып, Муром яғынан урыҫтарҙы килтереп ултыртҡан. Батша килә, башта кеҫәңде ҡапша, балаңды баҙҙа һаҡла, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән.
Татар йәнле Фәниә яңы урында бер йыл ғына эшләп ҡалды – мәрйәләр мең сәбәп табып, эшенән мең ғәйеп эҙләп ҡыҫырыҡлап сығарҙылар. Ярҙам, яҡлау һорап кемгә мөрәжәғәт итергә? Урыҫ район башлығынамы? Элекке китапханасы, хәҙер мәҙәниәт бүлеген етәкләгән мәрйәгәме? Әммә был юлы ла ул ҡанатын төшөрмәне. Муйын булһа, ҡамыт табылыр тип, хеҙмәт кенәгәһен кеҫәһенә тыҡты. Торорға яңы өйҙәре бар, ире крахмал заводында инженер, ҡыҙы мәктәпкә йөрөй, өйөнә ҡайтып керһә туғыҙ бесәй балалар баҡсаһындағы балалар кеүек һырып ала.
Улай ҙа оҙаҡ моңайырға ирек бирмәнеләр элекке педагогҡа. Мәҙәниәт бүлегенә саҡырып, һуңғы биш йылда биш мөдир ташлаған музейҙы тәҡдим иттеләр. Музейҙың әлегә бүлмәләре лә юҡ. Экспонаттарҙы ҡайҙа ҡуяһы ла билдәле түгел. Сөнки иҫке бинаны тулыһы менән район китапханаһына биреп, музей мөлкәтен район мәҙәниәт йортоноң сәхнә аҫтындағы бүлмә һымаҡ урынға ташығандар. Мөдире тин аҡсаға йөрөр хәлем юҡ тип, редакцияға китеп барған.
Фәниә республика Мәҙәниәт министрлығы ишек төптәрен тапай торғас, район башлығы мәҙәниәт йортонан ике бүлмә бирергә ҡушты. Йыл да уҙманы, уларҙы ысын музейға әйләндерҙе. Йәнәштә Ижад йорто өсөн яңы бина һала башлауға, тағын Ҡазан юлын тапай: уның түбәнге ҡатын район музейы өсөн яраҡлаштырһындар. Эшләгән эше күренеп торғас, Президент Шәймиев районға килгәндә музейҙы ҡарап, Фәниәнең арҡаһынан һөйгәс, аяҡ терәп һөйләшә буласаҡ музей директоры. Ә әлегә ул музей мөдире генә. Дөрөҫөн әйткәндә, ул да ысын барлыҡҡа тура килмәй, сөнки ундай хәҙмәт урыны штатта юҡ. Уны “Автомәктәп мөдире” тип эшкә ҡабул иттеләр.
Фәниәнең эштәге әүҙемлегенән иң ҙур зыян күреүсе, билдәле, ире Сәлим булды. Киткәндә лә ҡатыны өйҙән сығып һыҙған була, ҡайтһа – шул уҡ буш өйҙө һаҡлаусы ҡыҙы менән бесәйҙәр ҡаршылай. Ял көндәрендә тәмле ашап, йыйыштырылған өйҙә ултыраһы урынға, ҡайсан урам буйлап йөрөүҙән туйып ҡайтып керер тип көтәләр. Сөнки Фәниә шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә район үҙәгендәге ҡарттарҙан, үҙен аңлаған башҡаларҙан экспонаттар йыя. Автобусҡа ултырып, шул уҡ маҡсат менән күрше ауылдарға сыға. Уның ҡарауы хәҙер ул республика райондары араһында иң бай музейҙарҙың береһенә хужа. Тырышлығы өсөн йыл һайын грант алып, эшсәнлеген йәйелдерә бара. Иренә рәхмәт. Түҙемле, ҡатынын аңлай белгән ир икән. Яратмаһа, уның “йүләрлегенә” түҙмәҫ ине.
Уның ҡарауы Фәниә ике йөҙ илле квадрат метрлы, әллә нисә залға бүленгән музей булдырҙы. Ҡазандан көн һайын тиерлек экскурсияға кешеләр алып киләләр. Ай һайын сит ил ҡунаҡтары килеп, иҫтәлеккә матур һүҙҙәр яҙып ҡалдыралар. Директор үҙе һаман эҙләнеүҙә. Яңы экспонаттар менән музей тулыландырыу уның көндәлек мәшәҡәте.
Ул бараһы ауылда ун алтынсы быуат уртаһына ҡәҙәр татарҙар йәшәгән. Шул осорҙағы документтарға ҡарағанда, 1555 йылдағы грамота буйынса Ҡадыш ауылы Ҡазан һәм Свияжск архиепископы Гурийға биләмә итеп бирелә. Тора бара ул Сокурҡадышҡа әйләнә. Сокур – таш, йәки сыуашса һигеҙ мәғәнәһендә, ә Ҡадыш кеше исеме булған. Ауылда 21 крәҫтиән йорто булып, 23 кеше йәшәгән. Тора-бара Сокурҡадышта урыҫтар күбәйеп, ул Сокурыға әйләнгән. XVII быуаттың 30-сы йылдарында уның баҫыуҙарына киндер сәсә торған булғандар. Был ауыл күренекле шағир Г. Р. Державин тыу-ған төбәк. XX быуаттың 80-се йылдарында был совхоз үҙәгенә татар күпләп күсә башлай. Хәҙер унда сиркәү һәм мәсет эшләй. Татар һәм урыҫ зыяраттары йәнәшә урынлашҡан.
Фәниә бараһы әбей бына ошо боронғо ауылда йәшәй. Ҡунаҡ ҡатын “Ока” машинаһында дырылдап килеп туҡтағас, бер-нисә минут уны ҡайҙа ҡуйырға белмәй уңайһыҙланып ултырҙы. Сөнки ике ярым метрлы биҙәкле ҡойма араһындағы тимер ҡапҡа ҡаршыһында ҡиммәтле сит ил машинаһы ҡуҡырайып тора. Бының янына ҡуйһам, бигерәк меҫкен күренер инде тип, ҡунаҡ үҙенең ярлылығынан оялды. Шуға күрә “атын” теге машинан мөмкин ҡәҙәр йыраҡ бороп кертте.
Ҡапҡа бағанаһына беркетелгән һөйләшеү ҡоролмаһы төймәһенә баҫыуға яғымлы ғына йәш ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелде:
– Кем кәрәк?
–Иҫәнмеһегеҙ, мин Гөлсафа әбей янына килгән инем, райондан. Музей директоры булам.
– Әйткән ине шул, инегеҙ.
Ул арала кесе ҡапҡа автомат рәүештә асылып та китте. Фәниә дүрт-биш аҙым яһағансы баҫҡысҡа студент йәшендәге ҡыҙ сығып баҫты.
– Бер ҙә ҡурҡмағыҙ, беҙ эт тотмайбыҙ, – тип тынысландырҙы ул ҡаушабыраҡ атлаған ҡунаҡҡа ҡаршы төшөп. – Өйлә намаҙынан һуң ҡартинәй ятып торған ине, йоҡлап киткән. Ул серем иткән арала, әйҙәгеҙ, баҡсаны күрһәтәм үҙегеҙгә. Күп булһа ярты сәғәт йоҡлар, уятмайыҡ инде ҡарсыҡты.
– Мин Фәниә булам, – тип, яңы таныш үҙе менән таныштырҙы.
– Ә минең исемем Камилла. Камилә тиһәгеҙ ҙә ярай. Ҡартинәй шулай тип йөрөтә. Ҡартинәй минең, прабабушка була инде.
Улар шулай һөйләшә-һәйләшә ҙур булмаған ишек алдынан өй артындағы баҡсаға уҙҙы.
– Мин тәүҙә һеҙгә, Фәниә апай, атайымдың ғорурлығы булған быуаны күрһәтәм. Ул унда уҡбалығын үрсетә, һаҙандар ҙа бар, быуаның арғы яғындағы ҡамыштарға иғтибар итегеҙ. Улар елдән һелкенмәй, ә һаҙандар унда уйнай. Быуа улар өсөн бәләкәй, әлбиттә. Бер сутыйҙан саҡ ҡына ҙурыраҡ. Шуға күрә атай йыл һайын насос менән һауа өрҙөрә. Балығын тотҡан да, ашаған да юҡ. Атайҙың ҡулы күтәрелмәй, ғаилә ағзаһы кеүек улар миңә, ти. Ул кистәрен арып ҡайтҡас беседкала ултырып, улар менән һөйләшергә ярата. Бер һүҙ менән әйткәндә, эшҡыуар-идеалист, романтик Урал татары.
– Сокурыға нисек килеп эләктегеҙ һуң шул ҡәҙәр йыраҡ ерҙән?
– Беҙҙең дәүәтейҙе, Ҡазан ауыл хужалығы институтын тамамлағас, ошо совхозға инженер итеп ебәрәләр. Өйләнеп, яңы өйгә күсеп, атай тыуғас, Башҡортостандан ҡартинәйҙе ай-вайына ҡарамай алып килә, яңғыҙың бер өйҙә үлеп ятырһың тип.
– Яңы урынға өйрәнеү бик ауыр булғандыр инде?
– Ҡайҙа ауыр булмаған. Ҡырҡ йыл уҙғас та асынып иҫенә төшөрә. “Һигеҙ йөҙ саҡрымға йәйәү ҡайтып китерҙәй була торған инем үҙәгем өҙөлгән саҡтарҙа”, – тип тыуған илен һағынғанда йәштәрен һөртөп. Дәүәтей машина алғас ике йылға бер булһа ла тыуған ауылына алып ҡайта башлай. “Хыялый булыуҙан шул ҡотҡарҙы”,- ти. Камилә Фәниәне ҡултыҡлап кире баҡсаға алып кереп китте. Ниндәй генә ағастар ултыртмағандар бай хужалар. Ун биш сутый ерҙә лимоны ла, сливаһы ла, грушаһы ла, винограды ла гөрләп үҫә. Сейә, алма ағасы һәм ҡыуаҡлы үҫемлектәр тураһында әйтәһе лә юҡ. Бер түтәл һуған булһа ла утыртһындар!
– Был ҡәҙәр баҡсаны нисек ҡарап өлгөрәһегеҙ? – тип ғәжәпләнде Фәниә.
– Кәрәк булғанда атайҙың эшселәре килә. Уның ҡул аҫтында тажиктар күп эшләй. Тота белһәң, беҙҙең урындағы халыҡтан яҡшыраҡ улар, ти атай. Дәүәтей менән дәүинәй элек совхоз биргән өйҙәренән күсмәне. Икеһе шунда йәшелсә, бәрәңге үҫтереп, пенсияларынан ҡәнәғәт булып яталар. Атайҙың булышҡанын яратмайҙар нишләптер. “Мөхәммәт пәйғәмбәр ҙә сауҙа иткән бит!” тип, атай үҙ эшен аҡларға тырышһа ла бер ни эшләп булмай, идеология ҡорбандары шундай-ҙыр инде.
– Ә һеҙ, Камилә, ҡайҙа уҡыйһығыҙ?
– Мин финансист булырға әҙерләнәм. Банкта эшләргә урын табылмаһа, ҡайтып атайға булышырмын. Магазиндарҙа, складтарҙа эш етәрлек. Ана апайым бер ҙә баш ҡатырып торманы, институтты бөтөргәс, кейәүгә сыҡты ла атай янына ирен эйәртеп килде. Хәҙер ана булышалар, айырым йәшәйҙәр. Тик бала ҡарарға кеше юҡ – әсәй ҙә көнө-төнө тиерлек бизнеста бит. Машинаһынан төшмәй тиерлек. Әйҙәгеҙ, өйгә керәйек. Ҡартинәй уянғандыр инде.
Ейәненең күңеле дөрөҫ һиҙенгән. Улар кергәндә Гөлсафа әбей кухняла сәйнүккә һыу ағыҙып маташа ине. Камилла иң элек уның сәйнүгенә үрелде:
– Нисә тапҡыр әйттем бит инде, ҡартинәй, һиңә бер ни күтәрергә ярамай тип. Биш кенә минут көтөп торһаң була бит инде мин кергәнде. Әнә, ҡунағыңды ҡаршы ал. Райондан музей директоры килгән, һине музейға ҡуйырга алып китәм ти. Әҙерләнеп тор йөҙ йәшең тулыуға беҙҙең яҡта иң билдәле кеше буласаҡһың.
Ул татылдағансы Гөлсафа әбей менән Фәниә ике ҡуллап күрештеләр.
– Әйбәт кенә килеп еттеңме, ҡыҙым? – тип, ҡунаҡтың арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы ҡарсыҡ һөйөнөсөнән. – Ваҡ-төйәк менән борсоп шылтыратҡанға асыуланма инде. Ул һөлгөләрҙе берәйһе артынан биреп тә ебәреп була ине. Ни эшләптер бары һинең ҡулыңа тапшыраһым килде. Улар ябай һөлгө генә түгел. Тыңларға ваҡытың булһа, тарихын һөйләп бирермен. Камилә сәй өҫтәле әҙерләгәнсе минең бүлмәлә һөйләшә торайыҡ. Һин юлдан килгән кеше бит, арығанһыңдыр. Ултырып, аяҡтарыңды яҙарһың.
– Бep ҙә борсолма, Гөлсафа әбей. Машина менән мин. Хәҙер бит кешеләр күрше ауылға түгел, магазинға ла машина менән йөрөйҙәр.
– Һөйләмә лә, шуға күрә ҡырҡ йәштән ҡырҡ сир йәбешә үҙҙәренә.
– Һин үҙең табиптарға йыш йөрөйһөңмө? – тип, Фәниә әбейҙең эс серҙәрен белергә уйланы.
– Ҡасан барғанымды хәтерләмәйем инде.Теш төптәре төшмәй ҡамасаулай башлағас Камиләнең атаһы ике-өс тапҡыр шуларҙы һурҙырырға алып барып ҡайтҡан ине. Унан һуң күп йылдар уҙып, әнә ҡара, яңы тештәр үҫеп сыҡты. Уға ҡәҙәр тешһеҙ ун йыллап ҡына ғазапландым, – тип әбей ынйы бөртөктәре кеүек ваҡ ҡына аҡ тештәрен ялтыратып, кеткелдәп көлдө. – Һин, ҡыҙым минең күп һөйләгәнгә аптырама. Хоҙай шулай яратҡан. Унан килеп, күп ваҡыт бер үҙем ултырам бит. Балалар һуң ғына арып ҡайта. Уларҙа минең ҡайғымы ни. Йәй Камилә ҡыҙым янымда булғанда күңелле. Минең әкиәттәрҙе тыңлап туйып бөтәлер инде ул да.
– Мин кеше һөйләгәнде тыңлар-ға яратам, Гөлсафа әбей. Музейҙа эшләгәс, эшем шул. Кешеләр менән гел аралашырға тура килә. Табиптар-ға күптән күренгән юк, тиһең. Бер ерең дә һыҙламаймы?
– Нишләп һыҙламаһын, һыҙлай, әлбиттә. Аяҡ-ҡул һыҙлаған һайын табипҡа йүгерһәң... Аяҡтар һыҙлағанда, беләһеңме, мин нимә эшләйем? Һуған ҡабығынан төнәтмә яһап, бер нисә аҙна шуны эсәм. Ике-өс һуған ҡабығына ҡайнар һыу ағыҙып ҡуяһың да, иҫеңә төшкәндә эсәһең. Ныҡ ярҙамы тейә. Ә иң яҡшыһы – физзарядка.
– Булмаҫты һөйләмә! Йөҙгә еткәндә нисек физзарядка яһап бул-һын.
– Һин башта тыңлап тор әбейеңдең һүҙҙәрен. Ул бик ябай әйбер, тик теләгең булһын. Иҫеңә төшкән һайын ике аяғыңды айырып баҫаһың да, бармаҡ остарында күтәреләһең. Аяҡ үксәләрен күтәрәһең дә, төшөрәһең. Башта ун биш-егерме тапҡыр. Шуны яһаған һайын арттыра барып, йөҙгә еткерәһең. Тәүҙә ауыртырға мөмкин. Айырыуса подагра менән ауырыған кешеләрҙең быуындары ныҡ һыҙлай. Сөнки тоҙ ултыра һөйәк араларына. Шул гимнастиканы көн һайын яһайым мин. Уның ҡарауы төндә һыҙланып, аяҡ тартышып уянмайым.
– Гөлсафа әбей, йөҙгә яҡын йәшәгәс, ғүмер бик оҙон тойолғандыр инде.
– Ниндәй оҙон булһын! Күҙ һирпегән кеүек кенә. Шуға йәшләй үлгәндәрҙе бик ҡыҙғанам. бына минең Рәхилә ҡыҙым үлгәнгә лә алтмыш йылдан артыҡ ғүмер уҙып китте. Ә мин һаман ер тапайым. Ҡайһы ваҡыт былай тип тә уйлап ҡуям: ҡыҙым үҙ ғүмерен миңә ҡалдырғандыр. Мин бит, Фәниә ҡыҙым, Рәхиләмдең һөлгөләрен бирергә тип саҡырҙым һине.
– Рәхилә aпай ни эшләп бик йәшләй үлде һуң? Ҡәбере ҡайҙа?
– Был һорауҙарға ике һүҙ менән генә яуап бирерлек түгел, ҡыҙым. Әйҙә былай килешәбеҙ. Тәүҙә өсәүләшеп тәмләп сәй эсеп алайыҡ. Унан һуң иркенләп һөйләшеп ултырырбыҙ. Күп татылдай башлаһам, туҡтатырһың. Нимә эшләмәк кәрәк, оҫтабикәләр шикелле күп һөйләргә яратҡас.
Камилла сәйҙе яҡшы, ысын татарса бешергән. Һөт һалып, рәхәтләнеп эстеләр сөкөрҙәшеп. Унан һуң, ҡунаҡ менән әбей яңынан хужа бүлмәһенә инеп китте.
–Колхозлашыуға ҡәҙәр иген игеп, тереклек ҡарап йәшәһәк тә, ҡыштарын – гел сауҙа. Камиләмдең атаһы, ошо ейәнемде – Жәүәтте әйтәм инде, дәүәтеһенә бөтөн яҡтан оҡшаған: буй-һыны менән дә, кәүҙәһе менән дә.
– Гөлсафа әбей, беҙ Рәхилә апай тураһында һөйләшә башлаған инек, – тип, Фәниә яңынан “бураҙнаға” борҙо.
– Эйе шул. Камилә әйткәндер инде был яҡҡа беҙҙең ҡайҙан күскәнде. Башҡортостандың Мәсетле районынан беҙҙең сығышыбыҙ. Унда татарҙар күп йәшәй. Мин үҫмер саҡта атай һөйләй ине нәҫел-нәсәп тураһында һүҙ сыҡҡанда, ҡышҡы оҙон кистәрҙә. “Элек бабайҙарыбыҙ хәҙерге Рязань өлкәһендә йәшәгәндәр”, – тип. – Башта батша быларға күп кенә ташламалар яһап килгән. Һалым буйынса, ер-һыу мәсьәләһендә, армияға ла барыһын һыпырып алмағандар. Ун етенсе быуат уртаһында элекке ташламалар бөтөрөлөп, өҫтәүенә көсләп суҡындырыу башланғас, күптәр яңы урын эҙләп Иҙел, Урал яғына күсеп китә. Әммә Иҙел буйында йәшәүсе татар-ҙарҙың да суҡындырыуҙан ҡотола алмауҙарын күреп, беҙҙекеләр башта хәҙерге Өфө ҡалаһы урынлашҡан яҡҡа, унан Ағиҙел, Ҡариҙел йылғалары буйлап Әй йылғаһына ҡәҙәр күтәреләләр. Шунда башҡорттарҙан рөхсәт һорап, аренда өсөн түләп, ауылдарға нигеҙ һалалар. Шунда уҡ Аҡа йылғаһы аға. Бәлки беҙҙең, бабайҙар Рязань яғында аҡҡан Аҡа йылғаһын иҫкә алып, Уралдағы йылғаға шул исемде ҡушҡандарҙыр. Аҡа үҙе Ыҡҡа ҡоя, ә Ыҡ Әй йылғаһына.
– Йылға исемдәре ниндәй матур. Һеҙҙең Әжекәйгә беренсе булып кемдәр ултырыуы билдәлеме?
– Хәтерем яңылышмаһа, Оло Аҡаға 1695 йылдар тирәһендә нигеҙ һалалар. Әжекәйгә 1714 йылда беҙҙекеләр килгәндәр. Ҡайһы бер ҡарттар уларҙы Бәләбәй яғынан күскәндәр, тип әйтә инеләр. Атайым һөйләгәнсә, ауылда башта биш аймаҡ йәшәгән: Дарман аймағы, Сирай аймағы, Хисмәт аймағы, Торна аймағы һәм Кәли аймағы.
Мин 1908 йылда тыуғанмын. 16 йәшемдә үҙебеҙҙең ауыл егете менән никах уҡыттылар. Ике йылдан Рәхилә тыуҙы. Беҙҙең яҡ гел урман ғына ине ул ваҡытта. Баҡса артынан ҡайын урманы башлана. Беҙҙең өй баҫҡысынан Сарбаттан килгән әбей батша тракты күренеп тора ине. Ул юл Себергә илтә, Урал тауҙары аша сығып. Юлды әбей батша ҡушыуы менән һалғандар, шунан арестанттарҙы һөргөнгә ҡыуа торған булғандар.
Беҙҙең ауылдан биш саҡрым самаһында Малоустьикинск тигән урыҫ ауылы бар. Унда шул әбей батша юлы менән йөрөнөк ғүмер буйы. Ауылдарына текә тауҙан төшәһең. Шуға күрә, унан төшкәндә йәки менгәндә йыш ҡына йә ҡапсыҡ тишелә, йә ҡамыт бауы өҙөлә торған булған. Был хаҡта йыр ҙа сығарғандар ине.
Текә Сарбат тауҙары,
Өҙөлә ҡамыт бауҙары...
Бына шул урыҫ ауылы янынан шаулап Ыҡ йылғаһы аға. Шул шаулап аҡҡан һыу буйында ултырғанға, беҙҙең ауыл кешеләре башта ул ауылды "Шарлап" тигәндәр, һуңынан "Сарбат"ҡа әүерелгән. Ундағы шартламаны күрһәң!
– Нимә һуң ул "шартлама"?
– Беҙҙең яҡта ер еләген шулай тип йөрөтәләр. Август урталарында бөрлөгән өлгөрә. Беҙ уны услап ҡына ауыҙға оҙата торған инек. Ә бына һеҙҙең яҡтарҙа бөрлөгән бөтөнләй юҡ. Балтырған йыйған кешене лә күргән юҡ. Барыбер иң ғәжәбе еләк, бөрлөгән күп булыуҙа түгел, ә башҡала. Бына шул Сарбат юлы буйындағы урманда, болондарҙа сәскә күп була ине. Ә юлдың һул яғындағы киҫелгән диләнкәлә башҡа бер ерҙә үҫмәгән сәскә – кәкүк ситеге йыя инек ҡыҙ саҡта. Уның матурлыҡтарын күрһәң... Ә һин, Фәниә ҡыҙым, уны күргәнең бармы?
– Бap, әлбиттә. Ләкин урманда, ҡырҙа түгел, ботаника баҡсаһында.
– Ысынлап әйтәһеңме? Уны кешеләр баҡсала ла үҫтерәме ни?
– Улай ғына түгел, бик күп сорттары бар икән уның. Әллә нисә йөҙҙән артып китә. Урыҫтар “орхидея“ тип йөрөтә.
– Жәүәткә әйтәм әле ҡайтыу менән. Баҡсаһына әбизәтелнә ултырт-һын. Рәхиләмдең төҫө итеп үҙем тәрбиәләрмен.
– Рәхилә апай ул сәскәне ярата инеме?
– Мәктәпкә йөрөй башлағас уҡ еләк йыйырға үҙем менән ала инем мин уны. Урманға йөрөргә бик ярата ине балам. Шартламаға барһаҡ, донъяһын онотоп, шул кәкүк ситеген эҙләп ҡыуаҡтар араһына кереп юғала ине. Бик матур сәскә бит, бала һоҡланмай мөмкин түгел. Шәмәхә, һары, зәңгәр ҡатыш һары төҫтәге "ситеккә" күк тамсылары сәсрәгән сәскәләр күҙ яуын алырлыҡ. Рәхилә шуларҙы ҡәҙерләп кенә алып ҡайтып һыуға ултырта. Ә ҡышын төҫлө ҡәләмдәр менән һүрәтен яһап, миңә, атаһына күрһәтә ине. Йәй етеп тағын сәскә атыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Ун өс, ун дүрт йәшендә миңә эйәреп сигеү сигергә өйрәнде был ҡыҙ. Унан иптәш ҡыҙҙары менән кис ултырырға йөрөй башлағас, әллә нисә метр шаҙралы һөлгө алып бирҙем. Заманы ауыр булһа ла, берҙән-бер ҡыҙыбыҙ өсөн йәл түгел. Эй ҡыуанды инде. Иң яратҡаны шул кәкүк ситеге сәскәһен сигеү булды. Ниндәй генә төҫтәрен сикмәне ул! Башҡа ҡыҙҙар роза, күк сәскәләр, миләүшә сәскәләре сиккәндә, беҙҙең Рәхилә кәкүк ситеге менән һаташты. Ҡайһы ваҡыт мәк сәскәһенә күсә. Сөнки күрше ҡыҙы Мәүлиха менән үлеп мәк яраталар. Сентябрь етһә, баҡсаны уларҙан ҡарауыллап ҡына торабыҙ. Мәктәптән ҡайталар ҙа, мәк ашарға шунда инәләр. Мәүлиханың әсәһе бер саҡ быларҙың икеһен “енәйәт" өҫтөндә тотоп тетә башлай. Ҡыҙы ҡаушап ҡалмай: "Рәхилә мәк кенә ярата," – тип яуабын таба. Был хәл класташтарына барып етә. Баласаға телгә, исем тағырға оҫта бит. Һуғышҡа киткәнсе беҙҙең ҡыҙҙың ҡушаматы "Рәхилә мәк кенә ярата" булды.
Ун етеһе лә тулмаған ине Рәхиләгә, военкоматта ун һигеҙ йәштә тип алдап, армияға киткәндә. Үҙем кеүек буйлы, таҙа ине бит. Башта атаһын оҙаттыҡ. Бер йыл да уҙманы, похоронкаһы килде мәрхүмдең. Ул ваҡытта Рәхиләгә ун алты, энеһенә, йәғни Камиләнең олатаһына, туғыҙ йәш. 42 йылдың йәйендә хәллерәк, армияға алынмаған ир-аттарҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы Уралға урман киҫергә ебәрҙеләр. Рәхилә менән Мәүлиха ла китте. Мәүлиха беҙҙең ҡыҙҙан ике йәшкә оло. Ул һуғыш башланыр алдынан кейәүгә сыҡҡан ине. 41-се йылдың июлендә ирен армияға оҙатты. Ете айҙан малайы тыуҙы.
Меҫкен ҡыҙ ете айлыҡ имсәк балаһын ҡайнатаһына ҡалдырып, урман киҫеп ятты әллә нисә ай.
– Рәхилә, – ти икән бер кисте был, баракка ҡайтҡас. – Түҙәр хәлем ҡалманы, баламды һағынам. Төрмәгә япһалар ябырҙар, бөгөн төндә ҡасам. Хет улымды күреп ҡалырмын, бында һағыныуҙан үлгәнсе.
– Үҙеңде генә ебәрмәйем, ҡыҙый, – тип ҡаршы төшә Рәхилә. – Йөҙ саҡрымлы урманды бер үҙең нисек сыҡмаҡсы булаһың? Икәү ҡасабыҙ. Һин ҡайҙа – мин шунда. Тәүәккәллек тау емерә, икәүләшеп ҡайтып етербеҙ берәй аҙнанан.
Сентябрҙең төн уртаһында ҡайтып керҙе ҡыҙыбыҙ. Ҡурҡыуҙан бер нисә көн күршеләрҙә йәшереп тоттоҡ, милиция тентеү менән килер тип. Килеүсе, һораусы булманы.
Яңы йыл уҙғас ысын һалҡындар башланды. 45-50 градустан күтәрелгәне юҡ. Халыҡ аслыҡтан ҡырыла, ә туң ерҙе ҡаҙырлыҡ хәлле кеше бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Улай булһа ла, бер мәйетте лә ҡәҙерһеҙләп унан-мынан күммәнек. Барыһын да ер ҡуйынына төшөрҙөк. Ауылда хәбәрһеҙ юғалыусылар ҙа булды... Гонаһына кереп, имеш-мимештәр тураһында һөйләп тормайым.
– Тимәк, Рәхилә 1943 йылдың яҙында үҙе теләп һуғышҡа китте, иҫтәлеккә сиккән һөлгөләрен ҡалдырып.
– Ул яҙҙа күп комсомол ҡыҙҙар ил һаҡларға китте. Береһе лә ата-әсә һүҙен тыңламаны. Ялғанлап, ике йөҙлө булаһым юҡ: беребеҙҙең дә ғәзиз балаһын һуғыш ҡорбаны иткеһе килмәне. “Инәй, һиңә булышырға энем бар. Өйҙә бер тамаҡ булһа ла кәм булыр, исмаһам, был ауыр йылдарҙа," – тип беҙҙе тынысландырмаҡсы булды балам.
– Хаттары килеп торҙомо һуң?
– Айына икешәр хат ебәрҙе балаҡайым, беҙҙең ут йотоп көткәнде белеп. Ышанмаҫһың, ярты йылдан үҙе ҡайтып төштө бер уйламаған-көтмәгән ерҙән.
– Әллә отпуск биргәндәрме?
– Эш былай була. Рәхиләне, санитарҙар курсын тамамлауға, Курск янындағы ҡаты һуғыштар барған ергә хеҙмәт итергә ебәрәләр. Мин, наҙан ауыл ҡатыны, ул һөйләгәндәр-ҙе аңлап та бөтөрмәнем ул сағында. Ҡыҫҡаһы, фронт янындағы госпиталдә Мәүлиханың яралы ирен осрата был. Снаряд меҫкендең ике аяғын да теҙҙән түбән өҙгән. Быны бер аҙ кеше ҡиәфәтенә керткәс, комиссовать итеп ҡайтарырға булалар. Мөнир, уҙған йыл беҙ Башҡортостанға ҡайтҡанда, иҫән ине әле, үҙе генә ҡайтырлыҡ булмағас, Рәхилә бик һөйөнөп өйөнә ҡәҙәр оҙатырға рөхсәт һорай госпиталь начальнигынан. Бер көндө икәүләшеп ҡайтып төшәләр былар Мәүлиха янына. Барыһының да һөйөнөстән һәм көйөнөстән (ике аяҡ юҡ бит ирҙең) йылауҙарын белһәң. Был хаҡта Рәхилә өйгә ҡайтҡас һөйләне, билдәле. Ҡыҙым ике кис ҡунып, тағын үҙ полкын эҙләп китеп барҙы. Шул киткәндән һуң Румыниянан бер генә хаты килеп ҡалды. Көҙ етеүгә хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат алдыҡ. Был үле хәбәренән яҡшы, тип үҙебеҙҙе тынысландырырға тырыштыҡ, йылдар күңел күрешеү, һис юғында берәй хәбәр алыу өмөтө менән йәшәнем. Сиккән һөлгөләрен һандыҡтан алып, үбеп-үбеп илайым да, тағын һалып ҡуям. Шул Рәхиләм сиккән кәкүк ситектәрен һиңә бүләк итергә булдым. Кешеләр күрһен, һоҡланһын ул сәскәләргә.
Гөлсафа әбей еңел генә тороп, бүлмәнең алғы мөйөшөндәге биҙәкле һандығын асты. Кисә үк әҙерләп ҡуйған ике һөлгөнө һаҡлыҡ менән генә алып, йәйеп һалды.
– Бына ҡара, кисә генә сиккән кеүек. Һөлгөләрҙең суҡтары ла теҙелешеп тора. Улар ҡыҙымдың бирнәһенә эйәреп бараһы ине бит.
Фәниә ҡәҙерле бүләкте ҙур целлофан пакетҡа һалып, хужаларға рәхмәт әйтеп, ҡайтырға сыҡты. Әбей менән ейәне машина боролошта күҙҙән юғалғансы ҡапҡа төбөндә торҙолар.
Рәхилә һөлгөләре икенсе көндө үк татар халҡының, боронғо кейемдәре, көнкүреш әйберҙәре бүлегендә урын алды. Музейға килеүселәр улар-ҙы күреп тә ғәжәпләнмәне. Сигеүле һөлгө менән беҙҙе шаҡ ҡатырып булмай, сөнки уларҙы өс өйҙөң береһендә, һис булмаһа, һандыҡ төбөндә табып була. Улар бер йыл эленеп тороп, Фәниә экскурсияға Ҡазандан йәки сит илдән килгәндәргә татар сәнғәте, халыҡ йолалары тураһында һөйләгәндә, әлбиттә, Гөлсафа бүләк иткән һөлгөләр тарихын урап уҙманы. Музейҙың был залында уҡыусыларҙың тик береһе генә, халыҡ ижадын, декоратив сәнғәтен өйрәнеүсе, һөлгөләрҙәге сәскәләргә ғәжәпләнде. Сөнки уның, сигеүле һөлгөлә кәкүк ситеген күргәне юҡ ине. Фәниә уға ла уларҙың нисек килеп сығыуы тураһында ентекләп һөйләне.
Икеме, өсмө йыл уҙғас, Бөтә донъя татар конгресы башҡарма комитеты Көнсығыш һәм Көнбайыш Европа илдәрендә йәшәүсе милләттәштәр менән элемтәне тағын да нығытып, һабантуйҙар уҙғара башланы. Был әһәмиәтле саранан Германиялағы татарҙар ҙа ситтә ҡалманы. Уны ойоштороуҙа һәм алып барыуҙа Татарстан Мәҙәниәт министрлығы ла үҙ өлөшөн кертте. Милли байрамға артистар һәм башҡа сәнғәт оҫталары ныҡлап әҙерләнә башланы. Фәниәнең белмәгән кешеһе, ҡыҫылмаған ере булмағанды үҙегеҙ беләһегеҙ инде. Музей директоры булараҡ Бөтә донъя татар конгресы менән һәр ваҡыт элемтәлә тора. Район хакимиәте етәкселәре милли эштәр менән ныҡлап шөғөлләнергә яратмау һәм милли мәҙәниәт менән күҙ буяу өсөн генә ҡыҙыҡһыныу сәбәпле, был мәсьәләләргә ҡағылышлы эш сыҡһа, гел Фәниәгә йөкмәйҙәр. Ҡарышмай, милли йөрәкле ҡатын барыһын да алаша урынына тарта. Германияла булаһы һабантуйға милли кейемдәр һәм декоратив сәнғәт әйберҙәрен һайлап алып, Берлинда үҙе үк улар тураһында һөйләргә шатланып ризалыҡ бирҙе. Форсаттан файҙаланмайса, ҡасан Берлинды күрәсәк?
Бергәләп тотонғас һабантуй уҙасаҡ урынын да таптылар (ауылда түгел, билгеле, Берлиндың бер мөйөшөндә), бөтөн Көнбайыш Европанан ҡунаҡтар ҙа йыйылдылар. Тик көндөң ямғырлы булыуы ғына ойоштороусыларҙын, бер аҙ эстәрен ҡырҙы. Тулайым алғанда, байрамды яҡшы башлап ебәрҙеләр. Был Һабантуйҙан Татарстан телевизион каналдары махсус репортаж да эҙерләне. Фәниә иһә майҙандың бер генә ситендә байрамға килеүселәргә үҙе ойошторған күргәҙмә экспонаттары тураһында ихлас китеп һөйләй. Тамашасылар йыраҡ Татарстандан махсус улар өсөн килтерелгән милли кейемдәрҙе һәм башҡа көнкүреш әйберҙәрен (һауыт-һаба, ҡомған, намаҙлыҡ һәм башҡаны) иҫтәре китеп ҡарай. Йыраҡтағы тыуған илдәрен һағыныуҙан олораҡтары күҙ йәштәрен һөртә. Ҡунаҡтарҙың күбеһе "– яман илдең яҡшыһы булғансы, яҡшы илдең яманы бул", тип ситкә бәхет эҙләп китеүселәр.
Һабантуйҙың ҡыҙған сағы. Фәниә байрам эйфорияһына иҫереп һайрапмы-һайрай. Кешеләр экспонаттарҙы ҡарай тора, китә тора. Бер саҡ, утыҙ йәштәрҙәге таҙа кәүҙәле ир-атты ҡултыҡлап, һикһән йәштәр самаһындағы, заманса кейенгән апай Фәниә "тауарҙарын" бик ентекләп ҡарай башланы. Гөлсафа әбей һөлгөләре тураһына еткәс, ҡулын теге йәш ир ҡултығынан һурып сығарып, шуларға текәлде.
– Минең һөлгөләрем! Кәкүк ситектәрем! – тип, ике ҡуллап уларҙың бер башын күтәреп, битенә ҡапланы ла, һеңкелдәп илап ебәрҙе. Янындағы кешеләр, шулай уҡ әбейҙе оҙатып килеүсе ир-ат аптырап ҡалдылар. Бер нисә минуттан әбей үҙен ҡулға алып, янына уҡ килеп баҫҡан Фәниәгә өндәште:
– Уларҙы һеҙгә кем бирҙе? Һеҙ Башҡортостандан түгелһегеҙҙер бит.
Фәниә юғалып ҡалманы. Секунды менән Гөлсафа әбей һөйләгәндәр, һуғышта юғалған ҡыҙы Рәхилә иҫенә төштө:
– Һеҙ случайно Рәхилә апай түгелме?
– Минең исемде һеҙ ҡайҙан белдегеҙ? Әллә күрәҙәсеме һеҙ? Эйе, минең исемем Рәхилә. Хәҙер генә Рахиль тип йөрөтәләр, Германияла торғас, шулай уңайлы.
– Рәхилә апай, һеҙҙең, инәйегеҙ Гөлсафа әбейме?
– Эйе, эйе, мин Гөлсафа ҡыҙы булам. Һеҙ минең инәйҙе лә беләһегеҙме ни?
– Бәхеткә ҡаршы, мин күп нәмәләрҙе беләм. Бөгөн беҙҙе һабантуй осраштырыр тип кем уйлаған.
– Ә ни эшләп минең кәкүк ситектәрем Татарстанға барып сыҡҡан?
– Һеҙҙең, инәйегеҙ, ҡырҡ йылдан артыҡ Татарстанда – Ҡазан янындағы районда йәшәй. Бынан бер нисә йыл элек инәйегеҙ был һөлгөләрҙе мин эшләгән музейға бүләк итте. Һеҙҙе һағынып, бер күрергә тилмереп йәшәгән ғүмер буйы. Йәше йөҙгә етеп килһә лә, иҫән, үҙ аяғы менән йөрөй. Ә һеҙ был Һабантуйға ҡайҙан килдегеҙ?
– Мин һуғыш бөткәндән бирле Германияла йәшәйем. Беҙҙең ауыл Мюнхендан йыраҡ түгел, Австрия сигенә терәлеп тора.
– 1944 йылдың декабрендә һеҙҙең, хәбәрһеҙ юғалыуығыҙ тураһында инәйегеҙгә хат килеп төшә. Яңылыш яҙғандарҙыр, ҡыҙым әсирлеккә төшөп, иҫән ҡалғандыр тип, Гөлсафа әбей һаман һеҙҙе көтөп йәшәй. Ниңә бер ҡош теле ҡәҙәр булһа ла хат яҙманығыҙ туғандарығыҙға?
– Әйтеүе генә анһат уны, һеңлем. Беҙ Румынияла, машиналарға яралы һалдаттарҙы тейәп тылдағы госпиталгә сығып барғанда засадага эләктек. Һуғыш әсирһеҙ буламы ни! Күбебеҙҙе, хатта яралы һалдаттарҙы ҡырып бөтөрҙөләр, тау араһынан уҙған юлда һөжүм итеп. Һуңынан аңлауымса, Румыния Германияға ҡаршы 1944 йылда һуғыш иғлан иткәс, Ҡыҙыл Армия ҡыҫырыҡлап тар-мар итергә тотонғас, фашистар ваҡ төркөмдәргә бүленеп, диверсия ойошторорға күсә. Беҙ шуның ҡорбаны. Иҫән ҡалғандарҙы, шул иҫәптән еңел яралыларҙы, ун дүрт кеше инек, башта тауҙар, урмандар аша Австрияның Көньяғындағы лагерға тапшырҙылар. Ундағы шахтала һуғыш бөткәнсе ирҙәр менән бергә эшләттеләр. Шунда буласаҡ ирем менән таныштым. 1945 йылда союзниктар азат иткәс, үҙебеҙҙекеләргә ҡушылырға ҡурҡтыҡ: 25 йыл каторга көтә тип ҡат-ҡат киҫәтте союзниктар. Беҙ, ҡайтыу өмөтөн өҙөп, көньяҡ Германияға эш эҙләп барып сыҡтыҡ, Австрия сиген боҙоп. Башта ялланып күп йылдар ерҙә эшләнек. Унан үҙ фермабыҙҙы булдырҙыҡ. Балалар тыуҙы. Хәҙер ейәндәребеҙ буйға етеп, өйләнеп, кейәүгә сығып бөттөләр. Икебеҙ ҙә татар булғас, туған телде онотмаҫҡа тырышабыҙ. Һабантуйға ейәнем менән килдем. Харис, бына был Рәсәй-ҙән килгән апайың була, – тип Рәхилә ейәнен Фәниә менән таныштырҙы.
– Рәхилә апай, нишләп һеҙ СССР тарҡалғас ҡунаҡҡа булһа ла ҡайтманығыҙ? Ирек барыбыҙға ла бирелде бит 1991 йылдан һуң?
– Ил таралып, Германия берләшеүгә 1993 йылда буғай, ауылға инәйем исеменә татарса хат яҙҙым. Әммә ундай кеше бында йәшәмәй тип ерле хакимиәттән яуап ебәрҙеләр. Шунан һуң бөтөнләй өмөтөмдө өҙҙөм, инәйем менән энем һуғыш йылдарында астан үлгәндәрҙер тип. Һуғыш ваҡытында, әле мин ауылда булғанда, бик күп кеше астан үлде бит.
– Өмөтһөҙ шайтан, ти беҙҙең халыҡ. Өмөтөгөҙҙө иртә өҙгәнһегеҙ. Ҡайтып Гөлсафа әбейҙән беренсе булып мин һөйөнсө аласаҡмын. Бындай осрашыу булаһын кем белгән! Инәйеңдең дә, уның балаларының да телефон номерын алып килгән булыр инем. Өй телефонын да алмағанмын, исмаһам. Әйҙәгеҙ, былай итәбеҙ. Һеҙ миңә телефон номерығыҙҙы бирегеҙ, ә мин ҡайтышлай уҡ Гөлсафа әбей янына инәм. Минуты менән һеҙгә шылтыратыр-ҙар.
– Бик рәхмәтле булырмын, Фәниә ханым. Минең иҫәпкә һөйләшергә заказ бирһендәр. Йә үҙҙәренең аҡсалары булмаҫ, сит ил менән һөйләшеү ҡиммәт бит. Төн йоҡоларымды йоҡламай көтөрмөн. Ике номер бирәм.
– Улар районда иң бай кешеләрҙең береһе, беләһегеҙ килһә. Магазиндарын да бармаҡ менән һанап бөтөрөрлөк түгел. Беҙ иртәгә Рәсәйгә ҡайтырға сығабыҙ. Күп булһа, өс тәүлектән шылтыратыу көтөгөҙ.
Ике татар ҡатыны ҡосаҡлашып, бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырып айырылыштылар.