Илдар Сәғит улы 2007 йылда “Ниғәмәтйәнов” крәҫтиән-фермер хужалығы эшен аса. Бер-нисә йылдан ул “Аҡтау” йәмғиәте тип үҙгәртелә. Ауыл хужалығында килеп тыуған ҡыйынлыҡтар уны башлаған эшенән туҡтатып ҡалмай. Бөгөн “Аҡтау” йәмғиәте үҫемлекселек өлкәһендә районда ғына түгел, ә республика буйынса ла лайыҡлы урын биләп, тотороҡло үҫешкән алдынғы аграр предприятие булып иҫәпләнә. Был һис шик-һеҙ етәксенең тырыш, маҡсатҡа ирешеүсән булыуынан һәм эште оҫта ойоштора белеүенән тора.