– Инвалидтар йәмғиәтенә инергә теләктәре булғандар, 8-917-781-85-38 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә йәки
[email protected] адресы буйынса электрон почтаға яҙа ала. Беҙҙең ишектәр һәр кемгә асыҡ. Иң мөһиме – рух ныҡлығын, оптимизмды, йәшәү теләген һаҡларға, ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫкә. Шул ваҡытта ғына сир тураһында уйламай, ҡәҙимгесә йәшәргә мөмкин. Тирә-яҡтағылар ҙа беҙгә аңлап ҡараһын ине. Хәҙерге ҡатмарлы ваҡытта кешеләргә мәрхәмәтле, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә бигерәк тә шәфҡәтле булырға кәрәк, – ти Рубин Әхкәмов.