Мәсетле тормошо
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
26 Ноябрь 2020, 20:00

Шәфҡәт туташының төп дауаһы – изгелек һәм шәфҡәтлелек

“Мәсетле тормошо” гәзите редакцияһына йыш ҡына һөнәрҙәренә тоғро, шәфҡәтле һәм изге кешеләр тураһында яҙыуҙы һорап мөрәжәғәт итәләр. Бына был юлы ла ярты быуат ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған тынғыһыҙ шәфҡәт туташы Галина Петрова тураһында һөйләүебеҙҙе үтенделәр.

– Был һөнәрҙе һайлауыма әсәйемдең ағаһы йоғонто яһағандыр. Ул ғүмер буйы хәрби фельдшер булып эшләне, Бөйөк Ватан һуғышын үтте, – тип башлай хәбәрен Галина Ивановна. – Шуға ла мәктәпте тамамлау менән Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға индем. Хеҙмәт юлым хирургия бүлегендә башланды. Оҙаҡ йылдар операция шәфҡәт туташы булып эшләнем. 1988 йылда поликлиниканың процедура кабинетына күстем.
Шәфҡәт туташының эш сәғәте иртәнге һигеҙҙән башлана. Уның бурысы – табиптар тәғәйенләгән бар дауалау-диагностика сараларын үтәү: диагностика тикшереүе өсөн венанан ҡан алыу, венаға һәм мускулдарға инъекция ҡуйыу.
Галина Петроваға коллегалары ла, пациенттар ҙа ихтирам менән ҡарай.
– Ул поликлиниканың иң тәжрибәле шәфҡәт туташы. Һәр саҡ үҙ бурыстарын ғәҙел һәм намыҫлы үтәй, иң мөһиме – ауырыуҙарға ҡарата бик иғтибарлы һәм һиҙгер. Уға һәр ваҡыт таянырға мөмкин, шуға ла яуаплы эш тапшыралар – операция, процедура кабинеты шәфҡәт туташы, бындай йөкләмәләр һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел. Йәш белгестәр өсөн остазда ул, – тип һөйләй уның тураһында поликлиниканың өлкән шәфҡәт туташы Зәлифә Вәлиева.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн Галина Ивановна төрлө наградалар менән бүләкләнгән. Шуларҙың иң ҡәҙерлеһе – “Баш-ҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” түш билдәһе.
– Әгәр ҙә кеше тирә-яҡтағыларға ысын күңел, хөрмәт һәм иғтибар менән мөғәләмәлә икән, улар ҙа изгелеккә изгелек менән яуап ҡайтара. Шуның өсөн дә район халҡы мәрхәмәтле һөнәр эйәһе – Галина Ивановнаға хөрмәт менән ҡарай. Ҡасан ғына процедура бүлмәһенә инмә, Галина Ивановна һәр ваҡыт ихлас ҡаршы ала. Уның йомшаҡ ҡына тауышы – тәнгә үҙе бер дауа. Үҙ эшен һәр ваҡыт оҫта башҡара. Оҙаҡ йылдар эшләгәнлектән, район кешеләрен әллә ҡайҙан танып тора, – ти Теләш ауылында йәшәүсе педагогик хеҙмәт ветераны Люция Закирйәнова.
Шәфҡәт туташы һөнәре яуаплылыҡ, шәфҡәтлелек, бар күңелде һалып эшләүҙе һәм халҡыңа тоғро ҡалыуҙы талап итә. Эш мәшәҡәтле, талаптар ҡәтғи, яуаплылыҡ юғары. Был һөнәрҙе һайлағандарҙың ошо һынауҙарға ҡаршы тора алмағаны ла осрай. Шәфҡәт туташы һәләте булмыштан. Галина Петрованың ошо һөнәрҙе һайлағанына бер ҡасан да үкенгәне юҡ.