Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
5 Ноябрь 2020, 14:00

Ҙур тәжрибәле тренер

Милли спорт төрө булған көрәш йолаларыбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ менән бер рәттән милли мәҙәниәттең ҙур бер өлөшөн тәшкил итә, йәш быуынды көслө рухлы, дәртле һәм яуаплы итеп тәрбиәләүҙең бер ысулы булып та тора. Рәсәй төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә киң таралған был спорт төрөнөң күп быуатлыҡ тарихы бар.

Мәсетле районында ла был спорт төрө киң таралған. Владик Тәүәкәлов – билбирмәҫ ир-егеттәрҙе көрәшкә өйрәтеүсе тренер. Ул тыумышы менән Ҡотош ауылынан. Ләмәҙтамаҡ мәктәбендә белем алған сағында уҡ көрәш менән ҡыҙыҡһына, Күмертау педагогия училищеһына уҡырға инеп, тренер-уҡытыусы һөнәрен үҙләштерә. Уның тәүге физкультура уҡытыусыһы Шакирйән Ғатауллин спорт юлын һайлауына йоғонто яһай.
– Спорт кешене тәрбиәләй, насар ғәҙәттәрҙән арындыра, физик күнекмәләр төрлө эштән һуң кешене ял иттерә, аралашыу сараһы булып та тора. Был турала теге йәки был спорт төрө менән шөғөлләнгән кеше яҡшы белә, – ти Владик Зәйнулла улы.
Мәктәп исемен яҡлап төрлө ярыштарҙа ҡатнашҡанын иҫкә ала, шулай уҡ шахмат турнирҙарында ла үҙен күрһәтә.
Мәктәпте тамамлағандан һуң, Күмертау педагогия училищеһына уҡырға инеп, физик культура һәм спорт буйынса уҡытыусы-тренер һөнәрен алып сыға. Ике йыл Тайыш мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй.
1996 йылдан алып Мәсетле районы Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә балаларҙы спортҡа ылыҡтыра, шул уҡ ваҡытта Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалында эшләп йөрөй.
Ул райондың һәм зональ турнирҙарҙа әүҙем ҡатнаша. Район һабантуйында уҙған көрәштә призлы урындар яулай.
2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының физик культура һәм спорт факультетын тамамлай.
Уҡытыу методикаһын һәм балалар-ҙың йәш психологияһын яҡшы белгәнлектән, белемен педагогик эшмәкәрлегендә оҫта ҡуллана. Дәрестәрен мауыҡтырғыс һәм яҡшы итеп ойоштора. Уҡыу-сылары район һәм республика ярыштарында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Тәрбиәләнеүселәре Нур Йосопов, Вадим Мостафин, Илназ Абдуллин һәм Вилдан Хафизов көрәш буйынса республика ярыштарында призлы урындар яулай.
“Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2020” район конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Владик Тәүәкәлов “Йәштәр менән эшләү буйынса иң яҡшы белгес” исеменә лайыҡ булды.