Мәсетле тормошо
+12 °С
Облачно
Кеше һәм уның эше
20 Октября 2020, 11:00

Сәнғәткә бағышланған ғүмер

Ләмәҙтамаҡ ауылынан хеҙмәт ветераны Ралит Ғонсаров 40 йылға яҡын ғүмерен сән-ғәткә арнай һәм район мәҙәниәте үҫешенә лайыҡлы өлөш индерә. Уның ҡабатланмаҫ тауышын башҡа бер кемдеке менән дә бутау мөмкин түгел, уны райондан ситтә – республикала ла яҡшы беләләр.

Атаһына һуғыштан әйләнеп ҡайтырға насип булмай, әсәһе өс бәләкәй бала менән тороп ҡала. Әммә ул өмөтһөҙлөккә бирелмәй, донъя ауырлыҡтарына бирешмәй йәшәй. Тырышып, балаларын лайыҡлы кешеләр итеп үҫтерә, уларҙы аяҡҡа баҫтыра.
Ралит Муллағәле улы етенсе класты тамамлағас, колхозға эшкә төшә. Йәше еткән егетте армия сафына алалар. Дүрт йылдан ашыу Хәрби-диңгеҙ флотында бурысын үтәй. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, уға ауыл клубында художество етәксеһе вазифаһын тәҡдим итәләр. Бәләкәйҙән йырларға, төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға яратҡан йәш егет бер һүҙһеҙ риза була. Шул уҡ ваҡытта киске мәктәптә уҡып, урта белем дә ала.
Һәләтле Ралит Муллағәле улы ауыл йәштәре менән тиҙ уртаҡ тел таба. Ул ойошторған концерттарҙы ауыл халҡы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп ала: баянда һыҙҙырып уйнай һәм йырлай. Тауышы тамашасыларҙың күңелен арбай, ауылдаштары уның йырҙарын сәғәттәр буйы тыңларға әҙер.
Күп тә үтмәй, клуб директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ул етәкләгән коллектив район смотрҙарында һәр саҡ беренселәр рәтенә сыға, ә бейеү ансамбле ағзалары республика конкурстарында уңышлы сығыш яһай. Ләмәҙтамаҡ ауыл клубының төрлө ауылдарҙа йыл буйына концерттар ҡуйып йөрөгән үҙешмәкәр артистарын күрше райондарҙа ла яҡшы беләләр.
Ралит Муллағәле улы ижади конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Тәүге юғары наградаһын – халыҡ йырҙары конкурсы лауреаты исемен 1965 йылда Татарстандың баш ҡалаһында ала. 1967 һәм 1969 йылдарҙа Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге конкурста ла уңышлы сығыш яһай. Совет армияһының Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны еңеүенә 40 йыл һәм Башҡорт АССР-ының 60 йыллығына арналған конкурстар, ”Рәсәй халыҡ таланттары” фестивале лауреаты. 1997 йылда Мәсетле районы хакимиәте тарафынан “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” маҡтаулы исеменә лайыҡ була. Башҡортостан Республикаһы Президенты бойороғо менән “Мәҙәниәт өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн” Почет грамотаһы менән бүләкләнгән. Ралит Ғонсаровҡа Өфө филармонияһы йырсыһы булырға тәҡдим итәләр, тик ул тыуған ауылын ташлап китмәй, хаҡлы ялға сыҡҡансы үҙ ерендә хеҙмәт итә, ауыл халҡын ҡыуандырып концерттар ҡуя. Үҙенең һәм коллегаларының эшен район гәзите биттәрендә сағылдыра. Оҙаҡ йылдар дауамында Мәсетле районының лайыҡлы кешеләре тураһында ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙа.