Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
20 Октябрь 2020, 15:00

Ашнаҡсылар әҙерләйҙәр

Ашнаҡсылар, кулинарҙар, кондитерҙар, технологтар, ашхананың ярҙамсы персоналы – эше кулинария һәм аш-һыу менән тығыҙ бәйле булғандар, шулай уҡ был һөнәрҙе үҙләштерергә ярҙам иткән уҡытыу-сылар 20 октябрҙә һөнәри байрамдарын билдәләй.

Мәсетле районында буласаҡ ашнаҡсыларҙы әҙерләү өсөн Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы Дыуан күп профилле колледжы филиалы яуап бирә. Егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы ашнаҡсы, кондитер булыу серҙәренә Зөлфиә Бикташева, Вәсилә Сәфиуллина, Әлфиә Сибәғәтуллина өйрәтә. Улар барыһы ла үҙ эштәренең оҫталары, бай эш тәжрибәһе туплаған ижади кешеләр.
– Беренсе курс студенттарына беренсе дәрестә үк: ”Уҡыусылар, бында уҡырға килгәнегеҙгә бер ваҡытта ла үкенмәгеҙ, сөнки ашнаҡсы һөнәре быуаттар буйына кәрәкле булып ҡала. Инженер һәм менеджерҙан айырмалы, һеҙ ашнаҡсы эшен теләгән урында таба алаһығыҙ”, – тип әйтәм. Буласаҡ ашнаҡсы һөнәренә 9
класс тамамлап килгәндәрҙе алабыҙ. Уҡыу ваҡыты – өс йыл да ун ай. Быйылғы йылда тәүге тапҡыр сығарылыш курсы студенттары йомғаҡлау аттестация имтиханын WorldSkills Russia системаһы аша демонстрацион формала тапшыра. Улар имтихандарҙы уңышлы тапшырғандан һуң, урта һөнәри белем тураһындағы диплом менән бер рәттән халыҡ-ара стандарттарға ярашлы квалификация тураһында раҫлаусы документ ала, – тип һөйләй уҡыуҙың теоретик өлөшөн алып барған Зөлфиә Хәкимйән ҡыҙы.
Производствоға өйрәтеү мастерҙары Вәсилә Вәрис ҡыҙы һәм Әлфиә Нәзиф ҡыҙы лабораторияла студенттарҙы аш-һыу әҙерләргә, өҫтәлде дөрөҫ сервировкаларға, йәшелсә-емеште матур итеп турарға, ризыҡтарҙы биҙәргә өйрәтә. Улар әйтеүенсә, ризыҡ туҡлыҡлы һәм тәмле генә түгел, ә матур итеп биҙәлгән дә булырға тейеш. Миҫалға салаттарҙы ғына алғанда ла, уларҙы элек өйөп һала инек, хәҙер икенсе стилдә бирәбеҙ. Хәҙерге заманда күп аш ризыҡтарының биҙәлеше үҙенсә һәм быны белергә кәрәк. Уларҙы етештереү технологиялары ла үҙгәреп тора.
Тәмле ризыҡ әҙерләргә өйрәтеүсе уҡытыусылар халыҡ мәшғүллеге үҙәге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.
Бөтә сығарылыш уҡыусылары, ә улар меңдән ашыу, һәләттәренә юл табырға ярҙам иткән остаздарын рәхмәт менән иҫкә ала.