Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
12 Октябрь 2020, 16:30

Ул әкиәт донъяһын булдыра

Ҡурсаҡ – кеше уйлап сығарған беренсе уйынсыҡ. Шулай уҡ ул һәр милләттең мәҙәни байлығы.

Әжекәй ауылында үткән һәр бер мәҙәни сарала башҡорт милли кейемендә ҡуйылған ҡурсаҡтар иғтибарҙы үҙенә тарта. Был персонаждар ауыл мәҙәниәт йортонда Ильяда Закирова тырышлығы менән булдырылған. Ул Әжекәй ауылында тыуып үҫкән. Мәктәптән һуң Сибай педагогия училищеһын тамамлай. Йәш сағында ире менән Нягань ҡалаһына күсеп китә. 40 йыл Балалар ижады йортонда “Күңелле уйынсыҡ” түңәрәгендә балаларҙы үҙ ҡулдары менән йомшаҡ уйынсыҡтар эшләргә өйрәтә. Шул ваҡытта үҙе лә ҡурсаҡтар менән мауығып китә. Ҡурсаҡтар өсөн джинсы туҡыманан төрлө әйберҙәр тегеп, уҡыусылары мода күрһәткән бик ҙур сығыш хәтерендә уйылып ҡалған уның.
Тормош иптәше вафат булғас, тыуған яғы Мәсетле районына кире әйләнеп ҡайта, үҙе менән ҡурсаҡтарын да ала. Ауылдың мәҙәни сараларында ҡатнаша башлай, һуңынан,
уҡыусы балалары булған атаәсәләр һорауы буйынса, мәктәптә ҡурсаҡ театры ойоштора.
– Борон-борондан һәр ғаиләлә ҡыҙ балалар әсәй-өләсәйҙәре әҙерләгән ҡурсаҡтар менән уйнаған, – ти һөнәрсе. Үҫә төшкәс, балалар үҙҙәре эшләргә өйрәнә. Хәҙерге заманда ла ҡурсаҡтар әҙерләү ҡайһы берәүҙәрҙең яратҡан шөғөлөнә әйләнгән. Ә кәрәкле аксессуарҙарҙы интернет-магазиндарҙан яҙҙырып алырға мөмкин.
Ильяда Әшрәф ҡыҙының ҡурсаҡтары үҙенсәлекле – улар бейей, көйгә ҡулдары менән хәрәкәт итә. Араларында эстрада йондоҙҙары персонаждары, рус йыры ансамбле геройҙары, сиғандар ҙа бар. Уйынсыҡтар менән ойошторолған саралар ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс килеп сыға.
Ильяда Закирова бар яҡтан һәләтле: ауыл мәҙәниәт йорто вокаль ансамблендә ҡатнаша, шиғыр һөйләргә әүәҫ, төрлө саралар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Милли кейем байрамына ауыл клубына милли күлдәктәр тегә, ауылдаштарына ла башҡорт һәм татар халҡының милли кейемдәрен өлгөртә.
Әле лә ул тик ултырмай, фольклор төркөмө составында милли баш кейеме – ҡалпаҡ тегеү серҙәренә өйрәткән “Кис ултырыу” халыҡ йолаһын күрһәтергә әҙерләнә.