Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
18 Сентябрь 2020, 12:35

Оҫта остаз ҙур тормошҡа әҙерләй

Яңы уҡыу йылы ғәҙәти режимда башланды. Мәктәптәрҙән тыш Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалында ла уҡыуҙар башланды. Быйыл унда 231 егет һәм ҡыҙ белем ала. Махсус урта белемгә эйә булыу хәҙер үтә лә мөһим, шуға ла колледжда уҡытыусылар иңенә ҙур яуаплылыҡ һалына.

Юрий Балдин күп профилле колледж филиалында 13 йыл производствола уҡытыу мастеры булып эшләй. Эшен яҡшы белгән профессионал йәштәрҙе һөнәр нескәлектәренә өйрәтә.
Юрий Иванович Әләгәҙ ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Аксеново (Әлшәй районы) ауыл хужалығы техникумында белем ала. 27 йыл “Мәсәғүт” совхозында эшләй. Тәүҙә тракторсы, һуңынан оҙаҡ йылдар Буртаковка ауылында өсөнсө бүлексә идарасыһы була. Эшенә яуаплы ҡарай. Ул ике тапҡыр Мәскәүгә ВДНХ-ға бара, “Үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн” миҙалдары менән ике тапҡыр бүләкләнгән.
2007 йылдан Дыуан күп профилле колледжы филиалында ауыл хужалығы машиналарын хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса дәрес алып бара, ауыл хужалығы техникаһы, шулай уҡ “С” категориялы автомобиль менән идара итергә өйрәтә.
– Минең эшем бик ҡыҙыҡлы, – ти ул. – Колледжға уҡырға килгән, техникала бер нимә аңламаған йәштәр ваҡыт үтеү менән оҫта эш итәләр.
Әлбиттә, был уҡыу йортонда белем алған егеттәр һәр береһе айырылып тора. Ҡайһы берҙәрендә һайлаған һөнәренә уҡыу программаһы тамамлан-ғас ҡына ҡыҙыҡһыныу уяна. Ата-әсәләренең крәҫтиән-фермер хужалығы булғандар ҙа бар. Бындай уҡыусылар күпте белеп килә һәм уларҙың маҡсаты ла икенсе. Үҙ һөнәренән башҡа, бүтән профилле һөнәр ҙә үҙләштерәләр. Мәҫәлән, тракторист-машинистҡа уҡырға инеп, иретеп йәбештереүсе, электрсы, ашнаҡсыға ла уҡырға мөмкин. Был һөнәрҙәргә хәҙер һорау бик ҙур, шуға ла улар бер ваҡытта ла эшһеҙ ҡалмаҫ.
Юрий Иванович уҡыусыларының эш тәжрибәһен райондың ҙур ауыл хужалыҡтарында туплауын теләй. Уларға “Ленинский” кооперативы, “Йондоҙ” һәм “Аҡтау” йәмғиәттәре, “Попов А. В.” крәҫтиән хужалығы ҙур теләк менән шундай мөмкинселек бирә.
Артабан яҙмыштарын шул һөнәр менән бәйләгән йәштәргә производствола уҡытыу мастеры һөнәр үҙләштереүҙә ҙур роль уйнай. Уларҙың киләсәге уҡытыусының ҡыҙыҡһындыра белеүенән һәм оҫталығынан тора. Юрий Иванович студенттарҙы раҫланған программа буйынса уҡыта, тәжрибәһе һәм оҫталығы менән уртаҡлаша. Мәсетле районында 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса “Хөрмәт һәм танылыу” номинацияһында эшенә яуаплы ҡарашта булғаны өсөн “һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тип танылған.