Ярышта ул дистанцияны 2 минут та 9,3 секунд эсендә үтеп, ваҡыт буйынса рекорд ҡуйҙы һәм еңеү яуланы.
Михаил Леонидовичтың хужалығында 11 ат бар, шуларҙың алтауһы – орлов һәм рус тоҡомло юртаҡтар. Уларҙы ҡарашырға атаһы Леонид Михайлович ярҙам итә.
– Үҙемде белгәндән алып, ата-әсәйемдең ат тотҡанын хәтерләйем, – тип һөйләй Михаил Пушкарев. – Беҙ ағайым Дмитрий менән бала саҡтан уларға ярҙам итешеп үҫтек, һыбай йөрөргә яраттыҡ. Нәҡ шул ваҡытта беҙҙә аттарға ҡарата һөйөү тыуғандыр ҙа инде.
Әйе, аттар, ысын мәғәнәһендә, һомғол, матур хайуандар. Уларға ҡарата вайымһыҙ булыу мөмкин түгел. Ә һыбай йөрөү мауыҡтырғыс ҡына түгел, файҙалы ла.
– Тоҡомло аттарҙы тәрбиәләү ысулы ябайҙарын тәрбиәләүҙән әллә ни айырылмай, – тип уртаҡлаша һыбайлы. – Ашатҡанда өҫтәмә аҙыҡ бирәбеҙ һәм, әлбиттә, аттар формаһын юғалтмаһын өсөн даими күнекмәләр үткәрәбеҙ.
Михаил Леонидович әлегә юртаҡтар менән күнекмәләрҙе ауыл эргәһендәге баҫыу юлдарында, ямғыр яуғанда асфальт һалынған юлдарҙа үткәрә. Ул һабантуйҙа, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында һәм күрше өлкәләрҙә үткән бөтә турнирҙарҙа ҡатнашырға тырыша. Нигеҙҙә, Бром һәм Великая юртаҡтары менән сыға. Йыш ҡына призлы урындар алалар. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Дыуан районында үткән ярышта Великая менән еңеү яулайҙар.
Аттарҙы яратҡанда һәм уларға ҡарата изгелекле булғанда ғына уңыштарға ирешеп була, тип иҫәпләй Михаил Пушкарев. Киләсәктә ул Түбәнге Бобин ауылында йыл әйләнәһенә күнекмәләр үткәреү өсөн урау юл һалырға уйлай.