Ул бар ғүмерен спортҡа һәм балаларҙы тәрбиәләүгә бағышланы.
Сергей Иванович мәктәп йылдарында уҡ класс, мәктәп, район, һуңынан эшләгән белем биреү учреждениеларының һәм ойошмаларының намыҫын яҡлап төрлө ярыштарҙа ҡатнаша.
Ул 1-се Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбен тамамлағас, Красноуфимск ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Әрме хеҙмәтенән йөрөп ҡайтҡас, “Серп и Молот” колхозында комбайнсы булып эш башлай. Бер аҙ эшләгәс, Кесе Ыҡтамаҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып күсә. Бер йылдан һуң, 1986 йылда, тыуған мәктәбенә эшкә ҡайта. Ситтән тороп Силәбе педагогия институтының физкультура факультетын тамамлай. Шул уҡ ваҡытта спорт мәктәбендә уҡытыусы-тренер булып эшләй. Уның дөйөм хеҙмәт стажы – 30 йылдан ашыу.
– Минең өсөн уҡытыусы һөнәре һәр ваҡыт маҡтаулылар рәтендә булды, – ти Сергей Иванович. – Ә физкультура һәм спорт тормошом мәғәнәһенә һәм йәшәү рәүешемә әйләнде.
Ул үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ, һәр саҡ балалар араһында ҡайнай, һәр уҡыусыға яҡынайыу юлын таба белә, уларҙа спортҡа һөйөү уята, яңы үрҙәргә илһамландыра.
Уның тәрбиәләнеүселәре йыл да саңғы, еңел атлетика, волейбол буйынса район һәм зональ ярыштарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Рөстәм Мозафаров, Дарья Бабушкина, Илнур Шакиров, Рөстәм Хәйретдинов, Радион Нурмөхәмәтов һәм Илдар Ғәләүев ҡышҡы полиатлон буйынса спорт мастеры кандидаты разрядын үтәгән, Регина Ялбуева спорт мастеры исемен яулаған. Уның волейбол командаһы күп тапҡырҙар район һәм республика күләмендә уҙған ярыштарҙа ҡатнашып, яҡшы урындар алған.
Сергей Иванович уҡыусыларына өлгө булып тора: волейбол, теннис, йөҙөү, саңғы ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Ҡышҡы полиатлон буйынса спорт мастерына кандидат, ветерандар араһында саңғы ярышы буйынса Башҡортостан чемпионы. Йәш коллегалары менән тәжрибә уртаҡлаша.
Мәктәптә һәм районда ойошторолған ярыштар унан башҡа уҙмай. Һәләтле педагог, күренекле спортсы булараҡ уны районда ғына түгел, ә унан ситтә лә яҡшы беләләр. Хеҙмәттәштәре уның менән ғорурлана һәм хөрмәт итә.
Ул эшләү дәүерендә БАССР Мәғариф министрлығы, район мәғариф бүлеге, район хакимиәтенең почет грамоталары менән бүләкләнгән.
Юбилярға алдағы тормошонда ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, бөтмәҫ көс-ҡеүәт теләйбеҙ!