Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
4 Сентябрь 2020, 15:00

Ауылда ла йәшәргә мөмкин!

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Фәниә Баһауетдинова 30 йыл кәзә үрсетеү менән шөғөлләнә.

– Кәзә һөтө файҙалы үҙенсәлектәре менән ҙур баһалана. Һыйыр малынан айырмалы рәүештә, уны ярҙамсы хужалыҡта ла ҡарарға мөмкин. Күп урын биләмәй, аҫрау ысулдары ябай, ашауҙа талапсан түгел, махсус тәрбиә талап итмәй, – тип иҫәпләй хужабикә.
Уның бөтәһе 42 кәзәһе бар, шуларҙы 18-е – һауын кәзәһе. Көнөнә бөтәһе 20 литр һөт һауып ала. Малдар-ҙы хужабикә үҙе һауа һәм көтә, һөтөн һәм итен, нигеҙҙә, даими клиенттарына һата. Элегерәк эремсек, май, сыр әҙерләгән. Хәҙер инде күпселеген ҡымыҙ ғына бешә, сөнки уны кәзә һөтөнөң файҙаһын яҡшы белгән ҡала халҡы яратып ала. Ә бит ул үҙе лә ҡасандыр ҡалала йәшәгән.
Фәниә Ғариф ҡыҙы тормош иптәше менән 20 йыл себер тарафтарында нефтсе булып эшләйҙәр. 1991 йылда Баһауетдиновтар ғаиләһе тыуған яғына әйләнеп ҡайта, мал үрсетеү эшенә тотона. Сусҡа, һарыҡ аҫрайҙар, шуның менән бер рәттән ҡаҙҙар ҙа үрсетәләр. Башта уларҙы кәзә малы мамығы менән ҡыҙыҡһындыра, һуңынан инде һауын кәзәләрен дә алалар. Ире мәрхүм булғас та, нисек кенә ауыр булмаһын, Фәниә Ғариф ҡыҙы әлеге шөғөлөн ташламай.
– Мин тәбиғәтте яратам. Балалар үҫте, һәр береһе үҙ тормошо менән йәшәй. Минең “аппаҡай-ҙар”ым (кәзәләрен шулай атап йөрөтә) – күңел йыуаныстарым. Урман ярат-ҡас, рәхәтләнеп еләк-емеш, бәшмәк йыям, уларҙы ҡайнатам, тоҙлайым, ҡышҡылыҡҡа әҙерләйем. Дарыу үләндәрен киптерәм, – ти ул.
Хеҙмәт яратҡан кеше иртәнән кискә тиклем эшһеҙ ултырмай.
– Ялҡауланмаһаң, эш яратһаң ауылда ла йәшәргә мөмкин, – ти ул. – Маҡсат, теләк һәм дә тырышлыҡ кәрәк. Үҙ көсөңә ышанып, алдағы көндәргә өмөт менән ҡарағанда барыһы ла килеп сыға. Иң беренсе – эшкә ҡарата ҡыҙыҡһыныу булыр-ға тейеш. Бер нисә генә кәзә алып ҡарағыҙ: һеҙҙең һөтөгөҙ ҙә, итегеҙ ҙә, аҡсағыҙ ҙа буласаҡ. Иң мөһиме – башлап ебәрергә!