Улар дан-шөһрәткә күмелеп йәшәргә өйрәнмәгән, ләкин уларҙың тормошо, көн һайын башҡарған эше – тәрән аҡыллылыҡ һәм фиҙаҡәрлек сығанағы. Хеҙмәт ветераны Фазила Садиҡова яҙмышын тулыһынса Мәсетле районы менән бәйләп, унда ғүмере буйы бухгалтер булып хеҙмәт итә.
Ул 1950 йылдың 18 июлендә Балаҡатай районының Красный Муравей ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын тыуған совхозында башлай. Йүнәлтмә буйынса бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. Тормош юлында буласаҡ ире Радик Илһам улын осрата. Йәш ғаилә күрше районға күсеп килә һәм шунда төпләнә. Бында ул 1377-се Мәсетле юл участкаһына бухгалтер булып урынлаша. Мәсетле әҙерләү контораһында, машина-трактор станцияһын-да, 9-сы ПМК-ла эшләй. Артабанғы хеҙмәт юлын Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығына арнай.
Ул бухгалтер-ревизор булып эшләгән йылдарҙа иҡтисад, финанс һәм хоҡуҡ системаһында ҡәтғи үҙгәрештәр була. Бигерәк тә норматив акттарҙағы үҙгәрештәр ябай булмаған 90-сы йылдарға тура килә. Быларҙың барыһын да иғтибар менән күҙәтеп барыр-ға, уларҙың мәғәнәһенә төшөнөргә кәрәк була. Ошо йылдарҙа нәҡ Фазила Садиҡова ауыл хужалығы идаралығы системаһында ревизиялар үткәреү буйынса эштәргә башланғыс һала.
– Бухгалтер һөнәрен үҙләштерергә теләүселәргә сыҙамлылыҡ, иғтибарлылыҡ, ҙур күләмдә мәғлүмәт менән эшләргә, уны анализларға һәм дөйөмләштерергә белергә кәрәк. Шулай уҡ йыйнаҡлыҡ, оҙаҡ ваҡыт дауамында бер мәсьәләгә иғтибарҙы йүнәлтеү һәләтенә эйә булыу мөһим, – ти Фазила Хажи ҡыҙы.
Ул һәр ваҡыт эшенә яуап-лы ҡарай һәм барыһы ла дө-рөҫ булһын өсөн бер нисә тапҡыр иҫәпләргә тырыша. Унан аңлатып биреүҙәрен һорағандарға һәр ваҡыт ярҙам итә. Шуға күрә коллегалары уны тик яҡшы яҡтан ғына – намыҫлы һәм эшһөйәр кеше булараҡ телгә ала. Уның юғары квалификациялы белгес булыуына бер кем дә шикләнмәй, сөнки быны Фазила Садиҡова эше менән иҫбатлай. Мәсетле районының байтаҡ йәш белгестәре уның мәктәбе аша үтә.
– Башта ҡурҡыта ине, күп нәмә аңлашылмай, ләкин һәр ваҡыт эштең асылына төшөнөргә, уны үҙләштерергә тырыштым. Һәм үҙемдең эшемде бер ҡасан да ялҡытҡыс, тип иҫәпләмәнем, – ти ул.
Фазила Хажи ҡыҙы һәр ваҡыт белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй, заман менән бергә атлай. Тырыш хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнгән. 2005 йылда “Хеҙмәт ветераны” исеме бирелә.
Теләк булғанда, бухгалтер-ға ла, иҡтисадсыға ла уҡып сығырға мөмкин. Тик үҙ эшенең оҫтаһы булған, илһам менән сикһеҙ һандар донъяһына сумған Фазила Садиҡова кеүек булыу өсөн бухгалтер булып тыуырға кәрәктер.
Анфиса ИШМӨХӘМӘТОВА.