Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
26 Август 2020, 11:20

Күп функциялы үҙәккә – туғыҙ йыл!

Районыбыҙҙа йәшәүсе һәр кем бер тапҡыр ғына булһа ла дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе рәсмиләштереү өсөн күп функциялы үҙәктең Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы бүлегенә мөрәжәғәт иткәндер.

“Минең документтар” үҙәгенә килеүселәрҙе бында белемле һәм тәжрибәле белгестәр командаһы ҡаршы ала. Улар граждандарға күп һанлы дәүләт хеҙмәттәре араһында юғалып ҡалмаҫҡа, ваҡытында уңайлы шарттарҙа кәрәкле документтарҙы рәсмиләштерергә һәм алырға ярҙам итә. Үҙәк хеҙмәткәрҙәренең эше еңелдән түгел, шулай ҙа улар һәр көн ҡабул иткән кешеләрҙе иғтибар менән тыңларға һәм ярҙам итергә ашыға.
“Минең документтар” үҙәгендә 270-тән ашыу хеҙмәт күрһәтелә. Район халҡы йыш ҡына Росреестр, Халыҡ мәшғүллеге үҙәге, Эске эштәр министрлығы, Рәсәй Пенсия фонды, Федераль һалым хеҙмәте һәм Халыҡҡа ярҙам итеүсе үҙәк күрһәткән хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә. Шулай уҡ ипотека рәсмиләштергәндә документтар әҙерләү, милеккә бәйле килешеүҙе теркәү мәсьәләләре буйынса йыш ҡына киләләр. Бөгөн ҙур популярлыҡ менән файҙаланылған тағы ла бер хеҙмәт – ул водитель таныҡлығы тапшырыу.
Коронавирус пандемияһы күп функциялы үҙәктең эшенә лә үҙгәрештәр индерә. Белгестәрҙең эше күп һанлы клиенттар ағымы менән бәйле бул-ғанлыҡтан, улар алғы позицияға сыға. Ҡабул итеү ҡәтғи рәүештә битлектәрҙә һәм бирсәткәләрҙә генә алып барыла. Көнөнә өс тапҡыр хеҙмәткәрҙәрҙең тән температураһы үлсәнә.
Үҙәктә граждандарҙы ҡабул итеү буйынса дүрт тәҙрә эшләй. Уларҙы бөтәһе туғыҙ белгес ҡабул итә: алтауһы операция залында эшләй, икәүһе артабан-ғы контролде үтәй, берәүһе – территориаль айырымланған бүлексә хеҙмәткәре.
үҙәктең Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы бүлеге мөдире вазифаһын Светлана Заһитова үтәй. Ул бында 2015 йылдан эшләй. Ошо ваҡыт эсендә үҙен квалификациялы һәм грамоталы етәксе тип тәҡдим итә. Ул эшкә юғары һәләтлелек, аналитик фекер йөрөтөү һәм креативлылыҡ кеүек сифаттарға эйә. Ағымдағы йылда намыҫлы хеҙмәте һәм профессионаллеге өсөн район хакимиәтенең почет грамотаһы менән бүләкләнә.
– Беҙҙең коллектив сағыштырмаса йәш, ләкин хеҙмәткәр-ҙәр тырыш һәм татыу, – ти Светлана Заһитова. – Эшебеҙ яйға һалынған. Белгестәрҙең барыһы ла белемле һәм үҙ эшен яҡшы белә. Район хакимиәте Татьяна Мөбәрәкшинаны һәм Таңһылыу Ғәниеваны эштәге юғары күрһәткестәре өсөн рәхмәт хаттары менән билдәләне. Артабанғы контроль бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре Гүзәлиә Хәйретдинова менән Светлана Щербининаның эше үтә лә яуаплы. Улар аша операция залында ҡабул ителгән документтар үтә. Уларҙың бурысы – документтарҙа хаталар ебәрмәү.
Территориаль айырымланған бүлексә хеҙмәткәре Гөлшат Шакирова ла үҙ эшенә етди ҡарай.
– Үҙәк тарафынан халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәр исемлеге артҡандан-арта, – ти Светлана Данис ҡыҙы. – Тиҙҙән яңы хеҙмәт барлыҡҡа киләсәк – күп функциялы үҙәк аша транспорт саралары теркәләсәк. Был теркәү процедураһын ябайлаштырасаҡ һәм транспорт сараһы хужаларының ваҡытын экономиялаясаҡ.