Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
14 Август 2020, 11:00

Еңел булмаған маҡтаулы хеҙмәт

Механизатор һөнәре ауыл ерендә иң ауыр хеҙмәттәрҙең береһе һанала. Уңайлы эш шарттары тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.

Яуаплылығы сикләнгән “Йондоҙ” йәмғиәте механизаторы Радис Хәмиҙуллиндың тормошо ер менән тығыҙ бәйләнгән.
Хеҙмәт юлын 2001 йылда Фрунзе исемендәге колхозда тракторсы-машинист булып башлай. Уның тәүге эш башлаған көнө инде артта ҡалған. Ә шулай ҙа Радис Ғайфулла улы ауыл механизаторы эшенең ҡәҙерен яҡшы белә. Уға, бүтән механизаторҙарға булған кеүек, ҡышҡы һалҡында һәм йәйге эҫелә баҫыу, һәр сәсеү һәм урыу, мал аҙығы әҙерләү эштәре – оло һынау.
Эштең ауыр булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙ һөнәренә тоғро ҡала, әрме хеҙмәтенән һуң да яңы ойошҡан “Йондоҙ” хужалығында эшен дауам итә. Бер нисә йыл “Башкирская” машина-технология станцияһында эшләй. 2014 йылда кире “Йондоҙ” хужалығына ҡайтып, тракторсы-машинист булып хеҙмәт юлын дауам итә.
Бер кемгә лә сер түгел: икмәк үҫтереү еңел бирелмәй, ә үҫкән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу, бар көсөңдө һалып, һаулығыңды ҡалдырып эшләү тағы ла ҡатмарлыраҡ. Радис Хәмиҙуллинға бирелгән техникалар менән идара итеүҙән башҡа, тағы ла күп бурыстар йөкмәтелгән. Әммә төп бурысы – ауыл хужалығы культураларын сәсеү һәм йыйып алыу. Үҙенә беркетелгән К-739 тракторын ватыл-ғанда йүнәтеп, һәр саҡ кәрәкле торошта тотоп, техник ҡарауға сифатлы һәм ваҡытында әҙерләй.
Механизатор – ҡатмарлы һәм ауыр, әммә бик кәрәкле ысын ир-егеттәр һөнәре. Сөнки уларҙың ҡулдары табындарыбыҙҙы йәмләгән икмәк үҫтерә. Шуның өсөн дә уларҙың намыҫлы хеҙмәте ысын күңелдән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ, үҫкән быуынға ҙур өлгө булып тора.
Тырыш хеҙмәте һәм һөнәренә тоғро булғаны өсөн Радис Хәмиҙуллин “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2019” район конкурсында иң яҡшы механизатор тип табылды.