Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
12 Август 2020, 11:00

Уңған һәм тырыш ғаилә

Оло Ҡыҙылбай ауылында йәшәүсе Зинәтулиндар ғаиләһе 10 йыл элек үҙ крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын теркәгән. Хәҙер улар был йүнәлеште камил белә, хужалыҡтары тотороҡло үҫешә. Әммә эште башлағанда барыһы ла улай шыма бармай.

Лидия һәм Илфат Зинәтулиндар Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуып үҫкәндәр. Мәктәптән һуң Илфат Ғифат улы Яраҫтау училищеһында водителгә уҡып сыға. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтып, тыуған хужалығында автобус водителе булып эш башлай.
Лидия Рифат ҡыҙы ул ваҡытта Әләгәҙ мәктәбен тамамлап йөрөгән була. Йәштәр осраша башлай. Ҡыҙ Өфөлә һатыусыға уҡып сығып, шунда уҡ хеҙмәт юлын башлай.
1990 йылдың декабрендә йәштәр яҙмыштарын бәйләй һәм тыуған ауылдарында төпләнә. Йәш ғаиләне һөйөндөрөп, ул һәм ҡыҙҙары тыуа.
Ғаилә башлығы 8-се ПМК-ла эшләй, ҡатыны ашханала ашнаҡсы, һауынсы була.
1997 йылда Зинәтулиндар үҙ эштәрен башларға ҡарар итә. Шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеп, ауыл уртаһында ҙур булмаған ларектан халыҡҡа аҙыҡ-түлек тәҡдим итәләр.
– Бер аҙҙан “Пирожок” тип йөрөтөлгән машина һатып алдыҡ, – тип хәтерләй улар. – Күрше ауылдарға йөрөй башланыҡ, шулай уҡ үҙәктә торған вагончиктан сауҙа иттек.
2001 йылда ир менән ҡатын эштәрен киңәйтергә була һәм райпо магазины бинаһын һатып ала, унда ремонт эшләп, электр энергияһы һәм йылылыҡ үткәрә. Яңы магазинда аҙыҡ-түлек ассортиментын киңәйтәләр, һатыусылар алалар.
2009 йылда Зинәтулиндар крәҫтиән (фермер) хужалығы асып ебәрә. Пай ерҙәрен ҡуртымға алып, уларҙы эшкәртә башлайҙар. Бөгөн Зинәтулиндарҙың фермаһында 70 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 30 һыйыр тора. Кәрәкле техника – тракторҙары, сапҡыстар, пресс-йыйғыстар һәм башҡалар бар.
– Артабан да техниканы яңыртасаҡбыҙ, һөт һәм ит һатасаҡбыҙ, ҡыҫҡаһы, эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ, – тип киләсәккә пландары менән уртаҡлаша Зинәтулиндар.
Ҡәҙерле һәм һөйөклө ағайыбыҙ Илфат Ғифат улы һәм еңгәбеҙ Лидия Рифат ҡыҙы Зинәтулиндарҙы юбилейҙары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Яҙмыш һеҙгә шәфҡәтле булып, тик бәхетле һәм күңелле миҙгелдәр генә бүләк итһен, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Ныҡлы сәләмәтлек, һәр ерҙә һәм һәр нәмәлә уңыштар, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдегеҙ,
Бирешмәнегеҙ ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығығыҙ, эшкә ихласлығығыҙ
һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә!
Ҡотлау менән һеңлегеҙ Зөлфиә, кейәүегеҙ Руслан,
туғандарығыҙ Айрат менән Рөстәм.