Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
4 Август 2020, 12:10

Беҙҙең заман шәхесе

Район гәзите битендә коронавирус инфекцияһы менән көрәшеүҙә күп көс һалған бер табип хаҡында һөйләгебеҙ килә.

Азат Ғафаров сир менән көрәштең тәүге көндәренән үк беренселәр рәтендә эшләй: Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһы госпиталендә беренсе булып пациенттарҙы дауалауға тотонған бригаданың табибы. Бында ул ике смена эшләй. Үҙизоляциянан һуң, район поликлиникаһында “ҡыҙыл зона”ла сирлеләрҙе ҡабул итә. Ә яңыраҡ Оло Аҡа ауылында пациенттарҙы ҡарауын дауам итә башланы. Пациенттар Азат Ратмир улы хаҡында тик яҡшы фекерҙә. Оло Аҡа һәм яҡындағы ауылдар халҡы үҙ эшен яҡшы белгән табипҡа күренергә теләп киләләр.
Буласаҡ табип Оло Ҡыҙылбай ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, “Мәсәғүт” совхозы йүнәлтмәһе буйынса Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә.
Уның был һөнәрҙе һайлауына телевидение аша барған тапшырыуҙар йоғонто яһай: вирустар һәм уларҙы дауалау хаҡындағы документаль фильмдарҙы бик ҡыҙыҡһынып ҡарап бара. Шунан башлап медицина уның бар зиһенен яулай. Институтты тамамлағас, Азат Ратмир улы тыуған яғы Мәсетле районына ҡайтып, Оло Аҡа ауыл амбулаторияһында эш башлай. Йәш табип оҙаҡ эшләп тә өлгөрмәй, әрме хеҙмәтенә алына. Мәскәү янында хәрби табип булып хеҙмәт итә. Үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, хеҙмәттәштәренең һәм командованиеның ихтирамын яулай.
Хеҙмәтен тултырып, Азат Ратмир улы Оло Аҡа ауылында табип эшен дауам итә. Миләүшә Шамил ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, өс бала үҫтерәләр. Оло ҡыҙҙары Азалия Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлай. Гөлнәзирә – финанс университеты студенткаһы. Улдары Салауат – һигеҙенсе класс уҡыусыһы. Ул киләсәктә атаһы юлын дауам итергә теләй.
Азат Ратмир улы – ауылда хөрмәтле һәм абруйлы шәхес. Уның эше район һәм республика кимәлендә юғары баһаланыуын күп һанлы грамоталары иҫбатлай. Шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнгән.
Азат Ғафаров – тыуған иленең ысын патриоты. Уның йәшәү девизы – “ҡайҙа тыуғанһың, шунда кәрәклеһең”. Ә ауыр һәм яуаплы эштән буш ваҡытында ғаиләһе менән урман-ҡырҙарға сығып емеш-еләк, бәшмәк йыйырға ярата, тәбиғәттән көс алып ҡайта.