Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
3 Август 2020, 11:20

Ауылда йәшәү – үҙе бер бәхет

“Ир – тыуған ерендә, ат – туйған ерендә”, – тип әйтәләр ситкә китеп бәхет эҙләп йөрөмәгән, үҙ илендә, үҙ ерендә көндәлек хеҙмәте менән уның үҫеүенә ҙур өлөш индергән кешеләр тураһында. Сергей Субботин хаҡында ла шулай әйтергә була.

Сергей Васильевич ауыл ерендә тыуып-үҫә, шунда белем ала.
– Мин бер ҡасан да күсеп китеү хаҡында уйламаным, – ти ул. – Ҡала тормошо ҡыҙыҡһындырманы. Ауылға, тәбиғәткә, ергә яҡын булыу – бәхет өсөн тағы нимә кәрәк?
Ауыл тормошо ҙур хеҙмәттән тороуын бәләкәйҙән татып үҫә. Ҡош-ҡорт ҡарау, мал көтөү, быҙау эсереү. Былар барыһы ла уға бәләкәйҙән таныш.
Хеҙмәт юлын ун алты йәшендә Ленин исемендәге колхоздың 1-се бригадаһында мал көтөүсе булып башлай.
Был һөнәрҙе ул йәш сағынан уҡ һайлай. Бына инде 37 йыл ауыл хужалығы малдарын тәрбиәләй. 18 йыл һауын һыйырҙарын көтә.
Малсылыҡ – ауыл хужалығының иң мөһим тармағы, шуға ла көтөүсенең эшен билдәләмәй үтеү мөмкин түгел. Сергей Васильевич үҙ эшенә яуаплы ҡарай, үҙ иңенә төшкән эштәрҙе еренә еткереп үтәй.
Арыу-талыу белмәй, тәбиғәт көй-һөҙлөгөнә ҡарамай, иртәнән алып ҡараңғыға тиклем мал ҡарай. Һыйыр малдарынан яҡшы һәм сифатлы һөт алыу көтөүсенең тынғыһыҙ хеҙмәтенән тора.
2000 йылдан Сергей Субботин “Ленинский” ауыл хужалығы кооперативында тоҡомло малдар бүлегендә быҙауҙар ҡарай. Был эшкә ул үҙенең бар көсөн, тәжрибәһен, оҫталығын һалып эшләй.
Мал һау булһын өсөн бәләкәйҙән яҡшы итеп тәрбиәләү кәрәк. Шуға ла уларҙы бала кеүек ҡарап, бар хәстәрен һалып хеҙмәт итә.
Хеҙмәтенең һөҙөмтәһе – йәш малдарҙың артымы. Биш йыл эшләү дәүерендә Сергей Васильевич 780 баш тоҡомло быҙау үҫтергән. Уның хужалыҡ буйынса бирелгән күрһәткестәре йыл һайын норманан 650 грамға артып китә.
Мал ҡараусының эше – ауыр, күп көс, сыҙамлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, тәжрибә талап итә. Ул бер ваҡытта ла һайлаған һөнәренә үкенмәй, тоғро ҡала.
Хужалыҡта фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн почет грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнә, уның фотоһүрәте “Ауыл хужалығы етештереү кооперативы алдынғылары” почет таҡтаһынан төшмәй.
“Һөнәре буйынса иң яҡшыһы – 2019” район конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Сергей Субботин иң яҡшы мал ҡараусы булып танылды.