Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
22 Июль 2020, 12:05

Үҙенә – шөғөл, халыҡҡа – файҙа

Ауыл ерендә алмаштырғыһыҙ кешеләр – һөт йыйыусылар. Таң атыу менән улар, көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, халыҡтан һөт йыйып, уларға аҡса эшләү мөмкинлеге биреү өсөн рейсҡа сыға. Яңы Мөслим ауылынан Ришат Хафизов та көн һайын иртән халыҡ янына ашыға.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, ул Өфө һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәренә эйә була. Йүнәлтмә буйынса синтетик спирт заводында эшләй башлай. Әммә ҡала тормошон үҙһенеп етмәй, шуға күрә армия сафтарында хеҙмәт итеп ҡайт-ҡас, тыуған ауылына юллана һәм Жданов исемендәге колхозда хеҙмәт юлын дауам итә. Һуңынан хужалыҡ “Маяҡ”, “Мөслим” ЯСЙ-һы итеп үҙгәртелә. Иретеп йәбештереүсе, мал ҡараусы була, оҙаҡ йылдар – һөт йыйыу автомобиле водителе.
– Элегерәк халыҡтан һөт йыйыу менән колхоздар шөғөлләнә ине. Ауылдар буйлап сығып китә торғайным, унда һөт йыйыусылар махсус урындарҙа көтә. Улар һөттө фляга-ларға йыйып, аттарҙа ташый ине. Хужалыҡ тарҡалғас, артабан нисек йәшәргә тигән һорау алдында тороп ҡалдыҡ. Элекке эшемде дауам итергә булдым: миңә – шөғөл, халыҡҡа – файҙа. Шулай итеп, 2009 йылда үҙ эшемде асып ебәрҙем, һөт комбинаты менән килешеү төҙөнөм, “ГАЗель” һатып алдым һәм халыҡтан һөт йыя башланым, – тип һөйләй Ришат Ансар улы. – Ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү сығымлы, мәшәҡәтле һәм, дөйөм алғанда, отошһоҙ тигәндәрен йыш ишетергә тура килә. Әммә ауылда тыу-ған ерҙәренә тоғро, бар күңелдәрен биреп эшләгән, ауыл тормошон шәхси хужалыҡһыҙ күҙ алдына килтермәгән кешеләр бар. Яңы Мөслим хал-ҡының ҡайһылары ихаталарында унар баш һыйыр аҫрай.
Һөт йыйыусының тағы ла бер мәшәҡәте – тапшырылған продукция өсөн халыҡ менән иҫәпләшеү. Һөт комбинаттарының түләмәй ҡалған саҡтары йыш булғылай һәм Ришат Ансар улына килеп тыуған хәлдән сығыу юлын үҙ аллы эҙләргә тура килә.
Эшҡыуарҙың ҡатыны Разия Фәйзелхаҡ ҡыҙы уға һәр ваҡыт ярҙамлаша. Ул хаҡлы ялға сыҡҡансы почтамт-та, һаҡлыҡ банкында эшләй. Бөгөн иренең иҫәп-хисап эштәрен алып бара. Ҙур хужалыҡ тотҡан уңған һәм ныҡышмал ғаиләгә эш етәрлек. Улар 13 һыйыр, алты ат, һарыҡ, ҡаҙҙар аҫрай. Быйыл Хафизовтар үҙ көстәре менән МТЗ-81 һәм пресс-йыйғыс һатып алған.
Татыу ғаиләлә өс бала үҫкән, улар – ата-әсәһенең ғорурлығы. Ҡыҙҙары Рәмзилә ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәй, бухгалтер-экономист булып эшләй. Розалина Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Улдары Рәшит вахта ысулы менән Свердловск өлкәһендә эшләй. Төп эшенән буш ваҡытында хужалыҡта ярҙам итә. Бөгөн ул бесән әҙерләү менән мәшғүл.