Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
17 Июль 2020, 13:00

Яҡшы иретеп йәбештереүсе һәр ваҡыт почетта

“Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең электр-газ менән иретеп йәбештереүсеһе Ратмир Кулов – иң яҡшы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре. “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсында ике тап-ҡыр еңеүе ошо хаҡта һөйләй.

Ратмир Оло Ыҡтамаҡ ауылында 1971 йылда тыуған. Һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, Мәсәғүт ауылындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, электр-газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен алып сыҡҡан. Һирәк осрай торған һөнәр иҫәп-хисап, теүәллек, белем һәм сабырлыҡ талап итеүенә ҡарамаҫтан, йәш кешенең күңеленә ята. Тыуған ауылына ҡайтып, ПМК-2 ойошмаһында слесарь булып эш башлай.
Иретеп- йәбештереү эше буйынса бер аҙ тәжрибә туплағас, электр-газ аппаратына тотона. 1989 йылда армияға алынып, Белоруссияла элемтә ғәскәр-ҙәрендә хеҙмәт итә. Ватан алдында бурысын үтәгәс, 1991 йылда элекке эшләгән урынына кире ҡайта. Газ торбаларын иретеп йәбештереү эшенә тотона, бының өсөн өҫтәмә белем ала.
“Тепловик” йәмғиәтендә 2006 йылдан алып эшләй. Ошо осорҙа етәкселек алдында һәм хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙана, һөнәри оҫталығы өсөн хөрмәт итәләр.
– Ратмир Рузвельт улы үҙен оҫта белгес тип танытты. Электр-газ менән иретеп йәбештереү эше беҙгә йыл әйләнәһе кәрәк, унһыҙ техниканы яҙғы-көҙгө миҙгелгә әҙерләү мөмкин түгел. Үҙ эшенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай, намыҫлы эшләй, – ти уның тураһында ойошма етәксеһе Алмаз Хәйретдинов.
Уның эш һөҙөмтәләренә күп нәмә бәйле: төҙөлөш конструкцияларының ныҡлы һәм оҙаҡ хеҙмәт итеүе, бөтә төр техниканың хеҙмәт итеү ваҡыты. Оҫтаға ҡайһы ваҡыт экстремаль һәм ярайһы уҡ ауыр осраҡтарҙа эшләргә тура килә: ҡышҡы сатлама һыуыҡ- тарҙа, люктарҙа, юғары бейеклектә. Шуға ҡарамаҫтан, 30 йыл эшләү ваҡытында ошо һөнәрҙе һайлағанына бер ҡасан да үкенмәй.