Мәсетле тормошо
+12 °С
Облачно
Кеше һәм уның эше
14 Июля 2020, 08:35

Үҙ ҡулдары менән ожмах мөйөшө булдырғандар

Оло Ыҡтамаҡ ауылының Шишмә урамынан үткән һәр кеше күҙҙең яуын алған тәҙрәле йортҡа иғтибар иткәндер.

Ошо матур хозурлыҡты тыуҙы-рыу – Рәйсә Хужинаның көндәлек эше. Уның өй эсен генә түгел, бөтә ихатаһын матур, сағыу сәскәләр биҙәй. Хужабикә сәскә үҫтереү менән бала сағынан мауыға. Әсәһенең бар күңелен биреп төрлө-төрлө сәскәләр үҫтереүе уға йоғонто яһамай ҡалмай.
Рәйсә Харрас ҡыҙы сәғәттәр буйы, үҙенең тәжрибәһе менән уртаҡлашып, сағыу миҫалдар менән һөйләй. Уның иң яратҡан гөлдәре лә бар – әҙрәс гөлө, гортензия. Уларҙан башҡа иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә күҙҙең яуын алған раузалар, медовик, бәрхәт гөлө, климатис һәм башҡа күп йыллыҡ, бер йыллыҡ сәскәләрҙән алып экзотик гөлдәргә тиклем үҫтерә.
Уның бар хыялдарын тормошҡа ашырырға тормош иптәше ярҙамлаша. 1977 йылда уҡ, өй төҙөү эштәре башланған саҡта, ире Рәшит Мәжит улы ҡатынының сәскәләр менән мауығыуын белеп, өй яны участкаһын планлаштырғанда, сәскә түтәлдәренә урын ҡалдырып, таштар менән матурлап ҡуя. Ул үҙе лә баҡса эштәрен ярата. Баҡсала үҫкән емеш-еләк ҡыуаҡтарын, емеш ағастарын һанап бөткөһөҙ. Хатта улар менән бер нисә йыл элек республика телевидениеһы журналистары ла ҡыҙыҡһынған.
Рәйсә Харрас ҡыҙы үҙенең ҡуйы, ҡалын урмандары менән дан тотҡан Борғатъя ауылында тыуып үҫкән.
– Мин тәбиғәт балаһы, шуға ла уның менән бәйле бөтә нәмәне яратам. Бала саҡтан уҡ минең өсөн иң ҡәҙерлеһе – сәскәләр һәм бал ҡорттары, уларҙан башҡа тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым, – ти ул.
Уның олатаһы һәм атаһы – тирә-яҡта дан тотҡан умартасылар. Рәйсә Харрас ҡыҙы бәләкәйҙән улар менән умарталыҡҡа йөрөй, ярҙам итә. Ҡыҙғанысҡа күрә, атаһы иртә донъя ҡуя. Шул ваҡыт бар эш егерме бер йәшлек Рәйсә иңенә ҡала. Бөгөнгө көндә лә ире менән ошо умартасылыҡ эшен дауам итәләр.
Хужиндар ғаиләһе тураһында шуны әйтергә була: уларҙың йорто – ысын ожмах. Бында күҙ яуын алып сәскәләр үҫә, газон матур итеп киҫелгән, һуҡмаҡтарға плитка түшәлгән, ҡунаҡтар өсөн ағастар аҫтында күләгәле урын әҙерләнгән. Бар ер таҙа, бөхтә, йәмле. Һәр эшкә ҙур теләк һәм һөйөү менән тотона хужалар, шуға ла донъялары йәмле, ҡотло һәм ырамлы.