Акция коронавирус пандемияһы ваҡытында ватандаштарға ярҙам күр-һәтеү өсөн башлап ебәрелгәйне.
– Мәсетле районында коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле ауыр тормош хәлендә тороп ҡалғандарға ярҙам күрһәтеү өсөн хакимиәт базаһында ирекмәндәр штабы ойошторолдо. Штабтың телефон номерын рәсми сайттар, социаль селтәрҙәр һәм район гәзите аша халыҡҡа еткерҙек. Беҙгә 65 йәштән өлкән 54 райондашыбыҙ мөрәжәғәт итте. Шылтыра- тыуҙар Оло Ыҡтамаҡтан ғына түгел, Дыуан-Мәсетленән, Оло Аҡанан һәм башҡа ауылдарҙан да булды. Башлыса аҙыҡ-түлек, дарыу килтереүҙәрен үтенделәр. Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙәрен башҡарырға һораусылар ҙа булды, – тип һөйләй Алина Әхмәтшина.
Ул ирекмәндәр эшендә ярайһы уҡ тәжрибә туплап өлгөргән. Әле мәктәптә унынсы класта уҡығанда уҡ “Мәсетле ирекмәне” ойошмаһына ингән, Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыған ваҡытта ла активистар рәтендә йөрөй, ә артабан Өфө ҡалаһы Октябрь районының “Йәш гвардия” хәрәкәтен етәкләй. Шуға күрә уның, тыуған ауылына ҡайтҡас, үҙ эшен ҡалдырмауы ғәжәпләнерлек түгел. Бөгөн ул Йәштәр үҙәгендә эшләй һәм үҙенең төп эшмәкәрлеген ирекмәндәр хәрәкәте менән бергә алып бара. Тормош иптәше Марат Әхмәтшин уға һәр ваҡыт ярҙам итә, үҙе лә ирекмәндәр сафында.
Алина Әхмәтшина пандемия ваҡытында эш нескәлектәре тураһында һөйләне. Шылтыратыуҙан һуң, кәрәкле тауарҙарға заявка эшләнә, артабан был заявкалар ирекмәндәргә бүлеп бирелә, ә улар, үҙ сираттарында, тейешле тауарҙарҙы алып, өйҙәргә илтеп бирә.
– Беҙҙең республикала “Башҡорт-остан аҙыҡ-түлеге. Һеҙҙең хаҡта хәстәрлек менән” хәйриә проекты уҙҙы. Тауар килгәс, ирекмәндәр уларҙан йыйылмалар әҙерләне һәм адрестар буйынса таратты. Халыҡ бик ҡыуанып ҡалды, әлбиттә. Уның бушлай эшләнеүенә ышанмаусылар ҙа булды – күрһәтелгән хеҙмәт өсөн түләргә уйҙары бар ине, – ти Алина.
Шулай уҡ хәҙерге ябай булмаған шарттарҙа ирекмәндәр “Беҙ бергә” акцияһы буйынса “Изгелек” сайтында онлайн-уҡыуҙар үтте. Һуңында, тест үткәс, уларға сертификаттар биргәндәр.
– Мин ситтән күҙәтеп ултырыусы булып ҡала алмайым. Һәр ваҡыт хәрәкәттә, ваҡиғалар уртаһында булырға кәрәк, – ти Алина.
Ирекмәндәр эше дауам итә. Хәҙер шылтыратыуҙар улай уҡ күп булмаһа ла, ярҙамға мохтаждар арабыҙҙа осрап тора.