Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
15 Май 2020, 19:00

Яҡшы белгес, хәстәрлекле хужабикә

Оло юлдан боролоп Йыланыш ауылына юл алғанда, ике ҡатлы күркәм йорт йыраҡтан күҙгә ташлана. Йортонан уҡ бында уңған, тырыш хужалар йәшәүе күренә. Бөгөн һүҙебеҙ ошо йорттоң уңған хужабикәһе, тырыш хеҙмәткәр, яҡты йөҙлө мөләйем ҡатын һәм әсә Гөлнара Фазылова тураһында.

Ул – Бурансы ауылында Роза Сөнәғәт ҡыҙы һәм Хәкимйән Әхтәмйән улы Ғәйнетдиновтарҙың иң өлкән балалары. Тырыш ҡыҙ бәләкәйҙән үҙенең һеңлеләрен, энеһен тәрбиәләүҙә ата-әсәһенә, өләсәһенә ярҙам итеп, йорт эштәрендә булышып, уңған ҡыҙ булып үҫә.
Урта мәктәпте тамамлағас, ул Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһындағы медучилищеға уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлаған йәш белгес йүнәлтмә буйынса Йүрүҙән ҡала дауаханаһына эшкә ебәрелә. Ул һәр ваҡыт тыуған яғына, ата-әсәһенә яҡын булырға теләй, шуға күрә һуңынан ҡаланы Мәсәғүткә алмаштыра. Ике йыл эшләгәндән һуң, Йыланыш ауылы егете Айрат менән матур туйҙар яһап, тормош ҡороп ебәрәләр.
Гөлнара Хәкимйән ҡыҙы хеҙмәт юлын Дыуан-Мәсетле участка дауаханаһында дауам итә. Бына инде 33 йыл ул шунда бар көсөн һалып фиҙаҡәр эшләй. Ошо ваҡыт эсендә коллегалары һәм пациенттар араһында хөрмәт яулаған, йәштәр өсөн өлгө булып тора.
Фазыловтар матур өс ҡыҙ бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Оло ҡыҙҙары Айгөл, Башҡорт дәүләт педагогия университетын, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһын тамамлап, финанс-иҡтисад университетында инглиз теленән уҡыта. Айнара ла Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих, хоҡуҡ һәм социаль-гуманитар институтында уҡып сыҡҡандан һуң Туймазы ҡала дауаханаһында төп белгес булып эшләй. Камила һигеҙенсе класта уҡып йөрөй. Атай менән әсәй өсөн балаларының уңыштары – ҙур кинәнес. Улар ҡыҙҙары өсөн ҡыуаналар.
Гөлнара Хәкимйән ҡыҙы – бәхетле әсә, абруйлы хеҙмәткәр. Коллегаларына өлгө булып тора, пациенттарға һәр ваҡыт ярҙамға әҙер. Ҡыҙ балалар әсәләренән өлгө ала, әлбиттә. Эштән бушаған ваҡытта ул яҡындарына ваҡыт бүлергә тырыша, бергәләп йорт эштәрен башҡаралар. Йорт тултырып мал ҡарайҙар, баҡса үҫтерәләр. Өҫтәүенә Гөлнара Фазылова ҡул эштәренә маһир, сәскәләр үҫтереү менән мауыға.