Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
30 Апрель 2020, 13:00

Һәр яҡлап һәләтле

“Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2019” район профессиональ оҫталыҡ конкурсының “Танылыу һәм хөрмәт” номинацияһында Төньяҡ-Көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Мәсетле районы буйынса бүлеге инспекторы Анира Батталова еңеүсе булды.

Анира Дамир ҡыҙы Мәшғүллек үҙәгендә 2012 йылдан эшләй.
– Технологиялар заманында кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу сиктән тыш актуаль һөнәр булып ҡала, – ти ул. – Сөнки йыш ҡына эш беҙҙең өсөн эш хаҡы сығанағы ғына түгел, ә үҙ-үҙеңде күрһәтеү сараһы булып тора. Минең эштең нәтижәһе – ул граждандарҙы эшкә уңышлы урынлаштырыу. Әгәр ҙә инде кеше күңеленә ятҡан эш тапһа – был инде минең хеҙмәтемә юғары баһа.
Инспектор булараҡ Анира Батталова бик күп функциялар үтәй, уларҙың иң беренсеһе, әлбиттә, клиенттар менән эшләү: консультациялар уҙғара, ҡайтанан теркәй, эшһеҙ граждандарға хеҙмәт баҙарында социаль йүнәлеш алырға ярҙам итә, уларҙы хеҙмәт баҙарындағы хәл-торош тураһында мәғлүмәтләндерә, икенсе ерлеккә күсеп китеүҙә, яраҡлы эш эҙләүҙә булышлыҡ күрһәтә һәм башҡалар. Эшкә урынлаштырылғандар һаны – ул ҡоро һандар ғына түгел, ә кешеләр яҙмышы. Халыҡ мәшғүллеге инспекторының профессионаллеге һөҙөмтәһендә кеше яңы эшкә, ә уның менән бергә яңы мөмкинлектәргә, өмөткә һәм хыялға эйә була.
Туранан-тура кешеләр менән эшләгәндә уртаҡ тел табыу һәм үҙ-ара аңлашыу мөһим. Анира Батталова был сифаттарға эйә булыу ғына түгел, ә Мәш-ғүллек үҙәге клиенттарына психологик ярҙам да күрһәтә, эшһеҙ граждандарға һөнәри йүнәлеш бирә. Ошо йылдар эсендә ул кәрәкле эш тәжрибәһе туп-лаған. Анира Дамир ҡыҙы үҙен яуаплы, маҡсатлы, эшһөйәр хеҙмәткәр итеп күр-һәтергә өлгөргән. Уның менән бергә эшләгән кешеләр уға асыҡ, дуҫлаша, ярҙамға килә белгән кеше булараҡ характеристика бирә.
Үҙенең эшендә ул кешеләргә ярҙам итеү мөмкинлеген юғары күрә. Ул баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәткән кешеләр ҙә уға компетентлығы һәм профессионаллеге өсөн рәхмәтле. Сабырлығы һәм аңлауы өсөн ул алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәргә әйләнгән. Уңышлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт министрлығының Рәхмәт хаты менән наградланған.
Әле илдә үҙизоляция режимы иғлан ителгән, һәм күп ойошмалар эше туҡталды. Әммә мәшғүллек үҙәгендә, заманалар ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, эш ҡайнай. Эш эҙләүсе мәсетлеләр үҙәк белгестәренә ярҙам, аңлатмалар һорап мөрәжәғәт итә һәм хеҙмәттәрҙе тулы күләмдә ала.
Анира Дамир ҡыҙы – бына тигән әсә, ҡатын һәм хужабикә. Ире менән өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Талантлы кеше һәр нәмәлә талантлы: ул ижад өсөн дә ваҡыт таба. Буш ваҡытында бейей, йырлай, үҙешмәкәр сән- ғәт конкурстарында һәм “Әй һылыу-ҙары” вокаль ансамбле составында сығыш яһай.