Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
1 Апрель 2020, 13:52

Ғүмер буйы теүәл фән менән

2020 йылдың 1 апрелендә математиктар көнө билдәләнә. Байрам рәсми теркәлмәгән, әммә “фәндәр батшабикәһе” менән ғүмерҙәрен бәйләгән кешеләр тураһында һөйләп үтеү өсөн бик яҡшы һылтау.

Математиктар тураһында һүҙ алып барғанда, күптәр математика уҡытыу-сыһын күҙ алдына килтерә. Нәҡ ошо һөнәр кешеләре көн һайын һандар һәм графика менән эшләй бит.
Людмила Ташкиноваға теүәл фәндәр бала сағынан уҡ оҡшай, бигерәк тә математиканы үҙ итә ул.
– Был предметҡа һөйөү миндә ҡай-ҙан барлыҡҡа килгәндер, иҫләмәйем дә инде, – ти ул. – Уны миндә Оло Ыҡтамаҡ ауылы мәктәбенең математика уҡытыусыһы Клара Дистанова тәрбиәләгәндер.
Шуға күрә ул мәктәпте тамамлағандан һуң һис икеләнеп тормайынса тормошон ошо фән менән бәйләй һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә.
1986 йылда Людмила Федоровна уҡыу йортон тамамлау тураһында диплом ала һәм тыуған ауылына ҡайта. 30 йылдан ашыу эшләй ул Оло Ыҡтамаҡ лицейында. Ошо йылдар эсендә ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй, бар күңелен уҡыусыларға бирә. Ҡасандыр Максим Горький әйкәненсә, һәр баланың күңелендә күҙгә күренмәҫ ҡылдар бар, улар оҫта ҡулдарға эләкһә, матур яңғырай. Людмила Ташкинова һәр балала был ҡылдарҙы таба белә.
Үҙ эшендә ул һәр уҡыусыла математикаға һөйөү тәрбиәләргә, уларға ҡатмарлы нәмәләрҙе аңлайышлы тел менән еткерергә, мәсьәләләр сисеү улар өсөн ҡыҙыҡлы булһын өсөн тырыша.
Иҫ китмәле педагог, үҙ эшенең ысын оҫтаһы күп һанлы уҡыусыларҙы оло тормошҡа әҙерләй. Педагог өсөн иң ҙур баһа – тәрбиәләнеүселәренең уңышы. Уның дәресендә шөғөлләнгән балалар олимпиадаларҙа призлы урындар ала. Мәҫәлән, быйыл 7-се класс уҡыусыһы Аделия Ҡәләмова математика буйынса район олимпиадаһы еңеүсеһе булды. Тәжрибәле педагогтың уҡыусылары берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшыра, үҙҙәре теләгән һөнәри белем биреү йорттарына уҡырға инә, төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендә хеҙмәт итә. Уларҙың барыһын да бер нәмә – уҡытыусыға рәхмәт тойғоһо берләштерә.
Район мәғариф бүлегенең, Мәсетле районы хакимиәтенең, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының күп һанлы почет грамоталары уның был һөнәргә бар күңелен һалып башҡарыуын раҫлап тора.