Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
23 Март 2020, 18:00

Ижади ғаилә

Һәр кеше ғаиләнән башлана. Беҙҙең донъяға ҡарашыбыҙ, ҡылған ғәмәлдәребеҙ тәү сиратта ғаиләлә алған тәрбиәгә бәйле. Күркәм ғаиләлә тыуғандар тәрбиәле булыуҙары менән башҡалар араһында абруй ҙа яулай, хеҙмәттәрендә уңыштарға ла ирешә.

Оло Ыҡтамаҡ ауылында өлгөлө ғаиләләр күп. Шулар иҫәбендә Гөлсөм һәм Марсель Закирйәновтарҙы атап үтергә мөмкин. Уларҙың мөхәббәте мәктәп йылдарында уҡ башлана – бер класта уҡығандар. Бына инде 38 йыл татыу ғүмер кисергән был пар өс ул тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер ике ейәндәре бар.
Закирйәновтарҙың өйҙәре күркәм, йылылыҡ бөркә һәм ейәндәренең шат тауыштарынан яңғырап тора.
Өй йылыһын һаҡлаусы Гөлсөм Йәнсур ҡыҙы – ижади шәхес: төрлө материалдарҙан ул паннолар яһай, туҡыма киҫәктәрен берләштереп тегә, сәйлән менән сигә. Өйҙәрен биҙәү өсөн төрлө декоратив биҙәүестәр эшләй. Ул оҫта хужабикә лә: тәмле итеп бешеренә, төрлө сортлы виноградтар, сливалар, абрикос-тар үҫтерә. Бына инде дүрт йыл хаҡлы ялдағы ханым антиквариат йыйыу менән мауыға – самауырҙарҙың ҙур коллекцияһын туплаған. 25 йылдан ашыу Оло Ыҡтамаҡ элемтә узелында экономист булып эшләгән Гөлсөм Закирйәнова йәшлек йылдарында спорт менән мауыға, йырлай. Бөгөн дә уның көс-дәртенә көнләшерлек: скандинав йөрөшө менән шөғөлләнә, ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша.
Ғаилә башлығы ла иҫ китмәле кеше, оҫта ҡуллы хужа. Нимәгә генә тотонһа ла, барыһын да килтереп сығара. Ейәндәре өсөн йорттарында спорт майҙансығы яһап ҡуйған, ә ғаиләһе өсөн – баҡсала биҙәкле ағас беседка. Үҙенең эшмәкәрлеген төп эше менән бергә алып бара. 40 йылға яҡын ул “Газ-сервис” ойошмаһында хеҙмәт итә, тәүҙә диспетчер булһа, хәҙер – слесарь.
Закирйәновтарҙың улдары – улар-ҙың ғорурлығы. Ижади эшмәкәрлектәренән тыш улар үҙҙәрен хәрби хеҙмәттә лә күрһәтә.
– Игеҙәктәребеҙ Альберт менән Роберт педагогия университетының художество-графика факультетын тамамланылар, – тип һөйләй егеттәрҙең әсәһе. – Ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткәндән һуң икеһе лә шунда контракт буйынса хеҙмәт итергә тороп ҡалды. Альберт 15 йыллыҡ хеҙмәте осоронда ашхана начальнигынан алып өлкән прапорщик званиеһында уҡыу ротаһы стар-
шинаһы дәрәжәһенә тиклем күтәрелде. Ул ижади шәхес, ҡала парктары өсөн ағас скульптуралар яһай, музыка менән профессиональ шөғөлләнә – хеҙмәттәштәре менән рок-төркөм булдырып, төрлө сараларҙа сығыш яһайҙар. Роберт 12-се айырым гвардия кенинсберг-городокск инженер бригадаһында прапорщик дәрәжәһендә идара пункты оператив дежурныйы ярҙамсыһы вазифаһында хеҙмәт итә. Хеҙмәттән тыш буш ваҡытында төрлө өлкәләрҙә эшмәкәрлек алып бара.
Кесе улдары Эдуард та – хәрби. Инженер-сапер ғәскәрҙәрендә отделение командиры.
Бер туған хәрбиҙәр Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафында яҡшы хеҙмәт иткәндәре өсөн төрлө наградалар һәм грамоталар алған.