Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
11 Март 2020, 13:00

Музейҙа осрашыу

Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында күп яҡлы шәхес – география фәндәре белгесе, энциклопедия төҙөүсе, журналист, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар берлеге ағзаһы Клара Әһлиуллина менән осрашыу булды.

Уның фәнни хеҙмәттәре китап эшенә һәм төбәк энциклопедияһына бағышланған. Ул – 50-нән ашыу фәнни эш, өс шиғыр йыйынтығы, картиналар авторы, рус телендә ижад иткән башҡорт шағирәһе. Ул уҡыусыларға “Письмо в пространство”, “Мне надо, чтобы меня любили” китаптары буйынса таныш. 2018 йылда “Мое время” китабы донъя күрә.
Ижади һәм даими эҙләнеүсе шәхес булараҡ, ул үҙен рәсем төшөрөүҙә лә һынап ҡарай. Беҙҙең районға ул реализм стилендә башҡарылған пейзаждарын һәм натюрморттарын күргәҙмәгә килтергән.
Күргәҙмәгә килеүселәр оҫтаның тормош юлы, фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге менән танышты. Автор үҙ эштәренең сюжеттары тураһында һөйләне, бер нисә әҫәрен уҡып ишеттерҙе, ҡайһы бер картиналары тарихын һөйләне.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова авторҙың эштәре тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтте, ижады тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Гөлнара Бикташева район архивында эшләгән мәлендә Клара Ишбулды ҡыҙы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙәре тураһында һөйләне.
Музей директоры Нәзирә Әхкәмова Клара Әһлиуллинаға район энциклопедияһы төҙөүгә өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе һәм грамота тапшырҙы.
Хушлашҡанда ҡунаҡ музейға ши-ғырҙар йыйынтығын һәм үҙе ҡатнашлығында сығарылған “Башҡортостан портреты” уйын-лотоһы серияһынан уйын бүләк итте.