Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
8 Март 2020, 14:00

Ғаиләһе һәм эше менән бәхетле

Шундай ҡатындар бар, улар карьераларын балалар тәрбиәләү һәм йорт мәшәҡәттәре менән бергә уңышлы алып бара, ғаилә усағын һаҡлай, шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең мөләйемлеге, һылыулығы, илһамландыра һәм күңел йылыһы бирә белеүҙәре менән дә һоҡландыра.

Бөтә ошо сифаттар Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Надежда Дреминаға тулыһынса хас. Уны шәп белгес, бына тигән ҡатын, хәстәрлекле әсә һәм һәр ваҡыт йылмайып торған, туғандары, яҡындарына шатлыҡ, яҡтылыҡ өләшеүсе ҡунаҡсыл хужабикә булараҡ белгән һәр кем шулай тип әйтәсәк.
Ул Балаҡатай районы Ҡарлыхан ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте уңышлы тамамлап, һөнәри белем алғас, мәсетле егетенә кейәүгә сыға. Бына инде 14 йыл ул беҙҙең районда йәшәй һәм хеҙмәт итә. Башта район хакимиәтенең финанс идаралығында эшләй. Биш йыл элек РФ Пенсия фондының Мәсетле районы буйынса идаралығына белгес булып күскән. Бер ни тиклем ваҡыттан юғары эш һәләтенә эйә булған белемле, яуаплы, намыҫлы хеҙмәткәрҙе яуаплы вазифаға – идаралыҡ начальнигы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр.
Надежда Николаевна үҙенең эшен ярата. Татыу коллективы, эштә лә, шәхси тормош хәлдәрендә лә һәр ваҡыт ярҙам итерлек кешеләр эшләүе тураһында айырыуса йылы һүҙҙәр әйтә. Ул – әүҙем тормош позицияһын биләгән кеше, йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара, район Советының ревизия комиссияһы рәйесе урынбаҫары вазифаһын да үтәй.
Ире Александр Викторович – йылытыу системаларын монтажлау буйынса эшҡыуар. Уның менән бына тигән ике ҡыҙ бала тәрбиәләйҙәр. Ун ике йәшлек Лиза һәм ете йәшлек Катя рәсем төшөрөргә яраталар, сәнғәт мәктәбенең художество бүлегендә шөғөлләнәләр. Ғаилә ял көндәрен файҙа менән һәм күңелле үткәрергә тырыша, йәй көнө арыу-талыу белмәй ҙур баҡсала эшләйҙәр, унда улар йәшелсәләр, сәскәләр, емеш-еләк үҫтерәләр.
– Минеңсә, ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет – ул ғаилә, балалар, ҡәҙереңде белгән, һиңә ярҙам һәм ихтирам иткән яҡшы ир, – ти әңгәмәсебеҙ.