Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
2 Март 2020, 12:30

Ауылым тип янып йәшәйҙәр

Йәмәғәт эшмәкәрҙәре ауыл тормошонда ғәйәт ҙур роль уйнай. Улар йәмәғәт фекере лидерҙары, үҙҙәре тирәләй тормош яҡшыраҡ булыуына ирешеүсе әүҙем кешеләр.

Йәмәғәт эше менән шөғәлләнеүселәр кешеләрҙе, бигерәк тә тотош ауылды ойоштороуы, берләштереүе, ышандырыуы, аңлатыуы нисек ҡыйын икәнен яҡшы белә. Ул барыһына ла бирелмәгән, әммә Айып ауылынан ирле-ҡатынлы Абдулхаковтарға – ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәзилә Ишмөхәмәт ҡыҙы һәм депутат Иҙрис Ғәлимйән улына был ысын мәғәнәһендә ҡәнәғәтлек килтерә.
Улар ауылдары өсөн янып-көйөп йәшәй, уны йәмле, матур, тәрбиәле итеп күргеләре килә, ауылдаштарын ихтирам итә һәм һорауҙары, проблемалары менән килгәндәрҙең барыһына ла ярҙам итергә тырыша. Башҡа активистар менән бергә ауыл биләмәһе етәкселеге менән осрашыуҙарҙа йыш ҡына булған проблемаларҙы һәм үҙ тәҡдимдәрен әйтеп бирә. Һөҙөмтәлә ниҙер эшләнә, ә ниҙер иғти- барға алына.
Ир менән ҡатын бер ауылда тыуып-үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Рәзилә Оло Ыҡтамаҡ ауылында төҙөлөштә эш башлай. Иҙрис иһә ауылда көтөү көтә, армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, ПМК-ға урынлаша. Тимер-бетон изделиелары заводын төҙөүҙә ҡатнаша. Икеһе лә сибәр, уңған, бер-береһенә тап килгән мөхәббәтле йәштәр 1980 йылдың ғинуарында сәстәрен-сәскә бәйләй.
Тормош бер урында ғына тормай, төрлө үҙгәрештәр булып ҡына тора. Уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында күп йәштәр Себер тарафтарына юллана. 1982 йылда Абдулхаковтар ҙа тәүәккәлләп, шул яҡтарға ҡуҙғала. Улар Усинск ҡалаһында төпләнә. Бер-ике йыл эшләрбеҙ ҙә кире ҡайтырбыҙ, тип уйлай улар.
Ғаилә башлығы торлаҡ-коммуналь хужалығына балта оҫтаһы булып урынлаша. Рәзилә кран машинисы һөнәрен үҙләштереп, эш башлай. Әлбиттә, сит ерҙә берәү ҙә ҡолас йәйеп ҡаршы алмай уларҙы. Айырыу-са 1996-97 йылдарҙа ауыр булды, ти ир менән ҡатын. Күп ойошмаларҙа эш хаҡын бирмәйҙәр. Ләкин ғаилә парының тырышлығы, берҙәмлеге, сабырлығы бөтә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Шулай итеп 33 йыл ғүмер үтеп тә китә.
Ошо татыу, матур ғаиләнең мөхәббәт емештәре булып ике ул донъяға килә. Улар ҙа атай-әсәйҙәре кеүек тырыш, уңған булып үҫә, иҡтисадсы һөнәрен үҙләштереп, ғаилә ҡороп, үҙ тормоштары менән йәшәй.
Ғаилә 2015 йылда тыуған ауылдарына күсеп ҡайтып, бер йыл эсендә ике ҡатлы йорт һалып инә. Тышын күтәрергә бригада ярҙам итһә, 38 йыл төҙөлөш өлкәһендә тир түгеп оло тәжрибә туплаған Иҙрис ағай өй эсендәге бөтә эштәрҙе үҙе баш-ҡара. Ишектәр, тәҙрә рамдары, баҫҡыстар, сәскә һауыттары өсөн аҫлыҡтар, заманса түшәмдәр, хатта сәскә формаһындағы люстраны ла үҙ ҡулдары менән яһаған.
Рәзилә апай “Хазина” фольклор төркөмөндә әүҙем ҡатнаша. Яңыраҡ “Халыҡ традициялары ынйылары” конкурсында ҡатнашып өсөнсө урын яулауҙарына ҡыуанып йөрөй. Ул тегенергә ярата: милли күлдәктәр, алъяпҡыстар һәм камзулдар тегә.
Иҙрис ағай менән Рәзилә апай икеһе лә оҫта ойоштороу-сы. Ауылда үткән өмәләрҙең уртаһында ҡайнайҙар, былтыр улар ярҙамы менән ауылда һабантуй юғары кимәлдә үткән.
– Ауылыбыҙ йылдан-йыл йәмләнә, матурлана һәм күркәмләнә бара, шуныһы барыбыҙҙы ла ҡыуандыра. Ауылдаштарҙың күбеһе өйҙәрен һәм өй яны участкаларын камиллаштырырға тырыша, сәскәләр үҫтерә, – ти ғорурланып Абдулхаковтар.