Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
17 Февраль 2020, 12:00

35 йыл һаулыҡ һағында

Борғатъя ауылынан Ғашиға Сәрүәрованың яҙмышы еңелдән булмай. 30 йылдан ашыу ул ауылдаштарының һәм күрше Мәләкәҫ халҡының сәләмәтлеге һағында тора. Уҙған йылда хөрмәтле инәйгә 91 йәш тулған.

Ғашиға Ҡорбанғәли ҡыҙы 1928 йылдың 22 июнендә донъяға ауаз һалған. Уның атаһы Ҡорбанғәли Сәрүәров 1904 йылда Борғатъяла тыуған. Бәләкәй Ҡорбанғәли сәсәк ауырыуынан һуң 5 йәшендә һуҡыр ҡала. 1885 йылғы әсәһе Гөлзада Икбирҙина ла ошо ауылдыҡы. Гөлзада апай ҙа 12 йәшендә күреү бәхетенән мәхрүм була.
Сәрүәровтарҙың беренсе балалары булып Ғашиға донъяға килә. Туғыҙ йәшендә ул 1-се клас-ҡа уҡырға төшә. Мәләкәҫтә киске мәктәптә 7 класс тамамлай. Көндөҙ ололар менән баҫыуҙа эшләй, кистәрен уҡый. Атаһы Ҡорбанғәли ағай сабата үреп, арҡан ишеп, шуларҙы һатып көн иткәндәр.
Бөйөк Ватан һуғышы башлан-ғанда кескәй Ғашиғаға 13 йәш була. Балаларҙы эшкә йәлеп итәләр: улар колхоз баҫыуҙарында урғандан ҡалған башаҡтарҙы йыйғандар. Ә 1943 йылда комсомол ойошмаһы Ғашиға апайҙы тракторсылар бригадаһына урманға ашнаҡсы итеп ебәрә.
1951 йылда уны Япон һуғышынан ҡайтҡан фронтовикка көсләп тигәндәй кейәүгә бирәләр. Әммә ҡыҙ бер йыл да йәшәмәй, ҡасып ҡайтып китә.
Өс айлыҡ курс тамамлап, медпунктта санитарка булып эш башлай, артабан патронаж сестраһы булып китә. Мәләкәҫ һәм Бор-ғатъя ауылдарында трахома сиренән дауалауҙа ҡатнаша. 35 йыл ул ауылдаштары һаулығы һағында тора. Хеҙмәт алдынғыһы була.
Ғашиға апай ауылдың һәм ауыл советының социаль тормошонда ла әүҙем ҡатнаша – комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана, Совет депутаты була.
Хөрмәтле ағинәйебеҙ “Хеҙмәт ветераны” исеменә лайыҡ, “1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” юбилей миҙалдары менән бүләкләнгән.
Ғашиға Сәрүәрова ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Балаларына ул талапсан һәм ғәҙел әсәй була.
Бөгөн инәй Октябрьск ауылында ҡыҙы Флида һәм кейәүе Рәҡиф тәрбиәһендә йәшәй. Эшләп үткән ғүмере тураһында йыш ҡына хәтирәләргә бирелә:
– Йәштәрҙең эштән арыуҙары тураһында ишетергә тура килә ҡайһы ваҡыт. Көсөгөҙ һәм сәләмәтлегегеҙ булғанда эшләгеҙ, тип әйтке килә уларға. Һәр мәлдең үҙ йәме, үҙ матурлығы. Ғүмерегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, – ти ул.