Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
12 Февраль 2020, 12:00

Почта бүлексәһе – өс ҡатын иңендә

1 февралдән гәзит-журналдарға тәүге ярты йыллыҡ хаҡтары буйынса яҙылыу кампанияһы башланды. Ул ике ай дауам итәсәк.

Почта бүлексәләре яҙылыу кампанияһын ойоштороуҙа мөһим роль уйнай. Теләш ауылында ла ундай бүлексә бар. Почта бында шишәмбе, кесаҙна, шәмбе көндәрендә килтерелә. Почта бүлексәһендә беҙҙе ихлас йылмайып, алсаҡ йөҙ менән бүлексә етәксеһе Ләйлә Хәйбуллина ҡаршылай. Ул һәр клиент менән уртаҡ тел таба һәм актуаль хеҙмәттәр тәҡдим итә.
– Почтала эшләү миңә еңел бирелә, сөнки унда килгәнсе 23 йыл һаҡлыҡ банкында эшләнем һәм банк хеҙмәттәре, страховкалауҙың ҡайһы бер төрҙәре менән яҡшы танышмын. Мин почтаға килеүгә унда ла страховка хеҙмәттәре күрһәтә башланылар, – ти Ләйлә Мансур ҡыҙы. – Хәҙер бында банк картаһынан аҡса алырға, күсерергә мөмкин. Был бигерәк тә балалары ситтә уҡып йөрөүселәргә уңайлы. Шулай уҡ банк картаһы менән тауарҙар өсөн иҫәпләшергә мөмкин. Страховкалау хеҙмәте менән күптәр файҙалана. Күптән түгел хоҡуҡ тармаҡтары буйынса ситтән тороп юридик яр-ҙамға сертификаттар барлыҡҡа килде. Ебәрелгән хаттарҙы, посылкаларҙы һәм бандеролдәрҙе, махсус трек-номер йыйып, интернет буйынса ҡайҙа барып еткәнлектәрен күҙәтеп торорға була.
Почта хәрәкәттәре сикләнгән граждандарға өйҙәренә барып хеҙмәттәр күр-һәтә. Махсус журналда алып барырға кәрәкле тауар һәм хеҙмәттәргә заказдар яҙып барыла. Ә күрше ауылдар халҡынан түләүҙәрҙе өйҙән үк алып китәләр.
Персоналдың ентекле уйлап һайланыуы һәм эштең дөрөҫ ҡуйылыуы һөҙөмтәһендә Ләйлә Хәйбуллина почтальондар Зөлфиә Яныбаева һәм Нурфиә Мөхәмәҙиева менән берлектә ай һайын планды үтәйҙәр, почта һәм тауарҙар ҙа ваҡытында илтелә.
Ләйлә Мансур ҡыҙы эше менән янып йәшәй. Уның аралашыусанлығы һәм иҫәпләүҙәрҙә һәр ваҡыт аныҡ эш итеүе ауылдаштарын һөйөндөрә. Тормош иптәше вахта ысулы менән эшләгәнлектән, Ләйлә Мансур ҡыҙына өй мәшәҡәттәре менән балалар тәрбиәләү ҙә үҙ иңенә төшә. Ғорурлыҡтары – улдары Рәис – Өфө дәүләт авиация-техник университетын тамамлап, бөгөн Өфөлә “Регион” электрон сауҙа майҙансығында IT департаменты етәксеһе булып эшләй. Ҡыҙҙары Наҙгөл медицина колледжының һуңғы курсында белем алып йөрөй.
Почтальонка Зөлфиә Фәрхәд ҡыҙы – күп балалы әсә. Тормош иптәше Сала- уат менән ике ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Улдарының береһе йыр менән мауыға һәм ярайһы ғына уңыштары бар.
Нурфиә Рауфан ҡыҙы – бик изгелекле һәм баҫалҡы ҡатын, Илгизә һәм Нурания исемле ике һылыу әсәһе. Ул һәр яҡлап тормош иптәше Илфаттың ярҙамын тоя.
Почтальондарҙың эше еңел түгел: улар Теләш, Ишәле, Тәкә ауылдарында йәйәү йөрөп гәзит-журналдар тарата. Ямғырҙа ла, сатлама һыуыҡта ла, йәйге селләлә лә халыҡ почтаны ваҡытында ала. Ҡыҙҙар бирешмәйҙәр. “Эттәрҙе лә ситләп үтергә өйрәндек, үтеп булмаҫлыҡ көрттәрҙе лә йырабыҙ”, – тип көлөшәләр. Уларға ирҙәре һәр ваҡыт ярҙам-ға килергә әҙер.
Коллективты уртаҡ мауығыу берләштерә – бәйләм бәйләү.
– Ләйлә Мансур ҡыҙы өйҙә лә беҙҙең менән етәкселек итә, – тип көлә Зөлфиә Яныбаева. – Социаль селтәрҙәр аша ул беҙҙең менән төрлө бәйләү ысулдары менән уртаҡлаша. Ҡайһы ваҡытта ҡатмарлы биҙәктәрҙе өйрәтеү өсөн видеодәрестәр төшөрөп тә һала. Үҙе бер ҡышта 60-ар пар ойоҡ бәйләй.
Бына шулай, өс яуаплы һәм уңған ҡатын алып бара бар почта бүлексәһе эшен.