Гүзәл Фәйзулхаҡ ҡыҙы инде ике тиҫтә йылдан ашыу балалар баҡсаһында тәрбиәсе вазифаһын башҡара. Үҙ эшен яратҡан тәрбиәсе көн дә балаларҙы йылмайып ҡаршы ала, ихлас күңел менән оҙатып ҡала. Тәрбиәсе эше – бик яуаплы һөнәр. Кескәйҙәрҙе нисек бар шулай ҡабул итеп, һәр береһе менән уртаҡ тел табып, балаларҙы сабый саҡтарынан уҡ ҡылған эштәре өсөн яуаплылыҡ тойорға өйрәтеү, уларҙың күңелендә киләсәккә, яңы башланғыстарға өмөт уятыу, дәртләндереп ебәреү, һәр ҡайһыһының мөмкинлектәренә ышаныу – тәрбиәсенең төп бурысы. Гүзәл Фәйзулхаҡ ҡыҙы балаларға күҙ-ҡолаҡ булып тороусы ғына түгел, ә һәр баланың йөрәгенә асҡыс табыусы, уларҙың һәләттәрен асыусы, бар яҡлап үҫтереүсе лә.
Һәр сабыйҙың – үҙ фекере, донъяға булған ҡарашы. Ҡайһы саҡта бала күҙлеге аша фекер йөрөтөү тормошҡа бөтөнләй икенсе яҡтан бағырға ярҙам итә. Гүзәл Фәйзулхаҡ ҡыҙы һәр сабыйҙың йөрәгенә үтеп инә, эшен бар оҫталығын һалып, күңелен биреп башҡара. Тәрбиәсе кеше, тәү сиратта, асыҡ күңелле, ярҙамсыл, иғтибарлы, ихтирамлы булырға тейеш. Гүзәл Фәйзулхаҡ ҡыҙы был сифаттарҙың барыһын да үҙенә йыйған.
Заман башҡа – заң башҡа. Хәҙерге ваҡытта тәрбиәсе һөнәре айырыуса ҙур яуаплылыҡ талап итә. Беренсенән, түҙемле, сыҙам, икенсенән, хәҙерге заман кешеһе булырға, даими уҡырға, үҙ-үҙеңде бер туҡтау-һыҙ камиллаштырырға кәрәк. Гүзәл Фәйзулхаҡ ҡыҙының да һәр ваҡыт заман менән бергә атлауы, яңынан-яңы методикалар ҡулланып, эшенә гел дә яңылыҡ индереп тороуы, бер туҡтауһыҙ эҙләнеүе һис шикһеҙ маҡтауға лайыҡ.
Тәрбиәсе үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, мәктәп, китапхана менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләй. Күптән түгел, балалар баҡсаһында ауыл китапханасыһы Гөлназ Фәрүәз ҡыҙы һәм тәрбиәселәр менән берлектә кескәйҙәр өсөн Мостай Кәримдең Әлфиә хикәйәләренән “Ҡайынлыҡ урманында ” тип аталған әкиәт сәхнәләштереп күрһәтелде.