Айгөл Атлас ҡыҙы тыуған ғаиләлә “хеҙмәт”, “патриотизм” һәм “тыуған ер мәнфәғәтендә эшләү” кеүек һүҙҙәр буш матур һүҙҙәр генә булмай. Уның атаһы Атлас Камалов – совет хужалыҡ һәм партия хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, партком секретары, колхоз рәйесе, КПСС райкомының икенсе секретары, Мәсетле районы башлығы һәм “Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүенең Башҡортостан референт үҙәге” Федераль дәүләт учреждениеһы директоры булып эшләй, ике тапҡыр Баш-ҡортостан Республикаһының Юғары Советы һәм Дәүләт Йыйылышы депутаты итеп һайлана. Ҡыҙҙары өсөн ул яҡшы атай ғына түгел, ә эшсәнлек өлгөһө лә була.
Ҡыҙҙар икеһе лә юғары белем ала – медицина юлынан китә.
Айгөл Атлас ҡыҙы 1974 йылдың 26 ғинуарында тыуған. 1991 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында урта мәктәпте тамамлап, Баш-ҡорт дәүләт медицина институтының “Дауалау эше” факультетына уҡырға инә. Яҙмышын медицина менән бәйләү тураһында ул бала саҡтан уҡ хыял итә. Ҡыҙыҡайҙың хыялы ысынбарлыҡҡа әйләнә.
Институтты тамамлағандан һуң ул микробиология кафедраһы ҡарамағындағы аспирантураға уҡырға инә. Ҙур ғилми эш башҡарып, 2000 йылда медицина фәндәре кандидаты диссертацияһын уңышлы яҡлай.
Бер ваҡыт яҙмышын табиптар һәм республика медицина персоналын әҙерләү урыны менән бәйләп, ул артабан да ошо юлдан барырға ҡарар итә. 2010 йылда микробиология, иммунология һәм аллергология йүнәлештәре буйынса медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеп, диссертация яҡлай.
2011 йылдан Айгөл Әхтәриева – Баш-ҡорт дәүләт медицина университетының микробиология, вирусология кафедраһы профессоры.
Эшмәкәрлегендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президентының Почет грамотаһы менән наградланған (2008), БР Президенты грантына (2009), “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” исеменә (2011) лайыҡ булған. 2008 йылда БР вуздары араһында республика ғилми эштәре буйынса дипломант була. Ул – 95 ғилми эш, шул иҫәптән 2 монография авторы һәм 11 уйлап табыу патентына эйә.