Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
25 Ноябрь 2019, 13:00

Уҡытыусы һәм дирижер

Мәснәүи Ғәйнетдиновты Дүртөйлө музыка мәктәбенә осраҡлы эләккән тип әйтергә мөмкин. Ул саҡта үҫмер малай бишенсе класта уҡыған була һәм клас-таштары менән барып былай ғына дәрестәргә яҙыла. Шул саҡтан бирле бер нисә тиҫтә йыл үтә, ә музыка уның тормошоноң айырып алғыһыҙ өлөшөнә әүерелә.

Музыка мәктәбен тамамлағандарҙың барыһы ла ижади юлдан барыуын дауам итмәй. Ә бына Мәснәүи Мәғдәнур улын музыка шул тиклем үҙенә тарта һәм, ул был йүнәлеште артабан дауам итеп, Салауат ҡалаһының сәнғәт училищеһының “тынлы һәм һуҡма оркестр инструменттары” класына уҡырға инә.

Ошонда ул буласаҡ ҡатыны менән таныша. Йәш ғаиләне училище тамамлағандан һуң Мәсетле районына ебәрәләр.

– 1984 йылда, беҙ әле яңы ғына килгәндә, музыка мәктәбендә өс кенә уҡытыусы эшләй ине, – тип иҫенә төшөрә ул. – Ҡатыным уҡытыусы булып китте, ә мине директор итеп ҡуйҙылар.

Мәснәүи Ғәйнетдинов Мәсетле районының мәҙәниәт бүлеге менән берлектә мәктәпте төрлө профилле итергә, йәғни уҡытыуҙың башҡа йүнәлештәрен дә асырға ҡарар итәләр. Уйланылғанды тормошҡа ашырыу өсөн профессиональ уҡытыусылар кәрәк була.

Бының өсөн мәктәп директоры республиканың сәнғәт училищеларын йөрөп сыға, етәкселәре һәм студенттар менән аралаша, училище тамамлаусыларҙы йәлеп итә. Уның сәфәре уңышлы булып сыға. 1987 йылдан мәктәптә яңы уҡытыу-сылар эшләй башлай, художество һәм хореграфия йүнәлештәре барлыҡҡа килә. Музыка мәктәбе сәнғәт мәктәбе тип үҙгәртелә. Мәснәүи Мәғдәнур улы унда 2000 йылға тиклем етәкселек итә.

35 йыл дауамында һәләтле уҡытыу- сы балаларҙы тынлы музыка ҡоралдарында уйнау нигеҙҙәренә өйрәтә. Ошо йылдар эсендә ул профессиональ уҡытыусы ғына түгел, ә балалар психологына һәм күптәре өсөн дуҫтарына әйләнә.

Үҙенең методикаһында ул балалар-ҙың музыкаль күнекмәләренә генә түгел, физик һаулыҡтарына ла ҙур иғтибар бүлә.

– Береһе икенсеһенән башҡа мөмкин түгел, – ти ул. Тынлы инструменттарҙа уйнау өсөн һулыш алыу системаһы ныҡлы булырға тейеш. Ә ул спорт һәм әүҙем йәшәү рәүеше һөҙөмтәһендә нығына.

Мәснәүи Ғәйнетдинов район тынлы музыка ҡоралдары оркестрын ойоштора, үҙе уның дирижеры ролен башҡара. Бөгөн унда егермеләп музыкант уйнай. Уҡытыусының бәләкәй тәрбиәләнеүселәре лә оркестрант булып китә. Коллектив йыл һайын республика күләмендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Балалар өсөн иң әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе – Өфөлә үткән республика тынлы оркестрҙар марш-парады, ул биш йыл һайын уҙғарылып тора.

Әлбиттә, уҡытыусы тәрбиәләнеүселәренең уңыштарын үҙ хеҙмәтенә төп баһа тип иҫәпләй. Музыка өлкәһендә уңыштарға ирешкән уҡыусылары күп. Һуңғыларының береһе – Айҙар Сафиевтың Бөтә Рәсәй йәш музыканттар конкурсында III урын алыуы. Һөнәренә бул-ған һөйөүе һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Мәснәүи Ғәйнетдинов үҙе лә бер нисә тапҡыр почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

Әлеге уҡыу йылы яҡшы хәбәрҙәрҙән башланды: сәнғәт мәктәбе ун яңы тынлы уйын ҡоралы алды. Был балалар өсөн дә, уҡытыусы өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға булды.