1959 йылдың 25 ноябрендә Сафиндар ғаиләһендә кескәй балалары – дүртенсе ҡыҙҙары донъяға килә. Ул ваҡыттарҙа Ростов ауыл Советы рәйесе булып эшләгән һуғыш ветераны Әхкәм Сафи улы нәҫелде да-уам итеүсе ир бала тыуыуын көткәндер инде, әммә һары сәсле матур ҡыҙ тыуа.
Тәүәккәл, ҡыйыу ҡыҙҙы барыһы ла – ғаиләлә лә, ауылда ла яраталар. Мәктәптә уҡыу уға еңел бирелә, бигерәк тә теүәл фәндәр. Шәп ҡыҙ комсорг итеп һайлана, үҙешмәкәр концерттарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәктәптән һуң рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға теләй һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына килә. Студент йылдарында Рая үҙ курсының алмаштырғыһыҙ комсоргы, төҙөлөш отрядында командир була. Институтты тамамлағандан һуң Рая Әхкәм ҡыҙы ике йыл Абдулла һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эшләй. 1985 йылдан яҙмышын һәм педагогик эшмәкәрлеген Теләш урта мәктәбе менән бәйләй.
Мәктәптә эшләгән йылдарында Рая Әхкәм ҡыҙы балаларҙа бөйөк рус теленә һөйөү тәрбиәләй, уларҙы үҙ предметы менән ҡыҙыҡһындыра белә, ижади фекерләргә өйрәтә, дәрестәрендә яңы белем биреү технологияларын уңышлы ҡуллана. Ул асыҡ дәрестәр бирә һәм район, республика кимәлендә, Бөтә Рәсәй интернет-педсоветы эшендә әүҙем ҡатнаша. Иң яҡшы өлгәшкән уҡыусылары йыл һайын район олимпиадаларында ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә, балалар һәм педагогтар өсөн “Талантоха” V Бөтә Рәсәй ижад конкурсында, рус теле һәм әҙәбиәте буйынса Аҡмулла олимпиадаларында, “Альбус-2014, 2015” олимпиадалары призеры була. Рая Әхкәм ҡыҙының сығарылыш класс уҡыусылары берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. 8 уҡыусыһы мәктәпте миҙалға тамамлап, күптәре артабан уҡытыусы һөнәрен һайланы.
– Мин балаларҙы ғәҙеллеккә, эш һөйөргә, изгелеккә, кешелеклелеккә, намыҫ ҡушыуы буйынса йәшәргә өйрәттем. Уларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү – минең өсөн оло бәхет. Тормошта теләгән бар нәмәм – ярат-ҡан эшем, татыу коллектив булды, – ти уҡытыусы.
Юғары категориялы педагог Рая Әхкәм ҡыҙы оҙаҡ йылдар олимпиадалар буйынса район комиссияһы, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы эксперт комиссияһы ағзаһы була.
Ул коллегалары, уҡыусылары, ата-әсәләр һәм ауылдаштары араһында абруй яулаған. Мәктәптең, ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, үҙешмәкәр концерттарҙа сығыш яһай, өс тапҡыр Ростов ауыл Советына депутат итеп һайлана.
Рая Әхкәм ҡыҙы уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса завуч эшен дә башҡарып ала. Ниндәй генә вазифалар биләмәһен, һәр ерҙә яуаплылыҡ, сабырлыҡ күрһәтә, эштәрен еренә еткереп бөхтә башҡара, бар күңелен биреп эшләй.
Уның күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте мәктәптең, мәғариф бүлегенең, район хакимиәтенең, Башҡорт-остан Республикаһы Мәғариф министрлығының почет грамоталары, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” билдәләре менән баһаланған.
Рая Әхкәм ҡыҙы ата-әсәһе алдындағы бурысын үтәне: мәктәп эше күп ваҡытын алһа ла, сирле ата-әсәһен яҡшылап тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатты. Бына инде 15 йыл ата-әсәһе яндарында юҡ, әммә йәйгелеккә апалары һәм туғандары ҡайтыуына тормош иптәше Сәғит менән, үҙ хужалыҡтары менән бер рәттән, ата-әсәһе йортон да тәртиптә тоталар. Туғандары менән татыу йәшәй-ҙәр, бер-берҙәренә ярҙам итәләр.
Сафиндар ҡыҙҙары Лилиә менән Гөлнурҙы матур итеп тәрбиәләп үҫтергәндәр, уларға юғары белем алырға ярҙам итеп, кейәүгә бирҙеләр.
Педагогик хеҙмәт ветераны бөгөн дә әүҙем тормош алып бара. Элекке уҡыусылары йыш ҡына хәлен белешергә инеп сыға. Улар йылы һүҙ, яҡшы кәңәш ишетергә киләләр. Уҡытыусы үҙе лә элекке тәрбиәләнеүселәренең яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып тора, уңыштарына һөйөнә, ситтән тороп белем алғандарға теләп ярҙамлаша. Башҡаларға файҙа килтереү – уның тормош мәғәнәһе.
ветеран уҡытыусы, Теләш ауылы.