Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
30 Октябрь 2019, 13:00

Тәрбиәләнеүселәренең уңыштары – тренер өсөн төп награда

Йонос мәктәбе педагогы Фирғәт Мөниров “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы“ район конкурсының “Йыл спортсыһы” номинацияһында еңеүсе тип танылды. Шулай уҡ октябрь башында ул Баш-ҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгәйне.

Был наградаларға Фирғәт Мөниров 30 йыл физкультура, технология һәм ОБЖ уҡытыусыһы сифатындағы хеҙмәт эшмәкәрлеге, райондың спорт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы һәм үҫеп килеүсе быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуы менән лайыҡ.

Ул бала саҡтан спорт менән дуҫ була. Мәктәп йылдарында саңғы һәм волейбол ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Әммә хоккей уның ярат-ҡан спорт уйыны була. “Йыл-ғала һыу туңыу менән боҙҙо ҡарҙан таҙартабыҙ ҙа шайба артынан ҡыуабыҙ. Беҙҙең замандағы конькиҙар быймаға бау менән бәйләп ҡуйыла торғайны”, – тип иҫенә төшөрә Фирғәт Риф улы. Киләсәктә ул спорт менән бәйле һөнәр алыу тураһында хыяллана. Әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Уҡыу йорто командаһы составында “Ҡыҙыл таң” гәзите призына республика еңел атлетика марафонында ҡатнаша. Бер йылдан армияға алына. Ул Эстония һәм Карелияла сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.

Армиянан ҡайтҡас үҙ хыялын тормошҡа ашырыр-ға теләп, Күмертау педагогия училищеһына уҡырға инә.

Студент йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Уҡып сыҡҡандан һуң Октябрьск мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып урынлаша. Ә тыуған мәктәбендә урын бушағас, үҙҙәренә ҡайта һәм әлеге көндә лә шунда эшләп йөрөй. Ситтән тороп Силәбе дәүләт физкультура институтын тамамлай.

Фирғәт Мөниров маҡсат ҡуя белеүҙе һәм уға ирешеүҙе, һәр ваҡыт алға барыу-ҙы мөһим тип иҫәпләй. Балаларҙы ла шуға өйрәтә. ОБЖ һәм технология буйынса район конкурстарында һәм спорт ярыштарында уның уҡыусылары призлы урындар ала. Мәҫәлән, әлеге уҡыу йылында Йонос мәктәбе командаһы еңел атлетика кросы буйынса район ярышында беренсе урын алды.

Фирғәт Риф улы районда балалар хоккейын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Ул – бөгөн районда иң яҡшыларҙың береһе булған “Сапсан” хоккей командаһының тренеры. Команда ике йыл рәттән А. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” йәш хоккейсылар клубы республика ярыштары финалдарында ҡатнаша. Уның тәрбиәләнеүсеһе Ғайсар Мөниров райондан беренсе булып бөтә Рәсәй йәш хоккейсылар ярышында республиканың йыйылма командаһы составында бронза миҙал яуланы.

Фирғәт Риф улының уҡыу-сылары яҡшы физик әҙерлектәре арҡаһында абруйлы хәрби уҡыу йорттарына уҡырға инә. Уларҙың күптәре спорт менән дуҫлығын дауам итеп, һәүәҫкәр командаларҙа хоккей уйнай.

Ул бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергияһы, принципиаллеге, үҙ-үҙенә талапсанлығы, юғары эш һәләте, баҫалҡылығы һәм кешеләргә ҡарата хәстәрлекле мөнәсәбәте менән уҡыусыларында, коллегаларында, ата-әсәләрҙә һәм район кешеләрендә тәрән ихтирам ҡаҙанған.