Дмитрийҙың “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә хеҙмәт итә башлауына алты йыл үткән. Ошо йылдар эсендә коллегаларына үҙенең оҫталығын күп тапҡыр эше менән иҫбат итеп өлгөргән. Ни тиһәң дә комбайн штурвалы артында бит – 17 йыл!
Комбайнсы эше ауыр һәм яуаплы. Тәү ҡарашҡа уның бөтөн эшен өс һүҙ менән һүрәтләп бирергә мөмкин кеүек: комбайнға идара итеү. Ысынында уның бурыстары шаҡтай күп. Ул, ҡатмарлы машинаға идара итеп, гел генә мотор эшенә ҡолаҡ һалып йөрөй. Бөтә датчиктарҙы ҡарап сыға, үҙенә ышанып тапшырылған техника торошон күҙәтә. Эше – ауыр хеҙмәт, сөнки миҙгелендә уға тәүлегенә 15-әр сәғәт һәм унан да артығыраҡ эшләргә тура килә. Ә бөтә ошо сәғәттәр көсөргәнешле. Урып-йыйыу эшенең сифаты игенсенең оҫталығына бәйләнгән.
Ләкин бөтә ошо ҡатмарлыҡтар Дмитрийҙы ҡурҡытмай. Тәжрибәлелеге һәм профессионаллеге һөҙөмтәһендә уның участкаһында уңыш йыйыу көйлө һәм юғалтыуһыҙ бара.
– Өс йыл элек миңә яңы заманса комбайнды ышанып тапшырҙылар, – тип уртаҡлаша ул. – Ундай техникала эшләү ҡырҡа айырылып тора, әлбиттә. Идара итеү борт компьютеры аша башҡарыла, эш еңелләште.
Эйе, яңы технологиялар ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре эшен күпкә еңеләйтә. Шулай ҙа механизаторҙың яуаплылығы һәм оҫталығы шулай уҡ хәл иткес ролде уйнай.
Тап шул арҡала Дмитрий Петкин быйылғы уңышты йыйыуҙа иң юғары һөҙөмтәләргә ирешкән иген йыйыу комбайндары операторҙары, үҙйөрөшлө сапҡыстар, йөк автомобилдәре водителдәре, туңға һөрөүҙәге механизаторҙар, шулай уҡ белем биреү учреждениелары студенттары араһындағы район конкурсында былтырғы кеүек үк еңеүселәрҙең береһе тип танылды. Уның наградалары араһында Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһы ла бар. Унан тыш, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2018” район конкурсы йомғаҡтары буйынса йылдың иң яҡшы комбайнсыһы тип танылды.