Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
6 Сентябрь 2019, 17:55

Тормошо хеҙмәттә һәм хәрәкәттә үтә

Ҡорғат ауылынан Альбина Ғәлимова беҙгә үҙенең ауылдашы тураһында хат яҙып ебәргән.


Ошо ҡатмарлы ваҡытта биш йәшлек Рәмилә өлкән ағаһы менән әсәһенә терәк булалар. Бәләкәй туғандарын ҡарарға, хужалыҡ буйынса ярҙам итәләр. 1943 йылда ул мәктәпкә беренсе класҡа бара, һигеҙенсе кластан Оло Аҡа мәктәбендә уҡый.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, йәш ҡыҙға дүрт йыл сусҡа фермаһында эшләргә тура килә. Яҡшы эшләгәне өсөн колхоз йыл да премия урынына бер сусҡа бәрәсе бирә.

1956 йылда ҡышын фермала һарыҡтар ҡарай, йәйен көтөү көтә. Бында ла уның тырыш хеҙмәтен билдәләп, һарыҡ бирәләр.

Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Рәмилә Вәһәби ҡыҙының ҡулында һәр ваҡыт бәйләм була. Иркәләре өсөн ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй.

1955 йылда ул тормош юлын Ҡорғат ауылы егете Ҡәүи Ибрай улы менән бәйләй. Артабан һыйыр һауа, быҙау ҡарай, таналар өйрәтә. Был эштәрҙең барыһын да намыҫ менән башҡара. Ул эшен яратып үтәй, шуға күрә хаҡлы ялға сыҡҡас та, тағы бер йыл эшләй. Рәмилә Ямалетдинова биш балаға – өс улға һәм ике ҡыҙға ғүмер бирә. Тормош ауыр булыуға ҡарамаҫтан, тормош иптәше менән балаларына яҡшы белем алырға ярҙам итәләр.

Тормош уға төрлө яҡлап етерлек һынауҙар ҙа күрһәтеп өлгөргән. 31 йәшлек улын юғалта. Ҡартлыҡҡа килеп еттем тигәндә, таяныр кешеһе – тормош иптәше ауырып үлеп китә.

Ваҡыттар үтә тора, тормош дауам итә... Бөгөн ул Тимербай ауылынан Минийән Сөнәғәт улы менән ҡартлыҡта бер-береһенә терәк булып донъя көтәләр.

Рәмилә Ямалетдинова – уңған хужабикә. Уның өҫтәле һәр ваҡыт тәмле аштарҙан, күпереп бешкән икмәк-күмәстәр-ҙән һығылып тора. Баҡсала ла төрлө сәскәләр, йәшелсә, емеш-еләк үҫтерергә ярата. Ә өйҙә тәҙрә төптәрендә ниндәй генә гөл үҫмәй уның! Төрлө сағыу төҫтәге ептәрҙән ултырғыс ябыуҙары, йылы һәм йомшаҡ әйберҙәр бәйләй.

Тынғыһыҙ ҡатын һәр ҡунағына асыҡ йөҙлө, яғымлы. Тәмле аштары менән ҡаршы алып, яҡты йөҙө менән оҙатып ҡала. Бөгөн уның иң ҙур байлығы – 15 ейән-ейәнсәре һәм 23 бүлә-бүләсәре. Бына шулай, булғанына шөкөр итеп, көс-ғәйрәтен юғалтмай, яҡындарының уңыштарына ҡыуанып, һөйөнөп йәшәүен дауам итә Рәмилә Вәһәби ҡыҙы”.