Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
2 Сентябрь 2019, 18:00

Үҙ ҡулдары менән булдырған ожмах баҡсаһы

Ҡара ерҙә илаһи ожмах баҡсаһы тыуҙырған һәм бының өсөн йән йылыһын йәлләмәгән кешеләрҙең күңел донъяһы ла гөлләмәләй сағыу һәм киң ҡоласлы.


Бөгөн ожмах баҡсаһын ҡурсалаусы һәм тәрбиәләүсе булып уның ҡатыны Дамира Ғәлимйән ҡыҙы тора. Улар тормош иптәше менән бәхетле ғүмер кисергән. Ғаилә башлығының эшен дауам итеүсе лайыҡлы өс ул үҫтергәндәр. Ауыл тормошона битараф булмаған умартасылар династияһы башҡаларға өлгө булып тора.

Уларҙың баҡсаларында үҫкән ағас һәм ҡыуаҡтар, шулай уҡ йәшелсәләр йыл да мул уңыш бирә. Бында алмағастарҙың ғына алты сорты бар. Бынан тыш, уңған хужабикә күҙ яуын алырҙай гөл-сәскә үҫтерә. Дамира Ғәлимйән ҡыҙы, баҡсала бөтә көсөңдө биреп эшләгәндә генә, мул уңыш алыр-ға мөмкин, ти. Ул ҡышҡылыҡа виноград, слива, сейә, айыу баланы (жимолость) һәм крыжовниктан компот, ҡарағат һәм ҡурай еләгенән джем, алма һәм баҡса еләгенән ҡайнатмалар яба.

Тынғыһыҙ ҡатын барыһына ла өлгөрә, етмәһә үҫемлектәрҙең яңы сорттары менән ҡыҙыҡһына. Уларҙы үрсетеп, балаларына тарата. Ул бөгөн бик бай тәжрибәгә эйә, хатта өйрәнсектәргә кәңәштәр ҙә бирә ала.

Көн дә тирә-яғыңда ошо матурлыҡты күреү – үҙе бер кинәнес! Бигерәк тә үҙ ҡулдарың менән тыу- ҙырһаң! Баҡса өй хужаларының ихатаһына ғына түгел, ә бөтә ауылға йәм өҫтәп ултыра.