Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
13 Август 2019, 18:00

Умартасылыҡ ғаилә эшенә әйләнгән

Александр Крючков ғаиләһендә ҡортсолоҡ менән күптән шөғөлләнәләр.

Был кәсепкә әле уның атаһы яғынан ҡарт олатаһы менән өләсәһе үк нигеҙ һалған. Атаһы Сергей Петрович та ғүмере буйына ғаиләһен үҙ умарталығындағы бал менән туйындырған. Ул 20-нән алып 30 башҡа тиклем ҡорт тотҡан. Ярҙамға һәр ваҡыт улын алыр булған. Әле 9 йәшендә үк Александр атаһына төтәткес – ҡорттарҙы төтәҫләй торған махсус ҡорал менән эшләргә ярҙам иткәнен хәтерләй.

Шул саҡтан алып Александрҙа көн һайын бал ҡорттары гөжләгәнен тыңлау, ә йәй һуңында уның үҙ эшсе ҡорттары йыйған бал менән һыйланыр өсөн үҙ умарталығын булдырыу хыялы барлыҡҡа килә. Ни уйлаһаң – алдыңа шул килә, тигәндәй, бына уның да теләге тормошҡа аша. Александр Сергеевичтың тәүге ҡорттары үрсетеү өсөн 10 баш умарта бүләк иткән атаһы ярҙамында 14 йыл элек барлыҡҡа килә. Бәләкәй саҡта алған тәжрибәһенә өҫтәп, ул ҡорт үрсетеү буйынса тағы ла әллә күпме әҙәбиәтте өйрәнә, ә һуңыраҡ Ҡортсолоҡ академияһын тамамлай. Хәҙер ул –сертификациялы белгес.

Умарталыҡта эшләүҙән тыш, Александр үҙ магазинын асҡан, унда ҡортсолоҡ өсөн кәрәк-яраҡтар һата. Уға тауар алыу өсөн генә түгел, ә кәңәш һорап та мөрәжәғәт итәләр.

– Мин гел умарталыҡта булам. Уларҙы күҙҙән ысҡындырырға ярамай, – ти умартасы. – Йыш ҡына улым Кирилды үҙем менән алам, беҙ бер-беребеҙ һәм тәбиғәт менән аралашыуҙан ҙур ләззәт кисерәбеҙ. Умартасының мәшәҡәттәре күп. Беҙҙең эштә ҡорт һатып алып, ҡул ҡаушырып, уларҙың бал йыйғанын көтөп ултырып ҡына булмай, – ти Александр Сергеевич. – Хатта улар ҡышлауҙа булғанда ла, эше бөтмәй. Рамдарҙы таҙартырға һәм ремонтларға, балауыҙ иретергә, яңы рамдарҙы балауыҙларға, балды һатыу менән шөғөлләнергә кәрәк. Ҡортсо булыу, тимәк, бер аҙға шундай уҡ эшсән һәм тын-ғыһыҙ ҡортҡа әйләнеү тигән һүҙ.

Александр спорт менән дә шөғөлләнә, тәбиғәтте ярата, сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы. Балаларын да, ә улар дүртәү, шул уҡ рухта тәрбиәләй. Ҡатыны Елена уға барлыҡ эштәрендә ярҙам итә.

Кешене бал ҡорто менән шөғөлләнергә мәжбүр итеп булмай. Ул күңелдә булырға тейеш. Был эштең нескәлектәре һәм ауырлыҡтары һанап бөткөһөҙ. Александр ғаилә эше үҙендә генә туҡтап ҡалмаҫ һәм балаларынан кем дә булһа уның эшен дауам итер тип өмөтләнә.