Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
8 Июль 2019, 18:10

Тормошон сәнғәтһеҙ күҙ алдына килтермәй

Мәҙәниәт өлкәһендә башҡаларҙың тормоштарын сағыуыраҡ һәм төрлөрәк итергә тырышҡан, тирә-яҡтағыларға күңел йылыһын ихлас өләшкән кешеләр эшләй. Линиза Вәлиева – нәҡ шундайҙарҙың береһе.

Ул 1969 йылда Теләш ауылында тыуған. Мәктәптә уҡыған йылдарында күп кеше ҡатнашлығында мәҙәни сараларҙа, мәктәптең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Тәү тапҡыр тамашасылар алдында ул Һабантуйҙа сығыш яһай. Һигеҙ йәштәрҙәге кескәй генә ҡыҙ байрамды ойоштороусылар янына килә һәм йырларға теләк белдерә. Ул ошо ваҡытта сәхнә урынына хеҙмәт иткән йөк машинаһы бортына күтәрелә һәм Анна Германдың “Һары япраҡтар” йырын башҡара. Шунда ауылдаштары ғына түгел, хатта туғандары ла уның иҫ китмәле тауышын тәүләп ишетә.

Сәнғәткә һөйөү ҡыҙҙы мәктәп йылдарында оҙатып килә. Шуға күрә мәктәпте тамамлағандан һуң, Теләш клубында художество етәксеһе вазифаһын тәҡдим иткәс, уйлап та тормай, ризалаша. Артабан уны район мәҙәниәт йортона саҡыралар. Унан йүнәлтмә буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы республика мәҙәниәт техникумының режиссерҙар бүлегенә уҡырға инә.

– Хөрмәтле Хәниф Мәүләүи улы Әхмәтйәнов етәкселегендәге һәләтле һәм профессиональ коллектив мине үҙ составына ихлас ҡабул итте, ижади үҫештә һәм эштә ярҙам итте. Ошо көндән алып 28 йылға яҡын ваҡыт үтеп киткән. Бөгөн мин тормошомдо сәнғәтһеҙ күҙ алдына ла килтермәйем, – ти ул.

Коллегалары араһында Линиза Вәлиева абруй яулаған.

– Линиза Рафаил ҡыҙы мәҙәни сараларҙы юғары кимәлдә уҙғара, сценарий һәм киләсәккә пландар төҙөүҙә, Һабантуй, Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы, Мәсетле оҫтаханаһы кеүек сараларҙы, башҡорт байрамдарын ойоштороуҙа ҡатнаша. Уға уңғанлыҡ, һәр ваҡыт дәртле һәм позитив булыу, ихласлыҡ һәм изгелек кеүек күркәм сифаттар хас, – ти коллегалары.

Намыҫлы хеҙмәте, профессионаллеге, эшенә яуаплы мөнәсәбәте һәм ирешкән ҡаҙаныштары өсөн мәҙәниәт бүлеге, район хакимиәте, республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Хөкүмәтенең грамоталары менән бүләкләнгән.

Линиза Рафаил ҡыҙы яратҡан һәм хәстәрлекле ҡатын һәм әсәй. Сәнғәт донъяһы һулышын тойоп һәм әсәһенең иң яҡшы яҡтарын үҙенә һеңдереп үҫкән ҡыҙы Зарина әсәһенең юлын һайлаған. Быйыл Миәс дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжын уңышлы тамамлап, һәүәҫкәр ижад коллективтары етәксеһе – педагог-хореограф булып сыҡты. Улы Тимур бишенсе класҡа күсте.