Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
8 Июль 2019, 13:07

Һөҙөмтәгә ирешеү өсөн тырышлыҡ кәрәк

Һөләймән ауылынан Гөлшан Благовещенская өс йыл элек экологик яҡтан таҙа һәм тәмле йәшелсәләр үҫтереү буйынса үҙ бизнесын ойоштороп ебәрә. Үҫештең башланғыс этабында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы программаһында ҡатнашыу уға хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.



Тәүҙә ентекле бизнес-план төҙөлә. Уны уңышлы яҡлағандан һуң Гөлшан Гулам ҡыҙы 300 мең һум күләмендә субсидия ала. Ул теплицаны ныҡлы итеп төҙөргә һәм арзан материал менән генә сикләнеп ҡалмаҫҡа ҡарар итә. Кәрәҙле поликарбонатҡа өҫтөнлөк бирә: ҡиммәтерәк, әммә ышаныслы. Бүленгән аҡсаға 240 квадрат метрҙа теплица ултыртыу өсөн материалдар һатып ала. Ҡал-ғаны – үҙ аҡсаһына. Теплицаны тулыһынса ҡороп ҡуйыу Благовещенскаяға яҡынса 600 мең һумға төшә.

– Тәүҙә бизнес-план буйынса бары ҡыяр ғына үҫтереү ҡаралғайны, әммә ваҡыт урындағы баҙарҙа помидор менән боростоң үтемле булыуын күрһәтте. 60 квадрат метр майҙанлы икенсе теплица төҙөнөк. Шулай уҡ сәскәләр үҫентеләре үҫтереп, Мәсәғүт ауылындағы магазин аша һатабыҙ, – тип һөйләй Гөлшан Гулам ҡыҙы.

Уҙған сезонда эшҡыуар биш тоннаға яҡын йәшелсә йыйып алған. Һатыу менән ҡыйынлыҡтар юҡ: тәмле йәшелсәләрҙе ауыл халҡы теләп һатып ала.

– Яңы өлгөргән йәшелсәләрҙе алыр-ға клиенттар беҙгә райондың башҡа ауылдарынан, шулай уҡ Свердловск өлкәһенән киләләр, – ти ул.

Киләсәккә пландар ҙур – теплицаны үҙгәртеп ҡороу. Унда тамсылап һыу һибеү системаһы ҡуйып, газ үткәрергә уйлайҙар. Үҫемлекселектән тыш фермер йыл һайын 300 башҡа яҡын йорт ҡошо – күркәләр, ҡаҙҙар, өйрәктәр үҫтерә.

Бындай ҙур хужалыҡ тотоу – көндәлек тырыш хеҙмәт.

Эшендә ул яңғыҙ түгел – ире менән балалары ярҙам итә. Гөлшан Гулам ҡыҙының тырышлығына һәм хеҙмәт һөҙөмтәһенә ҡарайһың да үҙ хеҙмәте менән кешенең ҡуйылған маҡсатына ирешә һәм яҡшы һөҙөмтәләр алыуына инанаһың.