Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
18 Июнь 2019, 14:05

Үҙ эшенең оҫтаһы

Мәсетле ере матур тәбиғәте менән генә түгел, ә алсаҡ, уңған кешеләре менән дә дан тота.

Ошо маҡтаулы яҡташтарыбыҙҙың күптәре башҡалар тураһында хәстәрлек күреүгә бағышлаған хеҙмәт юлдарын. Шуларҙың береһе – Әлфирә Фәтхлисламова. Уның “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы – 2018” район конкурсында “Социаль өлкәлә иң яҡшы хеҙмәткәр” номинацияһында еңеүсе тип табылыуы нәҡ шул турала һөйләй.

Әлфирә Тәлғәт ҡыҙы Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтын “Бухгалтерия иҫәбе, аудит һәм финанстар” һөнәре буйынса тамамлаған. Юғары уҡыу йортонан һуң һалым инспекцияһында хеҙмәт юлын башлай. 2002 йылда Пенсия фондының Мәсетле районындағы идаралығына пенсиялар тәғәйенләү буйынса беренсе категориялы белгес булараҡ ҡабул ителә. Ә 2007 йылда пенсиялар тәғәйенләү бүлеге начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә, артабан 2010 йылда идаралыҡ начальнигы урынбаҫары – пенсия тәғәйенләү, ҡайтанан иҫәпләү, түләү һәм страховкалан- ған кешеләрҙең пенсияға хоҡуҡтарын баһалау бүлеге начальнигы вазифаһына үрләтелә.

Рәсәй Пенсия фондының Мәсетле районындағы идаралығында эшләгән осорҙа Әлфирә Тәлғәт ҡыҙы районыбыҙ территорияһында пенсия системаһының булдырылыуына һәм үҫешенә тос өлөш индерә. Ҙур эш тәжрибәһе уға үҙенә йөкмәтелгән бурыс-тарҙы юғары профессиональ кимәлдә башҡарырға мөмкинлек бирә.

Әлфирә Тәлғәт ҡыҙы халыҡ менән эшләгән ойошмала кешенең үҙе мөһим тип иҫәпләй. Пенсия системаһында эшләүселәр йыш ҡына психолог урынына ла була: тыңлайҙар, хәлдәренә инәләр, кәңәштәрен еткерәләр. Конкурс өсөн хәреф "ө".

Әлфирә Тәлғәт ҡыҙы – һәр яҡлап һәләтле шәхес. Төп эшенән тыш ул өй тирәһен матурларға ярата. Ул үҫемлектәр менән бар күңелеңде һалып шөғөлләнергә кәрәк тип иҫәпләй, шул ваҡытта улар ҙа мул уңыш һәм матурлыҡтары менән һөйөндөрәсәк. Сәскәләрҙән тыш ул йәшелсә-емеш, еләктәрҙең мул уңышын ала һәм ҡыш-ҡылыҡҡа етәрлек әҙерләмәләр яһай. Тағы ла ул матур йырлай һәм спорт менән шөғөлләнә. Яҡшы белгес, һоҡлан-ғыс әсә, хәстәрлекле ҡатын, ҡунаҡсыл хужабикә ихласлығы һәм ярҙамсыллығы менән башҡаларҙы һәр ваҡыт үҙенә йәлеп итә.