Оҙаҡ йылдар дауамында үҙҙәрендәге колхозда агроном-орлоҡсо, агроном-агрохимик һәм бригадир булып эшләгән Всеволод Петрович ауыл хужалығы культуралары үҫтереүҙә ҙур тәжрибәгә эйә. Әммә, тәжрибәгә ҡарамаҫтан, яңы төр үҫемлекте эшкәртә башлау һәр ваҡыт икеләндерә.
– Һарымһаҡ үҫтереү тәҡдимен кейәүем яһаны. Уның Каменск-Уральск ҡалаһында йәшәгән бер танышы оҙаҡ йылдар был культураны үҫтерә һәм яҡшы уңыш ала. Беҙ тәүҙә биш гектарға ултыртырға уйлаған инек, әммә орлоҡ етмәне, – ти ул. – Ултыртыр алдынан тупраҡты тотош тәьҫир итеүсе гербицид менән эшкәрттек. Орлоҡто үҙебеҙҙең илдекен алдыҡ, сөнки улар ҡытайҙар-ҙыҡынан юғарыраҡ баһалана.
Хәҙер Рәсәй баҙарында Ҡытайҙан килтерелгән һарымһаҡ йыш осрай. Күп белгестәрҙең фекеренсә, ул Рәсәй продуктынан ныҡ айырыла. Сит илдән кертелгән һарымһаҡ организм өсөн файҙалы матдәләргә эйә түгел.
– Махсус механик сәскес менән сәс-тек. Быйыл ҡар аҙ булғанлыҡтан шытымдар үлер тип борсолғайным, хәүефләнеүем бушҡа булды. Хәҙер баҫыуҙа йәшел шытымдар барлыҡҡа килде, – тип дауам итә Всеволод Петрович.
Ул артабан эшмәкәрлеген теркәргә һәм фермерҙарға грант ярҙамы программаһында ҡатнашырға ниәтләй.
– Әгәр грант ярҙамы алһам, техника һәм автоматлаштырылған агрегат һатып алырға уйлайым. Әлегә бар эштәрҙе “Kubota” мини-тракторында башҡарам. Ул ни бары 1,5 метрҙы ғына ала. Ә инде артабан һарымһаҡты киптереү өсөн ангар төҙөргә кәрәк, – ти ул.
Всеволод Петрович буласаҡ уңышты һатыу юлдарын да алдан уйлап ҡуйған.