Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
29 Апрель 2019, 11:37

Себерҙе яулаусылар

Йөҙәрләгән мәсетле вахта ысулы менән Себерҙә эшләй


Ф. Закиров. М. Шестаков менән Ф. Шарапов.


27 апрелдә беҙҙең илдә вахта ысулы менән эшләүселәр-ҙең һөнәри байрамы – Вахтовиктар көнө билдәләнә.

Был һаулыҡтары ныҡ бул-ған, хеҙмәт итеү ауырлыҡтарын ҡаһармандарса күтәреүсе кешеләр өсөн айырым бер көн. Төрлө һөнәрҙә, әммә үҙенең тыуған йортонан алыҫта бөтә ил мәнфәғәтендә мөһим һәм яуап-лы бер эш башҡарыусы хеҙмәтсәндәрең берҙәмлеген тәьмин итеү өсөн ул бик мөһим. Вахта ысулы менән эшләүселәр – ул прогресты алға һөрөүселәр. Улар диңгеҙҙәрҙә, тайгала, Алыҫ Төньяҡта үҙләштерелмәгән ерҙәрҙе яулай, юлдар, нефть һәм газ үткәргестәр һала, заводтар төҙөй, производствоны яйға һала.

Ваҡытлыса республиканан ситтә эшләүсе кешеләр һаны буйынса Башҡортостан илдең башҡа төбәктәре араһында беренсе урын биләй. Рәсми статистика буйынса республиканан 148 мең самаһы кеше даими рәүештә вахтаға китә. Был һан шаҡтай, әле иҫәпкә алынмаған вахтовиктарҙың ғәйәт ҙур армияһы барҙыр, тигән тоҫмаллау бар.

Уларҙың төп массаһы – ул ауыл ерендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа йәшәүселәр, йәғни тап ошонда кешеләр талап ителмәй, уларҙың үҙ потенциалдарын бойомға ашырыу мөмкинлеге юҡ. Мәҫәлән, әгәр өфөлөләр араһында вахта менән эшләүселәр өлөшө 4,5% тәшкил итһә, башҡа ҡалаларҙа – 11 проценттан ашыу, ә ауыл ерендә – бөтөнләй 65%.

Себерҙә аҡса эшләгәндәр араһында мәсетлеләр бик күп. Шуларҙың береһе – Феликс Закиров. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлағандан һуң ете йыл Мәсетле РЭС-ында хеҙмәт итә. Ситтән тороп юғары белем ала. Инде бына өс йылдан ашыу вахта ысулы менән эшләй.

– Шулай килеп сыҡты – Себерҙә эшләргә тәҡдим иттеләр һәм мин баш тартманым. Эшкә Өфөнән Нарьян-Марға тиклем самолет менән осабыҙ, ә инде ятҡылыҡҡа тиклем – вертолет менән. Юл һәм йәшәү сығымдарын эш биреүсе түләй. Бында мин 220/110/35 кВ подстанцияла дежур электр монтеры булып эшләйем. Төп бурысым – ул энергия ҡорамалдарын ремонтлау һәм эксплуатациялау. Әйткәндәй, минең менән бергә тағы ла ике мәсетле эшләй, – ти Феликс.

Фәнис Шарапов 17 йыл вахта ысулы менән эшләй, эшен Свердловск өлкәһендә башлаған, һуңғы 10 йылда – Себер-ҙә электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе.

– Беҙҙең комплекслы эштәр буйынса төҙөүселәр бригадаһы нефть үтә торған скважиналар-ҙы сырматыу менән шөғөлләнә. Иретеп йәбештереү эштәренән тыш, тағып тороусылар һәм изолировкалаусылар бурыстарын атҡарабыҙ. Эш урыны гел үҙгәреп тора. Бөгөн беҙ Көнбайыш-Сорғот ятҡылығында йөрөйбөҙ. Дүртәр кеше вагондар-ҙа йәшәйбеҙ. Кухня икенсе вагонда урынлашҡан, унда беҙ сиратлап үҙебеҙ әҙерләп ашайбыҙ. Бында төрлө яҡтан килгән һәм төрлө милләт кешеләре эшләй. Беҙҙең арала украин, ҡырғыҙ, татар, әзербайжан һәм молдован бар.

Шул уҡ бригадала тағы ла бер мәсетле – Михаил Шестаков эшләй.

– Себерҙә мин инде – туғыҙ йыл. Беҙҙең вахта – 30 көнгә 30. Эш көнө 12 сәғәт, ә ҡай саҡта күберәк тә дауам итә. Климат бында ҡырыҫ. Һауа торошо ҡайһы берҙә беҙҙе ныҡлыҡҡа һынай – температураның 60 градусҡа тиклем төшкән саҡтары була. Эш ауыр, һыуыҡ, бысраҡ тип тормай эшләргә кәрәк. Шуға күрә кемдәр Себерҙә эшләй – уларҙың һаулыҡтары ысынлап та ныҡ булырға тейеш.

Вахтовиктарҙың өсөһө лә вахта ысулы менән эшләүҙең иң ҙур проблемаһы – ул үҙ ғаиләһен көн һайын күреү мөмкинлеге булмау, тип иҫәпләй.