“Төньяҡ-Көнсығыш электр селтәр-ҙәре” йәмғиәте етәкселеге маҡтаулы һөнәри эшмәкәрлеге өсөн үҙ хеҙмәткәре – оператив-күсмә бригаданың 5-се разрядлы электромонтерын “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсында ҡатнашыуға тәҡдим итте. Ул “Танылыу һәм ихтирам” номинацияһында еңеүсе булды.
Электр селтәренә Николай Ивановичты атай һөнәре алып килә. Атаһы ғүмер буйы Мәсетле электр селтәрендә эшләй. Шуға күрә мәктәпте тамамлағандан һуң ул электрик буласағын ныҡлы белә.
1986 йылда Златоуст һөнәрселек училищеһын тамамлағас, армияла хеҙмәт итеп ҡайта. Мәсетле электр селтәрендә хеҙмәт юлын 1990 йылда электр бүлеү селтәре электр монтеры вазифаһында башлай, ә 1995 йылдан алып бөгөнгә ҡәҙәр оператив-күсмә бригада электр монтеры булып эшләй.
Эшен ул энәһенән-ебенә ҡәҙәр белә. Уның төп бурысы электр тапшырыу линияларындағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә ҡайтып ҡала.
– Эштә һәр ваҡыт иғтибарлы бу-лырға тура килә, ашығырға ярамай, һәр хәрәкәт ныҡлы уйланылған булырға тейеш. Беҙҙә хәүефһеҙлек техникаһы ҡаты. Уны үтәмәһәң ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһың, – ти Николай Иванович. – Тағы ла оператив ҡарарҙар ҡабул итә, командала эшләй белергә, ҡуйылған бурыстарҙы аныҡ үтәргә, эшкә ижади ҡарарға, әммә баш-баштаҡланмаҫҡа кәрәк.
Хәүефһеҙлек маҡсатында энергетиктар трансформатор подстанциялары һәм электр бүлеү пункттары биналарына бер ҡасан да берәмләп кенә кермәй. Эш башҡарғанда улар үҙҙәрен генә түгел, ә бер-береһен дә контролдә тота.
Авариялар көтмәгәндә килеп сыға, белгес һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш. Күнегелгән эш режимына ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп “ҡыҫыла”: ҡорамалдар сафтан сыға, йәиһә һауа торошо, мәҫәлән, епшек ҡар, кинәт иҫкән көслө ел.
Биография тураһындағы әңгәмәләр эштән тыш тормош тураһында һорау-һыҙ булмай. Николай Ивановичтың татыу ғаиләһе – ҡатыны һәм улы бар. Уның яҡындары “электрик саҡыртыу” тигән нәмәне күптән онотҡан, ул һәр ваҡыт эргәләрендә. Булған бөтә буш ваҡытын Николай Иванович яратҡан шөғөлөнә бирә – балыҡҡа йөрөй.
Электриктар өсөн уларҙың һөнәре ниндәй әһәмиәткә эйә, тигән һорауға ул: “Иң мөһиме – мәшғүл булған эшеңдең ҡәнәғәтлек килтереүе, үҙ хеҙмәтеңдең һөҙөмтәләрен, кистәрен мәсетлеләрҙең тәҙрәләрендә ут балҡыуын күреү”, – тип яуаплай.