Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
8 Апрель 2019, 12:06

“04” хеҙмәте слесары

Ун ете йыл дауамында Рәзил Әсбапов Әжекәй ауылы өйҙәрендә һәр ваҡыт йылы булыуын күҙәтеп тора.

“Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең Мәсәғүт ауылындағы филиалы етәкселеге яуаплы һөнәри эшмәкәрлеге өсөн үҙенең хеҙмәткәре – газ ҡорамалдарын эксплуатациялау һәм ремонтлау слесарын “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” район конкурсында ҡатнашыу өсөн тәҡдим итте. Унда Рәзил Бәсим улы “Танылыу һәм ихтирам” номинацияһында еңеүсе булды.

Һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, Рәзил ата-әсәһе менән Ухта ҡалаһына күсеп китә. Төҙөлөш училищеһында экскаватор машинисы һөнәрен үҙләштерә. 1982 йылда Совет Армияһы сафына алына. Литвала хәрби-десант ғәскәрҙәренең уҡыу үҙәгендә уҡып алғандан һуң Афғанстанға, Кандагарҙағы десант-штурмлаусылар батальонына ебәрелә. Унда яҡшы хеҙмәте өсөн Рәзил Бәсим улы “Хәрби хеҙмәттәре өсөн”, “Рәхмәтле афған халҡынан” миҙалдары, “Яугир-интернационалисҡа” билдәһе менән бүләкләнгән.

1992 йылда ғаиләһе менән тыуған яғына ҡайта. “Октябрҙең 40 йыллығы” колхозында тракторсы булып эшләй һәм, әгәр илдә үҙгәрештәр булмаһа, моғайын, тыуған хужалығына һаман да тоғро хеҙмәт итер ине.

– Колхоз тарҡалғандан һуң эшһеҙ ҡалдым. Күпмелер ваҡыт водитель-слесарь булып “Башспецстрой” предприятиеһында хеҙмәт иттем. Әжекәй ауылына газ үткәрелгәс, газ хеҙмәтендә вакансия барлыҡҡа килде. Бына шулай итеп ошо тармаҡта эшләй башланым, – ти Рәзил Бәсим улы.

Уның бурыстарына газ плиталарын һәм ҡаҙандарын хеҙмәтләндереү, көйләү һәм ағымдағы ремонтты яһау, приборҙарға газ ебәреү, ер аҫтындағы газ үткәргестәрҙе техник тикшереү инә.

Заманса өй газ приборҙарының ҡоролошо йылдан-йыл ҡатмарлаша. Электроника артҡандан-арта бара. Уңайһыҙ хәлдә ҡалмау һәм бөтә техник яңылыҡтарҙы белеп торор өсөн Рәзил Бәсим улына ваҡыты-ваҡыты менән белемен арттырып алырға тура килә. Шуның менән бергә, газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре йыл һайын имтихан бирә. Сөнки һүҙ кешеләр именлеге хаҡында бара.

Эшләү дәүерендә Рәзил Әсбапов коллегалары араһында абруй яулаған, улар уның хаҡында үҙ эшен яҡшы белгән һәм теләһә ниндәй етешһеҙлекте бөтөрөргә һәләтле бик тырыш һәм белемле белгес, тиҙәр.

– Үҙ эшеңде уңышлы башҡарыу өсөн оҫта ҡуллы, үткер күҙле булырға һәм эшеңде яратырға кәрәк. Мин эшемде бик яратам, сөнки ул кешеләргә рәхәтлек килтерә, – ти ул.

Яратҡан эшенән тыш, Рәзил Бәсим улының күркәм ғаиләһе – ышаныслы тылы бар. Мәктәптә секретарь булып эшләгән ҡатыны Әлфинә Зәнгизәр ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.

– Тормошта иң мөһиме – ул тотороҡлоҡ һәм ғаиләләге тыныслыҡ. Өйҙә барыһы ла яҡшы икәненә ышаныс булһа, ул саҡта һәр эш ҡыуаныс бирә, – ти Рәзил Бәсим улы.