Эшҡыуарлыҡ менән теләгән бер кеше шөғөлләнә ала, әммә һәр кем уңышлы булып китмәй. Уның өсөн сослоҡ һәм һәләт кәрәк.
Эшҡыуарлыҡ өлкәһенә нисек килеүе тураһында Альберт:
– Университетта уҡыған ваҡытта Себергә эшкә барҙым. Шул саҡта аңланым да инде нефть сәнәғәтенең һәм уның менән бәйле нәмәләрҙең минеке түгел икәнлеген. 2012 йылдан сауҙа өлкәһендә эшләй башланым. Келәт мөдире, менеджер һәм экспедитор булдым. Үҙем өсөн яңы эшмәкәрлек йүнәлеше күңелемә ятты.
Кәрәкле тәжрибә туплап һәм һатыу-ҙағы эш механизмына төшөнөп, 2017 йылдың октябрендә йәш кеше үҙ эшен асырға тәүәккәлләй һәм туҡланыу продукттары һатыу буйынса әҙер бизнес һатып ала.
Әкренләп яңы сауҙа нөктәләре барлыҡҡа килә. Бөгөн шәхси эшҡыуар Альберт Ғафаровтың Оло Ыҡтамаҡ, Әләгәҙ, Сальевка (Дыуан районы), Ҡотош, Оло Ҡыҙылбай, Йонос, Яңы Мишәр һәм Һикеяҙ (Дыуан районы) ауылдарында магазиндары бар. Штатында – 20-нән ашыу хеҙмәткәр.
Эш башлағанда уға күмәртә базаһындағы эшҡыуарҙар: Ира Ғафарова, Айрат Камалов, Денис Дегтярев, Ваан Симонян һәм Альберт Фәрхетдинов ҙур ярҙам күрһәтә.
Апрелдә тағы ла бер сауҙа нөктәһе Яңы Мөслим ауылында асыласаҡ.
Уның һүҙҙәренсә, күп магазиндар рентабелле түгел, килемдәр сығымдарҙы ҡапламай. Ләкин эшҡыуар район хал-ҡын сифатлы һәм һәр кем алырлыҡ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү маҡсатын беренсе урынға ҡуя.
Механизм өҙлөкһөҙ эшләһен өсөн, хеҙмәткәрҙәр эшмәкәрлеген ойоштороуҙы иң ҡатмарлыларҙың береһе, тип иҫәпләй. Тағы ла шуныһы мөһим, етәксе кеше иҡтисади һәм юридик мәсьәләләрҙә аң-белемле булырға тейеш.
– Үҙ эшеңде асырға тәүәккәлләйһең икән, ваҡытыңды баштан-аяҡ бизнес- ҡа бирергә әҙер булырға кәрәк, – ти йәш эшҡыуар.
Эше тураһында Альберт мауығып һәм энтузиазм менән һөйләй. Яратҡан эше йәш кешегә ҡәнәғәтлек килтерә.
Шәхси эшҡыуар районда уҙғарылған спорт сараларында бағыусы булып сығыш яһай. Үҙе лә спорт менән мауыға. Саҡ ҡына буш ваҡыты булғанда волейбол уйнай.