Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм уның эше
3 Апрель 2019, 17:08

Данлыҡлы 10 исем

2019 йыл – республикабыҙ өсөн юбилейлы һәм һәр ерҙә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған саралар бик күп уҙғарыла. Беҙҙең район да башҡаларҙан айырылмай.

Һоҡланғыс март кистәренең береһендә Оло Аҡа ауыл клубында, “Башҡортостандың 100 исеме” республика программаһына ярашлы, ауылдың ун данлыҡлы кешеһен ҙурлап ҡотланылар.

Кисәне Оло Аҡа ауыл биләмәһе башлығы Вадим Шаһибитдинов асты. Сығышында ул: “борон-борондан ауыл кешеләренең хеҙмәте иң ауыры, ләкин иң хөрмәтлеһе һәм кәрәклеһе булған”, – тине.

Был тантанаға бөтә көстәрен, белемдәрен һәм оҫталыҡтарын тыуған ауылдарын сәскә аттырыу өсөн биргән хеҙмәтсәндәре саҡырылғайны. республиканың 100 йыллығын байрам итеү менән бәйле намыҫлы хеҙмәттәре һәм райондың социаль-иҡтисади үҫешенә шәхси өлөш индергән өсөн Мәсетле районы хакимиәте дипломдарына лайыҡ булған ауылдың хөрмәтле кешеләре, хеҙмәт ветерандары сәхнәгә бер-бер артлы күтәрелде.

Исемлектең иң башында “Әй” совхозының алдынғы һауынсыһы, бихисап ордендар һәм миҙалдар кавалеры, райондың почетлы гражданы Зөһрә Дилмөхәмәтова торҙо. Күп йылдар “Әй” совхозына, шунан Оло Аҡа ауыл Советына етәкселек иткән Абрек Ҡаһиров; 42 йыл водитель булып эшләгән Рәис Аҡтимеров; ғүмере буйы етәксе вазифаларҙа эшләгән һәм әле ауыл старостаһы булған Дамир Зәйнуллин; хеҙмәт кенәгәһендә ғүмер буйы механизатор булыуын күрһәткән бер генә яҙыу буған һәм иң юғары класлы водитель булыуын иҫбат итеүсе күп һанлы наградаларға эйә Вамил Моталовтарҙы ауылдаштары ғәйәт ҙур ихтирам менән тантаналы рәүештә ҡотланы. Ауылдың данлыҡлы кешеләре исемлегенә шулай уҡ совхоз төҙөлөшө башында торған, иң хөрмәтле идарасы, баш экономист һәм агроном булған Фазылйән Рәхимов; ҡымыҙ фермаһы менән дан алған, бар ғүмере һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге аттар һәм гармун менән бәйле Зифат Сафин; үҙен уҡыусыларына һәм тыуған мәктәбенә бағышлаған, йәш йырсылар конкурсы лауреаты, “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” исеменә эйә, талапсан завуч һәм өлгөлө ғаилә башлығы Ревмир Сәғҙәтов инде.

Хеҙмәт ветерандары – хеҙмәт юлын совхозда агроном булып башлаған, ә һуңынан 24 йыл ауыл Советы секретары булып эшләгән Хәлиҙә Сәфәрова менән әлегә ҡәҙәр ауылдаштарының һаулығын ҡайғыртыусы шәфҡәт туташы Мөслимә Шараева рәхмәт һүҙҙәренә һәм ихтирамға лайыҡ. Оло Аҡа ауылы мәсетенең имам-хатибы, ҙур ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡлы Афирал Низамов балаларҙы һәм ололарҙы рухи-әхлаҡи сәләмәтләндереүгә ҙур өлөш индерә.

Сара дуҫтарса йылы атмос-ферала үтте: сәскәләр, йыр-бейеү, рәхмәт һүҙҙәре, матур итеп биҙәлгән сәхнә, мул сәй табыны… Быларҙың барыһы ла биләмә-ара китапхана системаһының Оло Аҡа филиалы китапханасыһы Зөлфиә Рәхимова, үҙәк клуб системаһы методис-тары Фәрит Ғибәҙуллин һәм Ришат Дигашев, Урта Аҡа ауыл клубының мәҙәни ойоштороу-сыһы Лениза Баһауетдиновалар-ҙың арыу-талыу белмәҫ хеҙмәте, иғтибарлылығы һәм эшһөйәрлеге арҡаһында мөмкин булды.

Лена ҒӘЙНАНОВА,

Оло Аҡа ауыл биләмәһе

Советы депутаты.